НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Үҙебеҙҙең ризыҡҡа ни етә?

Үҙебеҙҙең ризыҡҡа ни етә?


Төбәктә киң төҙөлөш эштәре алып барған ҡеүәтле ойошмаға ҡараған “Толпар” йәмғиәте район иҡтисадына ҙур өлөш индерә. Бөгөн бында йәмғеһе 850 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Быйыл март айынан эшкәртеү тармағына тотонғандар. Әлеге ваҡытта цех йылҡы һәм һыйыр итен һатыу­ға сығара, ә етештереү эшмәкәрлеге тиҫтәнән ашыу төр продукцияны үҙ эсенә ала.

– Маҡсатыбыҙ – сифатлы продукция тәҡдим итеү, – ти цех мөдире Марат Уйылданов. – Беҙҙә етештерелгән ярымфабрикаттарға, колбаса изделиеларына бер ниндәй ҙә тәмләткес тә, консерванттар ҙа ҡушылмай. Ҡаҙы ҙур һорау менән файҙалана. Магазин кәштәләренә һалып өлгөртөп булмай хатта.
Әлбиттә, һәр уңыштың башы коллективтың намыҫлы хеҙмәте һәм тырышлығы менән бәйле. Шуға күрә лә етәкселек эшселәр туплауға етди ҡараған. Бөгөн бында эшләгән ете кешенең барыһының да ошо өлкәләге тәжрибәһе ҙур.

– Туғыҙ йыл ғүмеремде ит цехында эшләүгә арнаным. Барыһы ла оҡшай, эш хаҡы ла насарҙан түгел, – ти Әлфиә Мусина.

– Күңел ятҡан эш булғас, арытмай ҙа, ялҡытмай ҙа, – тип һүҙгә ҡушыла Гөлсинә Яманғолова. – Продукциябыҙҙы яратып алыуҙары, кешеләрҙең рәхмәт әйтеп китеүе дәртләндермәй ҡалмай.

Ғөмүмән, йәмғиәт етәкселеге һәм эшселәр киләсәккә яҡты уй-пландар ҡора. Киләһе йылдарҙа етештерелгән продукцияның ассортиментын арттырыу буйынса ла маҡсатлы эштәр алып барыла.

Етештереү цехында булғандан һуң район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Азат Шәриповҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иткәс, ул:

– Баймаҡ районы республикала ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе эре төбәктәр исемлегенә инә. Бөгөн агросәнәғәт тармағы комплексында 14 ауыл хужалығы предприятиеһы, 272 фермер хужалығы иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа йыл да ҡабатланған ҡоролоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдарына һәм башҡаларға хаҡтар­ҙың даими артыуы ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуға ҡарамаҫтан, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуға өлгәштек. Ваҡытында сифатлы баҫыу эштәре үткәрелде, уңыш йыйып алынды, мал аҙығы әҙерләнде. Малсылыҡ тармағына ҙур иғтибар бүләбеҙ. Быйыл туғыҙ айҙа 44158 тонна һөт етештерелгән, 4457 тонна ит һатылған, – тип белдерҙе.

Сығыу ваҡыты 10-10-2014, 11:16 | Ҡаранылар: 979
|
  • Башҡортостан – ышаныслы майҙан
  • ИКМӘК ӨСӨН, ҺӨТ ҺӘМ ИТ ӨСӨН РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ!
  • Аныҡ маҡсаттар менән – киләсәккә
  • Ат арҡаһында атталар
  • Иғтибар! “Тура бәйләнеш”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Ҡырау төшөүе ихтимал
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM