НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Петунияларҙы нисек сәсергә?
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 16-02-2018, 09:00


Петунияларҙы нисек сәсергә?
Йәйге баҡсалағы күпереп сәскә атҡан петуния кемде генә һоҡландырмай икән. Уңған баҡсасылар уны гөл һауыттарына, аҫылмалы көршәктәргә ултыртып, ихаталарын, йорттарын биҙәй. Был сәскәләр июнь башында уҡ сәскәләре менән һеҙҙе һөйөндөрһөн тиһәгеҙ, үҫентеһен февраль башында уҡ ултыртыр­ға кәрәк. Май аҙағы, июнь уртаһына тиклем ҡырауҙар булғас, беҙҙә март башында әлеге сәскә үҫентеһен ултыртырға мөмкин. Асыҡ тупраҡҡа ултыртыу өсөн сәскә 12 – 13 аҙна йылыла үҫергә, тамыр системаһын йәйелдереп, нығытырға тейеш. Петуния еңел, һауа үтеп ингән, ашламалы тупраҡты ярата. Орлоҡтары ваҡ булғас, сәсеүе лә мәшәҡәтле. Шуға ла тупраҡ өҫтөнә тәүҙә ҡар һалыр­ға, һуңынан орлоҡто уның өҫтөнә һибеп сығырға кәрәк. Бер урынға бер нисә орлоҡ төшһә, осло әйбер менән таратып сығығыҙ. Ҡар ирегәс, орлоҡ үҙе тупраҡты тишеп төшөп шытасаҡ. Һауытты үҫентеләрегеҙ морон төрткәнсе пленка менән тығыҙлап ҡаплап ҡуйығыҙ. Петуния әсе тупраҡты яратмай. Һабаҡтары буйға оҙонайып китмәһен өсөн яҡты урынға ултыртығыҙ.
...

Ағастарға ҡалын ҡар кәрәк
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 15-02-2018, 08:30


Ағастарға ҡалын ҡар кәрәк
Ҡыш етһә лә, баҡсасының мәшәҡәттәре барыбер кәмемәй. Йәйге уңыш күләме ағас-ҡыуаҡтарҙың нисек ҡышлауына бәйле. Еләк-емеш ағастарының бигерәк тә тамыр системаһы һалҡынға тиҙ бирешеүсән. Ҡар аҙ булған йылда 15 – 20 градус һалҡында уға зыян килергә мөмкин. Шуға күрә ағас төбөнә ҡалын итеп ҡар өйөп ҡуйырға кәрәк. Ҡар – яҙғы дым запасы ла. Һыуыҡтан ағастың олонон, иң ҙур ботаҡтарының төбөн һаҡларға кәңәш ителә. Улар зыян күрмәһә, башҡа ботаҡтар өшөгәндә лә ағас үҫеп китә ала. Көн йылытҡан ваҡытта ағастарға кимереүселәр һөжүм итә. Уларға юл ҡалдырмаҫ өсөн ағас төбөнә ҡар өйөп, ныҡлап тығыҙлап тапап сығығыҙ. Йәш үҫентеләрҙең төбөн капрон колготки менән урағыҙ.
Ҡышын ҡоштар өсөн тағараҡтар эшләп, ем һалып, улар­ҙы йорт янына эйәләштерегеҙ. Йәйгеһен ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡоротҡостарға ҡаршы көрәштә ҙур ярҙамсы буласаҡ.
Емеш ағастарын тағы бер тапҡыр ҡарап сығығыҙ. Уларҙа үрмәксе ауына төрөлгән япраҡтар осрауы мөмкин. Был – яҙға сығырға тейешле ҡоротҡостарҙың оялары. Уларҙа 10 – 15 ҡорт була. Ошондай ҡороған япраҡтарҙы йыйып алып яндырығыҙ. Кипкән, серегән емеш ҡалдыҡтарын да шулай юҡ итегеҙ....

Помидор үҫтереү серҙәре
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 13-02-2018, 15:59


Помидор үҫтереү серҙәре
Баҡса – күптәребеҙ өсөн тәжрибә урыны ла ул. Шуға ла беҙ унда йыл һайын ниндәй ҙә булһа яңынан-яңы үҫемлектәр үҫтереп, яңы сорттарҙы ултыртып ҡалырға тырышабыҙ. Был помидорҙарға ла ҡағыла. Һуңғы тиҫтә йылда әллә күпме яңы гибрид сорт барлыҡҡа килде. Улар элеккеләренә ҡарағанда төрлө сирҙәргә ҡаршы тороусанлығы, һалҡынға сыҙамлылығы, юғары уңыш бирергә һәләтле, хатта декоратив булыуҙары, өҫтөнлөклө яҡтары менән айырылып тора. Бынан тыш, һуңғы осорҙа помидор тураһында һүҙ сыҡҡанда, беҙгә йыш ҡына детерминант һәм индетерминант сорттар тураһында ишетергә тура килә. Уларҙың тәүгеһе, билдәле бер күләмдә ботаҡтар үҫтергәс, үҙҙәренең үҫешен тотҡарлай һәм асыҡ һауала ултыртыу өсөн файҙаланыла. Индетерминант сорттарҙа иһә төп һабаҡтың үҫеше оҙаҡ ваҡыт дауам итә. Бындай сортлы помидорҙар юғары уңыш бирергә һәләтле һәм уларҙы ябыҡ грунтҡа ултыртыу яҡшы....

Уңышлының “Башҡорт йорто”
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 5-01-2018, 07:00


Уңышлының “Башҡорт йорто”
Гөлсинә Фазлыева милли кейем магазинына килгән һәр кемдең күңелен күрергә тырыша

Ике ай элек Учалы ҡалаһында “Башҡорт йорто” барлыҡҡа килде. Был үҙенсәлекле сауҙа нөктәһен Азамат улы менән бергә асҡан Гөлсинә Фазлыева һөнәре буйынса география уҡытыусыһы. Байтаҡ йылдар элек, тормош шарттары үҙгәреү сәбәпле, яратҡан мәктәп эшенән айырылып, икенсе эшкә тотонорға тура килә уға. Көн дә илһамланып, ҡанатланып мәктәпкә йөрөүҙәрҙе, уҡыусылар менән мәж килеүҙәрҙе һағынып бер була Гөлсинә Шәрәфетдин ҡыҙы. Балаларға, ижадҡа һис бер ҡағылышы булмаған эш менән булышҡанда, күңеле һәр саҡ ҡыуаныс, йыуаныс сығанағы талап итә. Нисек күңел ярһыуын баҫырға белмәй, ҡул эштәренә сума, таштарҙан биҙәүестәр яһап ҡарай. Ә бер көндө ҡул эштәре оҫталарын, шул иҫәптән Гөлсинә Фазлыеваны ла Учалыла үткән конференцияға саҡыралар....

Әлиә тыуҙырған матурлыҡ
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 30-10-2017, 07:00


Әлиә тыуҙырған матурлыҡБыл ҡыҙҙың милли биҙәүестәренә һоҡланып туймаҫлыҡ! Һәр бер йыйған өлөшөнә күпме күҙ нуры, күңел йылыһы һалынған. Ә уның тылсымлы ҡулдары күпме гүзәл затты ҡыуандырған....

Матурлыҡҡа ынтылған күңел
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 26-10-2017, 10:30


Матурлыҡҡа ынтылған күңелКүңеле матур кеше генә тирә-яғын, йәшәгән йортон, көнкүрешен матурлыҡҡа сорнарға тырыша. Ә матурлыҡ төшөнсәһен һәр кем үҙенсә аңлай. Кемдер магазиндан һатып алынған затлы әйберҙәрҙе баһалаһа, кемдер үҙ ҡулдары менән тыуҙырған матурлыҡты өҫтөн күрә. Ейәнсура районының Биштирәк ауылында йәшәүсе Гөлһылыу Тимербаева – ҡул эштәренә маһир уңғандарҙың береһе. Ябай ғына ептән ысын сәнғәт өлгөһө тыуҙырған етеҙ ҡулдарға һоҡланмау мөмкин түгел.
...

Мунса индем сабынып...
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 3-08-2017, 14:22


Мунса индем сабынып...Халыҡтың күпселеге ялын мунсанан башҡа күҙ алдына ла килтермәй.Ҡа-ланыҡылар ҙа хәҙер ваннала йыуыныу йәки душ аҫтында ҡойоноу менән генә хушһынмай, саунаға йәки мунсаға юл тота. Шәхси йортта йәшәүселәр ҙә мунсалы булыуҙы алғы планға ҡуя....

Тегенсе эшһеҙ ҡалмаҫ
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 6-07-2017, 11:00


Тегенсе эшһеҙ ҡалмаҫ
Халҡыбыҙҙа эш кешеһен данлаған бихисап мәҡәл һәм әйтем бар: “Һөнәрҙең артығы юҡ”, “Һөнәре бар күккә осор, һөнәре юҡ ерҙә лә йөрөй алмаҫ”, “Һөнәрле кеше үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ”... Был аҡыллы һүҙҙәр бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай. Замандың төрлө шауҡымына бирелеп, йәштәр еңелерәк, вазифалыраҡ эшкә өҫтөнлөк бирә башланы. Һәр өсөнсө кеше – юрист йә иҡтисадсы. Ә хеҙмәт баҙарында йорт һалыусылар, мебель эшләүселәр, кейем тегеүселәр аҙ....

Ҡул аҫтында ниҙәр бар?
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 24-06-2017, 14:01


Ҡул аҫтында ниҙәр бар?Баҡсасылар төрлө ҡоротҡос бөжәктән, сүп үләненән ҡотолоу өсөн махсус магазиндарҙан бихисап препарат һатып ала, химикаттар менән булыша. Ә бит ҡул аҫтыбыҙҙағы күп кенә нәмәнең баҡсала ла кәрәк булыуы, файҙа килтереүе ихтимал....

Меңдән бер кәңәш
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 14-06-2017, 12:00


Меңдән бер кәңәшЙомортҡа ҡа­бығы – бик шәп ашлама. Уны татлы борос, баклажан, помидор һәм кә­беҫтәнең бөтә төрө лә ярата. Таш­ҡабаҡ, ҡауын, һу­ған, ҡыҙыл сөгөлдөр һәм шпинат та үҙ итә. Ҡыҫҡаһы, баҡсала бик кәрәкле ашлама. Ҡулланыр алдынан йомортҡа ҡабығын бер аҙна самаһы киптерергә кәрәк. Бынан һуң уны блендер менән ваҡларға ғына ҡала. Артығын сепрәктән эшләнгән ҡапсыҡта һаҡлағыҙ, ара-тирә баҡса еренә индереп тороғоҙ.

...


  • Балағыҙҙы артыҡ ҡурсаламағыҙ
  • “Бәйләнештә булайыҡ”
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (26.01.2018)
  • Азалия МЫРҘАҒӘЛИНА
  • Нәзифә АҠҠУЖИНА
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (16.02.2018)
  • Йондоҙнамә (29 ғинуар – 4 февраль)
  • БАЛУ (хикәйә)
  • Телебеҙ йәшәһен, үҫһен!
  • Ғаилә йылының эмблемаһы билдәле булд



  • Радио Юлдаш FM