RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөндән ямғыр кәрәк...

18.07.2014 Бөгөндән ямғыр кәрәк...

Бөгөндән ямғыр кәрәк...Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында ҡоролоҡ дауам итә.
Быйылғы йәй республиканың ҡайһы бер төбәктәре өсөн ҡоро килә. Бигерәк тә бындай хәл май-июнь айҙарында көньяҡ-көнсығыш райондарҙа күҙәтелгәйне. Әбйәлил, Белорет, Учалы, Баймаҡ һәм Хәйбулла баҫыуҙарына саранча ябырылыуын да дымдың етешмәүе менән аңлатырға мөмкин. Шулай ҙа һуңғы аҙналарҙа үрҙә әйтелгән райондарҙың тәүге өсәү­һендә ямғырҙар яуып үтте. Ә баймаҡтар менән хәйбуллалар әле булһа ергә тамсылар төшөүен көтә.

– Ике айҙан ашыу яҡшылап ямғыр яуғаны юҡ, – ти төбәктәге ҡоролоҡ хаҡында Баймаҡ районы хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Азат Шәрипов. – Былтыр ҙа йәй башында ныҡ ҡыҙҙырҙы ла июнь аҙағында ямғырҙар киткәйне. Быйыл иһә, күреүегеҙсә, эҫеһе әллә ни булмаһа ла, дым етмәүе арҡаһында тауҙарҙағы үлән кибә башланы. Шулай ҙа мал аҙығы әҙерләү йәһәтенән мәсьәлә тыумаясаҡ. Ни өсөн тигәндә, көҙ ямғырҙың күпләп яуыуы ыңғай һөҙөмтәһен бирһә, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ ауыл һәм фермер хужалыҡтарын ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтте. Ҡоролоҡҡа бирешмәгән күп йыллыҡ үләндәрҙе сәсеү үҙен тулыһынса аҡлай. Ә ауыл халҡына бесән әҙерләү өсөн төпкәрәк, урман эсенә инергә тура киләсәк.

Азат Булат улы әйтеүенсә, район ике өлөшкә – Һаҡмар буйы һәм дала зонаһына бүлеп йөрөтөлә. Төбәктең ауыл хужалығы белгестәре ике зонаның дымлылығын тикшереп, икенсеһендә тәүгеһенә ҡарағанда дымдың күберәк булыуын асыҡлаған. Ни тиһәң дә, былтыр йәй-көҙ айҙарында дала зонаһында яуым-төшөм норманан ике тапҡырға артып киткән, ҡышҡыһын ҡар етерлек кимәлдә булған.

Һуңғы арала, район халҡы ҡоролоҡтан ҡурҡып, малдарын һуйып һата, тигән хәбәрҙәр ҙә ишетелеп ҡалғайны. Етәксе­ләрҙән һәм халыҡтан алынған фекерҙәр буйынса шуны әйтергә мөмкин: малды һуйып һатыу балаларҙы уҡыу йылына әҙерләү йәиһә башҡа ихтыяждарҙан сығып башҡарыла.

– Саранчанан ҙур ғына зыян күрҙек. Хөкүмәт ярҙамы менән баҫыуҙарға химик эшкәртеү уҙғарылды. Шулай ҙа был бөжәктән тулыһынса ҡотола алманыҡ әлегә, – тип һүҙен дауам итә Азат Шәрипов. – Мал аҙығы әҙерләүҙән тыш, иген культураларын урып-йыйыу эштәре тора. Уңыш нисек булыр, билдәһеҙ, әммә беҙгә бөгөндән ямғыр кәрәк.

Хәйбулла районы биләмәһенә килеп инеүселәр ҙә ямғыр­ҙың байтаҡтан яумай тороуына иғтибар итмәй ҡалмаҫ. Тирә-яҡ алтын көҙҙө хәтерләтһә, йылғаларҙың һайыға барыуы борсолоу тыуҙыра. район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Галина Шалашова һүҙҙәренә ҡарағанда, хужалыҡтарҙа мал аҙығы әҙерләү проблемаһы тормаясаҡ. Ауыл халҡы ла бесән саба башлаған. Уның ҡарауы, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эштәр яҡшы ҡуйылған. Аҡъюл ауыл советы рәйесе Илһам Ҡаҙаҡбаев әйтеүенсә, урман зонаһы ауылдары ла ямғырһыҙ интегә. Былтыр ауыл советына, ут сыға ҡалһа тип, уны ауыҙлыҡлау маҡсатында республиканан янғын һүндереү машинаһы бирелгән. Әле, ошо маҡсаттан сығып, дежур итеү ойошторолған.
Райондарҙа ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителмәгән. Ауыл халҡы менән бер рәттән, республика етәкселеге лә ямғырлы көндәргә өмөт итә, буғай. Синоптиктар фараз итеүенсә, аҙна аҙағында Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында яуым-төшөм көтөлә. Шулай була ғына күрһен!

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай