RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Ауырлыҡтары күп булһа ла, теплицала эшләүҙең файҙаһы бар”

26.04.2016 “Ауырлыҡтары күп булһа ла, теплицала эшләүҙең файҙаһы бар”

“Ауырлыҡтары күп булһа ла, теплицала эшләүҙең  файҙаһы бар”
Туймазы районының Йүкәлешишмә ауылы фермеры Салауат Ғәбдрәхимов ҡыярҙан көнөнә өсәр тонна уңыш йыйып ала

Ғүмер буйы тиерлек райондың агросәнәғәт тармағында намыҫлы эшләгән, заманында үҙе көн күргән төбәктә үҙидара органын да етәкләгән, әле лә тынғыһыҙ йөрәкле кеше булып ҡалған Салауат Ғәбдрәхимовты Үрге Бишенде яҡтарындағы Йүкәлешишмә ауылында тап килтерермен тип һис кенә лә уйламағайным.
– Өс йыл элек улым Айрат менән бергә крәҫтиән-фермер хужалығы ойошторҙоҡ. Оло юлдан ситтәрәк ятҡан ошо ауылда бер гектар ерҙе хосуси милеккә алып, теплица ҡороп ултырттыҡ, – ти ул. – Беҙҙең Туймазы районында электән был кәсеп яҡшы үҫеш алған. Ябыҡ грунтта витаминлы продукция етештереү серҙәрен ауылдарҙа һәр шәхси хужалыҡта белә торғандар­ҙыр. Беҙ ҙә башта үҙебеҙҙең 10 сутый участкала эшләп ҡараныҡ. Шунан, көсөбөҙҙө һәм мөмкинлектәребеҙҙе самалап, агробизнесыбыҙҙы киңәйтергә булдыҡ. Быйыл бындағы теплицала инде дүртенсе миҙгелде башлап ебәрҙек.
– Һине элек районда зоотехника өлкәһендә көслө һәм тәжрибәле белгестәрҙең береһе булараҡ та белә инек.
– Тел төбөңдө аңланым. Минең дә үҙебеҙҙең фермер хужалығында ит тоҡомло мал үрсетергә иҫәбем бар ине. Герефорд тоҡомло 11 баш йәш мал алып ҡайтып, һимертеүгә лә ҡуйҙыҡ. Әммә ит етештереп һатыу беҙҙең өсөн табышлы эш булманы. Сөнки үҙебеҙҙең ер һәм техника булмағас, бөтә төр мал аҙығын һатып алырға тура килде. Билдәле, бындай шарттарҙа продукцияның үҙҡиммәте юғары килеп сыға. Файҙаһын күрмәгәс, малды бөтөрөүҙән башҡа сара ҡалманы.
Әлбиттә, Салауат Мөхәммәт улы телгә алғанса, бөгөн теплица хужалығын алып барыуҙа ла ауырлыҡтар етерлек. Миҙгел башында етештерелгән продукцияны һатыу ҡыйынға төшә икән. Сөнки аралашсылар килеп, уны арзанға алып китергә тырыша, йәғни хаҡ мәсьәләһендә улар тик үҙ мәнфәғәттәрен өҫтөн ҡуйырға өйрәнгән.
– Продукция күпләп өлгөрмәгән саҡта улар менән эш итеү беҙҙең өсөн отошло түгел, – тип төшөндөр­ҙө беҙгә теплица хужалығы башлығы. – Экспедитор ролен үҙ иңенә алған улым Айрат әлегә ҡыярҙы Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларының сауҙа селтәрҙәренә үҙе илтеп тапшыра. Бөгөн тегеләр продукцияның килограмын 70 – 80 һум менән алып ҡала. Шуға сауҙа нөктәләрендә үҙҙәренең проценттарын арыу уҡ өҫтәп, хаҡты 130 һумға ҡәҙәр күтәреп ебәрәләр. Дөрөҫ, продукция ағымы артҡан һайын ваҡлап һатыуҙа ла хаҡтар төшә бара. Май айында үҙебеҙҙең 70 сутыйлыҡ теплицала ғына көнөнә өсәр тонна уңыш йыйып алабыҙ. Продукция күбәйгәс, теләһәң-теләмәһәң дә, күмәртәләп һатып алыу­сылар менән хеҙмәттәшлек итәһең. Йүкәле­шишмәләге теплица хужалығында келәт тә һалдыҡ, уны кондиционер менән дә йыһазландыр­ҙыҡ. Ләкин барыбер йәшел ҡыярҙы унда бер көндән артыҡ тотоп булмай, ике көн үткәс, ул тауар төҫөн юғалта башлай. Шуның өсөн дә ҡыҙыу осорҙа, аралашлыҡ итеүселәрҙең шарттарына күнеп, продукцияны тиҙерәк һатыу яғын ҡарай­һың инде.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа теплица хужалыҡтарында рентабеллектең кәмеүе, ҡыярҙың үҙҡиммәтенең артыуы күҙгә ныҡ ташлана. Электән яҡшы танышым, хәҙерге көндә фермерлыҡ юлын һайлаған Салауат Ғәбдрәхимов та үҙенең дәлилдәре, ҡулындағы һандары менән мине тағы бер тапҡыр шуға инандырҙы.
– Беләһеңме, ун йыл элек 1 килограмм ҡыярҙың үҙҡиммәтендә газ өсөн сығым 20 процент тирәһе булһа, хәҙер ул 40 – 50 процент тәшкил итә. Бына мин 1 гектар теплицаны “зәңгәр яғыулыҡ” менән йылытҡан өсөн миҙгелгә 1 миллион 200 мең һум түләйем. Өҫтәүенә, шуның ҙур ғына өлөшөн алдан түләргә кәрәк, юғиһә газды тоташтырмайҙар. Үҙҡиммәтте күтәргән башҡа төр сығымдарҙы ла һанап үтәйек. Теплицаны ҡаплау өсөн 150 мең һумлыҡ полиэтилен пленка һатып алаһың. Импорт орлоҡтар өсөн тағы ла 200 мең һум аҡса табырға кәрәк. Миҙгел осоронда теплицанан 100 тонна продукция йыйып, барлығы 3 миллион һум табыш алдыҡ икән, ти. Плантацияла 6 йәшелсәсе эшләүен, килешеүҙә яҙылғанса, алынған уңыштың 25 процентының уларға бирелеүен дә оноторға ярамай. Икенсе төрлө әйткәндә, уларға 750 мең һумдан күберәк эш хаҡы түләйһең. Табыштан барлыҡ шул сығымды алып ташлаһаң, беҙҙең үҙебеҙгә күпме генә саф табыш ҡала инде? Әгәр иғтибарға алһағыҙ, быйыл беҙҙең райондағы ауылдарҙа теплицаларҙың күбеһе ябылманы. Сөнки ҡайһы берәүҙәрҙең газға түләргә мөмкинлеге юҡ. Ябыҡ грунтта йәшелсә үҫтереүселәр өсөн шул түләүҙәрҙе кәметеү тураһында һүҙ хөкүмәт даирәләрендә лә ҡуҙғатылды, ләкин ул мәсьәләнең нисек хәл ителәһе әлегә билдәһеҙ. Киреһенсә, йәй уртаһынан газға хаҡты тағы ла күтәрергә йыйыналар икән, тигән хәбәр йөрөй.
Эйе, дәүләт ҡулланыу баҙарын витаминлы продукция менән тулыландырған теплица хужалыҡтарына ниндәйҙер күләмдә ярҙам күрһәтә. Салауат Мөхәммәт улы әйтеп үтеүенсә, гектарына 42 мең һум субсидия биреү тәртибе индерелгән, импорт орлоҡтар алыуға тотонолған аҡсаның да бер өлөшө кире ҡайтарыла. Ләкин бөгөнгө шарттар­ҙа был ғына ярҙам һис тә ҡәнәғәтләндермәй.
– Исмаһам, кредит ставкаларын кәметмәйҙәр, – тип беҙҙең бигүк күңелле булмаған әңгәмәне ялғаны Йүкәлешишмә фермеры. – Саҡ ҡына ваҡыты үтһә, пеня өҫтәй башлайҙар. Шуға кредит алыу беҙҙең иңгә ауыр йөк булып ята. Финанс учреждениелары менән бәйләнмәүең хәйерлерәк. Ҙур мохтажлыҡ килеп тыуғанда ғына кредиттар менән файҙаланырға кәрәк. Йәшерен-батырын түгел, быйылғы миҙгел алдынан аҡсаны хәллерәк таныш кешеләрҙән алып торҙом. Ваҡытында ҡайтарһаң, улар һинән процент алмай. Ана, орлоҡ һатып алғанда дәүләт банкынан 10 мең һум алып торғайным, хәҙер шуны ике айҙа 18 мең һум күләмендә түләтергә теләйҙәр. Һөйләй китһәң, беҙҙең эштә шундай ауырлыҡтар аҙым һайын һағалап ҡына тора. Ә бит ауыл хужалығында, бигерәк тә беҙ һайлаған теплица кәсебендә, кредитһыҙ эшләп тә булмай. Бына үҙ тәжрибәмдән сығып шуны әйтәм, 1 гектарлыҡ теплицала ғына эште башлап ебәреү өсөн 400 мең һум аҡса һалырға кәрәк. Бая телгә алғанымса, уңышты күберәк май-июнь айҙарында ғына йыяһың, шул ваҡытта ғына кассаңды тулыландырып ҡалаһың.
Ләкин Йүкәлешишмә фермеры Ғәбдрәхимов үҙ кәсебенән, үҙ эшенән төңөлөргә йыйына, ахырыһы, тип уйлай күрмәгеҙ. Ауырлыҡтары һәм мәшәҡәттәре күп булһа ла, теплица хужалығын тотоуҙың файҙаһы бар. Беҙҙә бит күп кеше шул эш менән инде 20 – 25 йыл шөғөлләнә. Әгәр файҙаһын күрмәһәләр, күптән ташлап ҡуйырҙар ине. Сығымды кәметеү өсөн яңы технологияларҙы индерергә тейешбеҙ. Мәҫәлән, районда күп кенә теплица хужалығы тамсылап һуғарыу системаһына күсте. Беҙ ҙә шул яңылыҡты индерергә теләйбеҙ. Ул саҡта һыу һибеүҙә ҡул көсөнән бөтөнләй ҡотолосаҡбыҙ, икенсенән, яңы система уңыш алыуҙы арттырыуға һәм шулай уҡ сығымды кәметеүгә лә булышлыҡ итәсәк. Ергә һый биргәндә тик органик ашламаларҙы файҙаланабыҙ. Ғәҙәттә, көҙҙән үк теплица майҙанына 100 тонна тирәһе тиреҫ ташып таратабыҙ. Ерҙең уңдырышлылығын арттырыу­ҙа шундай алымды ҡулланыу беҙҙең өсөн иҡтисади яҡтан да отошлораҡ.
Үҙ кәсептәренең серҙәрен, ябыҡ грунтта йәшелсә үҫтереү агротехникаһын яҡшы үҙләштергән фермер шулай ҙа быйыл мул ғына уңыш йыйып алырға иҫәп тота. Ябылмаған 30 сутыйлыҡ участкала иһә кәбеҫтә үҫтерергә булғандар. Ул ғына ла түгел, беҙ килгәндә Салауат Мөхәммәт улы ауыл янындағы 1 – 2 гектар ерҙә картуф ултыртыу ниәте менән янып йөрөй ине.
– Сифатлы орлоғон үҙебеҙҙең районда табырбыҙ тип уйлайым. Индустриаль төбәктә йәшәгәс, “икенсе икмәк”кә беҙҙәге ҡулланыу баҙарында һорау һәр саҡ яҡшы. Киләсәктә мини-ферма төҙөү, малсылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнеү хаҡында ла пландар ҡорам. Тик мал аҙығын етештереү өсөн күпмелер ер бүлеп бирһендәр генә. Беҙ инде, төрлө ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ерҙә шулай үҙ аллы хужалыҡ итергә күнеккәнбеҙ. Бөгөнгө заманда баҙар иҡтисадының ҡырыҫ шарттарына бирешмәҫ өсөн крәҫтиәнгә лә иң алда тик үҙ көсөнә һәм мөмкинлектәренә таянып эшләргә кәрәк.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.
Туймазы районы.
Автор фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай