RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » КӨРШӘК ӘҮӘЛӘҮ – ЗАУЫҠЛЫ ҺӨНӘР

25.12.2015 КӨРШӘК ӘҮӘЛӘҮ – ЗАУЫҠЛЫ ҺӨНӘР

КӨРШӘК ӘҮӘЛӘҮ – ЗАУЫҠЛЫ ҺӨНӘРКӨРШӘК ӘҮӘЛӘҮ – ЗАУЫҠЛЫ ҺӨНӘРСалауат районының Малаяҙ ауылында йәшәүсе Әлиә һәм Илфат Исмәғилевтар балаларға белем бирергә лә, күңелдәре ятҡан шөғөлдәре менән булышырға ла өлгөрә.

Тын ғына көй аҫтында балсыҡтан үҙ ҡулдарың менән көршәк әүәләү айырым бер зауыҡ, айырым бер донъя кеүек. Һәр хәлдә, хәҙерге ваҡытта төшөрөлгән фильмдарҙа ошо шөғөлгә мөкиббән киткән берәй нәзәкәтле ханым йәки һаҡаллы ир кеше тураһындағы эпизодты йыш күрергә була. Ҡасандыр онотолған, ләкин һуңғы ваҡытта күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған балсыҡ әүәләү шөғөлөн үҙ иткән кешеләрҙе, бигерәк тә оҫтаханаларҙағы эште күптән күрге килә ине. Шуға ла Салауат районының Малаяҙ ауылындағы балсыҡ оҫтаһын күрергә айырым бер ҡыҙыҡһыныу менән юлландым.

Алдан уҡ, серле кешелер инде ул, тип күҙ алдына килтереп барған шәхесебеҙ республика, Волга буйы федераль округы, ил кимәлендә ойошторолған һөнәри ярыштарҙа әүҙем ҡатнашыусы, еңеүсе талантлы уҡытыусы Илфат Исмәғилев булып сыҡты. Ул балаларға информатика серҙәрен өйрәтә. Кәләше Әлиә лә уҡытыусы, уның йүнәлеше балсыҡ әүәләүгә яҡыныраҡ, сөнки технологиянан уҡыта.

Сыҙап торор әмәл юҡ – шундуҡ балсыҡ әүәләү оҫтаханаһына йүнәлдек. Илфат был шөғөлө өсөн йортоноң ҙур ғына өлөшөн бүлгән, унда инеү менән балсыҡ һауыт-һаба үҙенә йәлеп итә. Һәр береһен тотоп ҡарағы килеп кенә тора, һәр береһенә күңел һәм ҡул йылыһы һалынып эшләнгәнгәме икән, бигерәк матурҙар. Илфат менән Әлиәнең улы һәм ҡыҙы был оҫтаханала һаҡ ҡына атлап йөрөргә өйрәнеп бөткән, ата-әсәһенең бәпләп кенә эшләгән әйберҙәрен хөрмәт итәләр.

– Бәләкәй саҡтан һүрәт төшөрөргә яраттым. Шулай уҡ ағас һәм һабынды юнып та төрлө фигуралар эшләү менән мауыға инем. Мин үҫкәндә өйҙә һабын йыш юғалды инде ул. Ләкин техника шәп үҫешкән заман бит, тора-бара компьютер көнитмешебеҙгә шул тиклем тиҙ килеп инде һәм ағас юныу кеүек шөғөлдәрем икенсе планға күсте. Башкөллө техникаға әүрәнем. Яңы шөғөлөм мине информатика уҡытыусыһы итте лә инде.

Шулай ҙа ижадҡа тартылған күңел техника, интернет менән генә хушһынмай икән ул, хәҙер бына балсыҡ әүәләү менән мауыға башланым. Был шөғөлөмдө күрһәтер өсөн экскурсиялар ҙа ойошторам хатта, унда килеүселәргә керамика тураһында лекциялар һөйләйем, ҡул эштәремде күрһәтәм. Балалар ҙа, үҫмерҙәр ҙә балсыҡсының эшен шул тиклем ҡыҙығыу менән күҙәт­һә, мин ныҡ дәртләнеп китәм, башҡаларға ла ҡыҙыҡлы булған шөғөлдө артабан дауам итер өсөн ҡанат үҫкәндәй була. Минең оҫтаханама килеп, балсыҡ әүәләргә өйрәнеүселәр ҙә бар, теләгән һәр кемгә махсус балсыҡ, әүәләү өсөн ҡорамалдар ҙа бирәм, эш нескәлектәрен аңлатып та торам, – ти Илфат Исмәғилев.

Әлиә менән Илфаттың ғаиләһендә бер-береһенең шөғөлөнә ихтирам шул тиклем көслө, хужабикәнең тормош иптәшенә булған иғтибары, ижадҡа дәртләндереп, ҡыҙыҡтырып тороу өсөн тырышыуы шундуҡ күҙгә ташлана. Ул иренең уң ҡулы, идеяларын да гел хуплай. Был йәш ҡатындың сабырлығы күптәргә өлгө булырлыҡ, ни тиһәң дә, бөгөнгө заманда барса эште лә тик матди яҡтан ғына ҡарап баһалаған кешеләр күп. Ә балсыҡ әүәләүҙе әлегә килемле шөғөл тип әйтеүе ҡыйын, был гел шулай булмаҫ, әлбиттә, сөнки ҡул менән эшләнгән әйбер­ҙәрҙең ҡиммәте көндән-көн юғарыраҡ баһалана. Һәм был дөрөҫ тә.
Баҡтиһәң, әүәләү, һауыт-һаба яһау өсөн кәрәкле балсыҡты табыу бер ҙә еңел эш түгел икән. Илфат, материал эҙләп, күрше-тирә ауылдарҙы арҡырыһы буйына йөрөп сыҡҡан. Ололар менән дә гел кәңәшләшеп тора, ләкин табылған балсыҡ күбеһенсә насар сифатлы, яраҡһыҙ булып сыға. Шулай ҙа информатика уҡытыусыһы бер ҙә юғалып ҡала торғандарҙан түгел, велосипедына ултырып ала ла, тирә-яҡты ҡыҙырып йөрөп, тоҡ-тоҡ балсыҡ йыя, маркер менән ҡайҙа, ҡасан алынғанлығын билдәләп, сифатын тикшерә һәм барыбер ҙә үҙенә кәрәклеһен табып ала.

Кинолағы кеүек кенә түгел шул: көршәк әүәләү эше бик оҙаҡҡа һуҙыла, тиҙ генә тамамлармын тимә. Әүәләгән әйберҙәр кипһен өсөн махсус мейес кәрәк, ә ул һатыу­ҙа бик ҡиммәт. Илфат мейесте лә үҙе эшләп алған. Мин арҡырыға буйға ҡарап сыҡһам да, уның серҙәрен аңлап бөтә алманым. Ныҡ ҡыҙыҡһыныусылар уҡытыусының оҫтаханаһын барып уҡ күрә ала. Унда, ысынлап та, айырым бер донъяға эләккәндәй булаһың. Балсыҡ һауыт әҙер булһын өсөн яртышар ай ваҡыт кәрәк. Мәҫәлән, яраҡлы балсыҡ ике аҙна буйы һыуҙа ебетелеп, иләк аша үткәрелеп киптерелә һәм унан һуң ғына көршәк әүәләр мәл етә. Балсыҡ әүәләү оҫтаханаһының магазинын да асып ебәргәндәр: интернет аша һатып алыусылар ҙа табыла, был шөғөлдө яратыусылар үҙ-ара кәңәшләшеүҙәр ҙә ойоштороп ала.

“Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә” тиһәләр ҙә, ҡайһы саҡ Илфат ҡурҡыныс ҡына хәлдәргә лә тарып ҡуя. Бер тапҡыр балсыҡ эҙләп кеше әллә ни йөрөмәгән урындарҙы ҡыҙырғанда, айыу тырнағына эләгә яҙған. Был шөғөлгә һөйөү тиктән генә килеп сыҡҡан тип әйтеп булмай. Олатаһы Сөләймән ғүмер буйы бөтә районға мейес сығарып йөрөгән булдыҡлы оҫта булған.
Информатика дәрестәренән тыш, Илфат Исмәғилев үҙе уҡытҡан мәктәптә балаларҙы робот эшләү серҙәренә өйрәтә. Быйыл 5-се синыф уҡыусылары робот эшләү серҙәрен дәрес булараҡ та өйрәнә башлаған. Ә инде түңәрәккә йөрөүселәр бик күп. Улар тырышып-тырмашып робот эшләү серен өйрәнә, ярыштарға йөрөй, еңә, ҡайһы саҡ еңелеп тә ҡуя. Иң мөһиме – процесс бара, балалар файҙалы, башты эшләтә торған ҡыҙыҡлы шөғөл менән булыша. Робот эшләү ҙә арзан эш түгел – элек бер комплект 10 мең һум торһа, хәҙер 20 мең һум самаһына тиклем барып еткән.

Илфат төп уҡытыусы булараҡ та әүҙем: Башҡортостан Респуб­ликаһы буйынса ойошторолған “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, финалға сыҡҡан. Бынан һуң да Волга буйы федераль округында, ил кимәлендә үткәрелгән ярыштарға ла барған, конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша.

Илфат менән Әлиәне бер урында ултырып, балсыҡ әүәләү менән генә шөғөлләнә, тип уйлап ҡуймағыҙ! Уларҙың ғаиләһе иң әүҙем ғаиләләрҙең береһе. Төрлө экскурсияға йөрөргә, төрлө мәғлүмәт тупларға яраталар. Исмәғи­левтарҙы машинала елдергәндә түгел, велосипедта күреү тәбиғиерәк тойола – улар был транспорт сараһын ғаиләләре менән үҙ итә. Аяҙ көндәрҙә, иртәнән алып кискә тиклем велосипед менән күрше-тирәләге ауылдарҙы ҡыҙыралар, ҡыҙыҡлы ерҙәргә барып ҡайталар. Көнөнә 40 – 50 километр үткән саҡтары бик йыш була. Илфат менән Әлиә әлеге ваҡытта гөрләп торған ауылдарға ғына түгел, райондарының юғалып барған ауылдарына ла бара. Мәҫәлән, ХХ быуат тирәһендә юҡҡа сыҡҡан Куркин ауылында булғандар. Үлән, кесерткән баҫҡан урындарҙы, боронғо зыяратты барып ҡарағандар. Улар башҡа ауылдарҙа ла туҡтап ял итеп, сәй эсеп, урындағы халыҡ менән аралашып, ҡыҙыҡлы тарихты өйрәнеп йөрөй. Ишеткәндәрен яҙып алырға ла форсат табалар.
Бына шундай әүҙем, төрлө яҡлап үҫешкән шәхестәребеҙ, ғаиләләребеҙ бар. Улар һәр көндөң тәмен татып, үҙҙәрен төрлө яҡлап һынап ҡарай. Исмәғи­левтарҙан тормошто яратырға, һәр көндөң ҡәҙерен белергә өйрәнергә була.

Лилиә СИРАЕВА.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай