НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Матурлыҡты, татыулыҡты юлдаш итеп

Матурлыҡты, татыулыҡты юлдаш итеп


Миәкә районының Әбеш ауылында йәшәүсе Фәриҙә һәм Раян Әйүповтар һәр нәмәнән йәм таба белә.

Матурлыҡты, татыулыҡты юлдаш итепМатурлыҡты, татыулыҡты юлдаш итепМатурлыҡты, татыулыҡты юлдаш итепУл күңеле менән матурлыҡҡа ғашиҡ. Был һүҙҙәрҙе йорт алдында үҫкән төрлө төҫлө матур-матур сәскәләре, тәҙрә төптәрен биҙәгән хуш еҫле гөлдәре өсөн генә әйтмәйем. Уның үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырыу һәләтенә эйә булыуын белгән һәр кем, моғайын да, минең менән килешер. Эйе, Фәриҙә Фәтхулла ҡыҙы Әйүпова, ысынлап та, һоҡлан­ғыс ҡатын.

Миәкә районының Әбеш ауылына аяҡ баҫыу менән күңелде әллә ниндәй илаһи хис-тойғолар сорнап алды. Тәү күреүҙән оҡшаны был төбәк. Үҙе әллә ни ҙур ҙа түгел. Шулай булһа ла, бик күркәм, матур, төҙөклөгө менән айырылып тора. Эшкә уңған, тырыш халыҡ йәшәгәне әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Әйүповтар йәшәгән йортто табып, ихатаға үтеү менән күҙҙең яуын алырлыҡ гөл баҡсаһы ҡаршы алды, түтәлдәре лә ябай ғына түгел бит әле. Һәр береһе матурлап, биҙәп эшләнгән. Ябай ғына ҡул аҫтындағы ваҡ-төйәк әйбер­ҙәр­ҙе сынъяһауға әйләндергәндәр. Гөл-сәскәләр араһындағы бәшмәктәр, парлы аҡҡоштар, маймыллы пальма ағасы, самауыр, хатта ябай ғына калуштар ҙа баҡсаға үҙенсәлекле төҫ бирә. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙеңде мөғжизәле әкиәт донъяһына килеп эләккәндәй тояһың. Йорттары ла әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә саҡырып торғандай. Хужалары иһә уңған бал ҡорттарын хәтерләтте. Ғаилә башлығы ең һыҙғанып яңы болдор эшләп йөрөй, хужабикә килене менән баҡсала мәж килә. Кескәй малай ҙа уйынсыҡ машиналары менән мәшғүл. Ваҡыттары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, Әйүповтарҙың ихласлыҡ, хөрмәт һәм ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеүҙәре лә күңелдә һоҡланыу тойғоһо уятты. Хужабикә менән йортҡа үттек. Ишек алдындағы матурлыҡ бында ла дауам итте. Фәриҙә Фәтхулла ҡыҙы хаҡында «алтын ҡуллы» тип ишетеүем юҡҡа ғына булмаған. Уның бәйләгән, сиккән әйберҙәре йорттарының һәр мөйөшөн биҙәй тиерлек. Ырғаҡ менән бәйләнгән ултырғыс, диван япмалары, төрлө сувенирҙар, сигелгән мендәр тыштары һәм тағы ла әллә күпме әйбер. Һәр береһе күҙҙең яуын алырлыҡ! Үәт, исмаһам, оҫталыҡ! Күпме тырышлыҡ, сабырлыҡ талап иткән был эштәр. Түҙмәйем, Фәриҙә апайҙан был шөғөл менән ҡасандан мауығыуы хаҡында һорашам:

– Әсәйем Камилә Ильяс ҡыҙы ҡул эшенә ныҡ оҫта. Элек балаҫтар ҙа һуға торғайны. Үҙенең станогы ла бар ине. Бәләкәй сағымда ул өйҙә булмағанда шым ғына мин дә һуғып ҡарап, әрләнеп бөткән саҡтарым да булды. Бәләкәйҙән әсәйемә эйәреп кис ултырырға йөрөнөм. Бына шул ваҡыттарҙа тәүге тапҡыр ҡулыма бәйләм алдым да инде. Әле һаман да иҫемдә: алты-ете йәштәр самаһы булғандыр, миңә бәләкәй генә орсоҡ яһап биргәйнеләр, әсәйем шуны усымда өйрөлтөргә ҡуша инә. Орсоҡтоң үҙен генә әйләндереп, ана шулай йөн иләргә өйрәндем. Күрәһең, был үҙенә күрә күнекмә булғандыр инде. Был аҙаҡ миңә ныҡ ярҙам итте. Тәүге бәйләгән ойоҡбаш, бейәләйҙәрем башланғыс клас­тар­ҙа уҡығанда булды, үҫә төшкәс, башлыҡ, шарф, кофта һымаҡ ҙурыраҡ әйберҙәр бәйләп кейҙем. Ә инде сигергә өйрәнеүем осраҡлы ғына килеп сыҡты. 8-се класта уҡығанда ауырып китеп, район дауаханаһына эләккәйнем. Шунда Сатый ауылынан Зәрә Рахманова тигән апай менән бер палатала ятырға тура килде. Минең ваҡыт үткәрә алмай, йонсоп, күңелһеҙләнеп йөрөүемде һиҙгәндер инде, өйҙәгеләрҙән мулине менән энә килтертергә ҡушты ла сигергә өйрәтте. Ҡыҙыл ҡалпаҡлы ҡыҙ һүрәтен сиккәйнем унда. Был минең тәүге эшем булды. Уны һаман да ҡәҙерләп һаҡлайым. Бына шулай күңелемдә сигеүгә ҡыҙыҡһыныу уятты был апай. Бының өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлемен, – тине әңгәмәсем.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, ҡул эшенә әсәһе һымаҡ оҫта булған Фәриҙә Фәтхулла ҡыҙы яратҡан шөғөлөн һаман да ташламай. Хәҙер инде төрлө гәзит-журналдарҙан, интернеттан ҡарап, яңы алымдар өйрәнә, фантазияһын да эшкә егә. Үҙе белгәндәрен ҡыҙы менән килененә лә өйрәтә. Буш ваҡыты килеп сығыу менән ҡулына эшен ала һала ул. Әйткәндәй, минең менән һөйләшкән арала ла әллә күпме бәйләп өлгөрҙө.

– Үҙем ошо райондың Ҡаран-Ҡунҡас ауылы ҡыҙымын. Яҙмыш елдәре мине урау-урау юлдар аша Әбеш ауылына алып килеп ташланы. Әсәйем – уҡытыусы, атайым агроном булды. Ғаиләлә өс бала үҫтек. Бер ағайым, бер ҡустым бар. Уҡыуым яҡшы булды, юғары кластарҙа төрлө олимпиадаларҙа ла ҡатнашып йөрөнөм. Бейергә яраттым. Төрлө кисә, байрамдарҙа сығыш яһауҙан ҙур кинәнес ала инем. Тыуған ауылымда һигеҙенсе класҡа тиклем белем алдым, унан һуң ике йыл Садовый ҡасабаһында уҡыным. Мәктәпте тамамлағас, атайымдың кәңәшен тыңлап, Аксен ауыл хужалығы техникумына юлландым. Унда беренсе йыл ғына бухгалтерҙар бүлеге асылғайны. Өс йыл шул һөнәрҙе үҙләштерҙем. Ҡулыма диплом алғас, Садовыйҙағы «Миәкә» совхозында хеҙмәт юлымды башларға тура килде. Дүрт йыл эшләнем бында. Тап шул йылдарҙа кейәүгә сыҡтым. Тиҙҙән улыбыҙ Рүзил донъяға килде. Әммә тормошобоҙ матур ғына барманы. Әллә йәшлек йүләрлеге менән, әллә яҙмышым шулай булдымы икән, иптәшемде дөрөҫ һайламауымды һуңлап ҡына аңланым. Улыбыҙға ике йәш тигәндә Фәрит менән юлдарыбыҙ ике яҡҡа айырылды, – тип хәтирәләргә бирелде үҙе.

Бигерәк тә тәүге мәлдәрҙә, йәш ҡатынға бәләкәй бала менән яңғыҙы донъя көтөү, әлбиттә, еңел булмай. Әммә янында туғандары, яҡындары булыуы тормош һынауҙарына бирешмәҫкә көс бирә, көслө ихтыярлы, түҙемле булырға өйрәтә. Декрет ялынан сыҡҡас, Фәриҙә апай элекке урынында эшен да­уам итә.
– Тап шул йыл­дар­ҙа Хоҙай миңә бәхетемде яңынан һынап ҡарарға та­ғы ла бер мөмкинлек ебәрҙе. Раян да ошо уҡ совхозда водитель бу­лып эшләй ине. Үҙе Әбеш ауылы егете. Хәҙер уй­лайым да, беҙҙе яҙмыш үҙе осраш­тырғандыр, тигән һығымтаға киләм. Сөнки тормошобоҙ ҙа күпмелер кимәлдә оҡшаш кеүек, ул да минең һымаҡ тәүге ғаиләһенән айырылған, улым йәшендәге ҡыҙы бар. Тәүге мәлдән үк бер-беребеҙҙе тиң күреп, матур ғына аралашып киттек. Раян үҙенең тырышлығы, ихласлығы, кешелекле, ярҙамсыл булыуы менән күңелемде арбаны. Өйләнешергә тәҡдим яһағас, улымдың киләсәге өсөн борсолһам да, яҡындарымдың кә­ңәшен тыңлап, ризалаштым. Аллаға шөкөр, хәҙер бер ҙә үкенмәйем. Бына инде егерме йылға яҡын бергә татыу ғүмер кисерәбеҙ. Улымды тәүге көндән үк үҙ балаһылай яҡын итеп ҡабул итте. Балаға атай тәрбиәһе ныҡ кәрәк ул. Аталы бала – арҡалы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Рүзил дә уға беренсе көндән «атай» тип өндәште, әле лә бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар. Улымдың бәлә­кәй­ҙән эшкә өйрәнеп, хеҙмәт һөйөп үҫеүендә лә Раян­дың роле баһалап бөткөһөҙ. 4-се класта ғына уҡыған сағында машина йөрөтөргә өйрәтте, һәр ваҡыт үҙе менән бергә алып йөрөй торғайны. Балама ауыр һүҙ әйтеп, рәнйеткәнен бөтөнләй хәтерләмәйем. Уртаҡ балаларыбыҙ тыуғас та айырып ҡараманы. Рүзилебеҙ хәҙер үҙе ғаиләле инде, уҡытып, оло тормош юлына сығарҙыҡ. Туйҙарын да гөрләтеп үткәреп ебәр­ҙек, Гүзәл киленебеҙ менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй­ҙәр, – тип әйтеп бөтөүе булды, Фәриҙә апай янына беҙ өйгә ингәндә тышта уйнап ҡалған бәләкәй малай килеп һырылды. Йәш ярымлыҡ ҡына был бәләкәс Рүзилдәренең улы Данияр икән. Баҡтиһәң, мәҡәләм геройы йәп-йәш кенә көйөнсә өләсәй булырға ла өлгөргән. «Баланың балаһы балдан татлы, тигәндәре дөрөҫтөр инде. Ейәнемде шул тиклем яратабыҙ. Өйөбөҙҙөң ҡояшы һымаҡ ул. Ялға ҡайтыуҙарын һағынып көтөп алабыҙ. Сер итеп кенә әйтәйем әле: Данияр ниңәлер Раян ҡартатаһын яҡын күрә, икәүләшеп килешә улар», – тип, өләсәй ейәнен тупылдатып һөйөп алды. Шул арала телефон шылтыраны. Әсә кешенең берсә ҡыуанып, берсә борсолоп һөйләшеүен күреп, моғайын да, балаһы шылтыраталыр, тип уйлап ҡуйғайным, яңылышмағанмын икән.

– Фидәлиә ҡыҙым менән һөйләштем. Йыл буйына республика кимәлендәге төрлө олимпиа­далар­ҙа ҡатнашып, 4-се класты тик «бишле» билдәләренә генә тамамлағаны өсөн «Красноусол» шифаханаһына юллама биргәйнеләр. Әле шунда ял итә. Ике аҙна булып китте инде. Һағынып бөттөк үҙен, – тип, уйымдың дөрөҫлөгөн раҫлап ҡуйҙы Фәриҙә апай. – Тағы ла Азат исемле улыбыҙ бар. Быйыл 10-сы класты бөттө. Тыныс холоҡло, шым ғына малай булһа ла, эшкә бигерәк уңған. Беҙҙең алмаштырғыһыҙ ярҙамсыбыҙ ул. Йорт-ҡура тирәһендәге барлыҡ эште лә белеп, еренә еткереп үтәп ҡуя. Бөгөн дә, ана, көтөүҙә.
Балаларының үҙ-ара шул тиклем дуҫ, татыу, берҙәм булыуын да ҙур кинәнес менән телгә алды Фәриҙә Фәтхулла ҡыҙы.

Һүҙгә мауығып, гәпләшеп ултыр­ған арала, сәй әҙерләргә өлгөргән килендәре Гүзәл беҙҙе һыйлы табын артына саҡырҙы. Күмәклә­шеп өҫтәл артына йыйыл­ғас, әңгәмә тағы ла йәнлерәк дауам итте. «Икебеҙ ҙә Ҡаран-Ҡунҡас ауылы эшҡыуары Исла­мовтарҙа эшләйбеҙ. Иптәшем – шофер, мин – товаровед. Уларҙың ете магазины бар. Аҙнаһына 2 – 3 тапҡыр Стәрлетамаҡ, Өфөгә барып, тауар ташыйбыҙ, ауылдар буйлап таратыу, иҫәп-хисап алып барыу минең өҫтөмдә. Икәү бергә эшләү күңелле лә, ышаныслы ла. Быға тиклем үҙ һөнәрем буйынса эш булмағас, фермала бы­ҙау ҙа ҡараным, Күл-Ҡунҡас балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып та эшләнем. Ҡасандыр һайлаған һөнәремдең кәрәге бына хәҙер генә тейҙе. Бер йылдан ашыу эшләйем, әммә шул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эшемде яратырға өлгөр­ҙөм, күңелемде һалып, кинәнеп йөрөйөм. Ниһайәт, үҙемдекен таптым тиһәм дә була», – тип, хужабикә эштәре хаҡында ла һөйләргә онотманы. Һүҙгә Раян ағай ҙа ҡушылды: «Эштә йөрөп ҡайтабыҙ ҙа, донъя мәшәҡәттәренә сумабыҙ. Ауыл ерендә йәшәгәс, мал, ҡош-ҡорт аҫрамайынса ла булмай. Бала­ларҙы уҡытырға, ярҙам итергә кәрәк. Баҡса үҫтереүҙе әйтеп тора­һы ла түгел инде. Ә бына шул баҡсалағы матурлыҡтар – тотош ғаиләбеҙҙең хеҙмәт емеше. Ҡатыным менән киленем интернеттан, гәзит-журналдарҙан тәгәрмәстән, пластик һауыттарҙан һәм шундай ҡул аҫтындағы ваҡ-төйәк нәмәләрҙән эшләнгән фигураларҙы, түтәлдәрҙе күрә лә, мин эшләп ҡарайым. Бергәләшеп фантазиябыҙҙы эшкә егеп, матур итеп төрлө сағыу төҫтәргә буяп та ҡуйһаҡ, күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр килеп сыға. Аҙаҡ был матурлыҡты күреп, күңел ҡыуана. Донъяға бер генә килгәнбеҙ бит, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, матур итеп йәшәргә кәрәк».

Ғаилә башлығының был һүҙҙәренән һуң, ирекһеҙҙән, мин был ерҙе матурларға тыуҙым, тигән шиғыр юлдары иҫемә төштө. Әйтерһең дә, был һүҙҙәр бары тик Әйүповтар ғаиләһенә ҡарата әйтелгән кеүек. Барлыҡ булмыштары менән гүзәллеккә ынтылған, ул ғына ла түгел, үҙ ҡулдары менән мөғжизә тыуҙырыуға өлгәшкән матур күңелле ғаилә ағзаларына бары тик бәхетле тормош ҡына юлдаш булһын.

Юлиә ӘХМӘТЙӘНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор фотолары.

Сығыу ваҡыты 25-07-2014, 17:17 | Ҡаранылар: 1342
|
  • «Үҙ туғаныңдың балаһын нисек ситкә тибәрмәк кәрәк?!»
  • Яҙмыш һынауҙарын еңеп...
  • Нимәгә тотонһа ла, атҡарып сыға торған кеше ул
  • Эштәрендә − күңел йылыһы
  • Хоҙайым ярҙам итте!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM