НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Аҡсаңды тупла һәм торлаҡ һатып ал!

Аҡсаңды тупла һәм торлаҡ һатып ал!


Аҡсаңды тупла һәм торлаҡ һатып ал!2014 йылдың 1 ғинуарына ҡарата алын­ған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡор­тос­танда торлаҡ шарттарын яҡшыр­тыу­ға мохтаждарҙың һаны – 38 мең кеше. Аңлашыла инде – күптәр, йүнле генә йәшәү урыны булмаһа ла, был исемлеккә инеп тә тормай ғына донъя көтөүен дауам итә. Шуға ла әлеге исемлектең ысынбарлыҡта тағы ла ҙурыраҡ икәнлегенә шик юҡ. 38 мең кеше лә әҙ түгел. Исемлеккә ингән һәр бер кешенең яҙмышы ҡыҙыҡһындыра һәм иғтибарға лайыҡ. Даими рәүештә йәшәр урыны булмағандарға нисек тә булһа төрлө кимәлдә ярҙам итергә тырышыу ҙа шуға бәйләнгән.

1 апрелдән республикала өр-яңы дәүләт программаһы эшләй башланы. Ул беҙҙең халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән һәм бик ҡыҙыҡлы ҡына булмаҡсы. Әле тәүге аҙымдарын баҫа ғына башлаған проект хаҡында ентекле һөйләү-аңлатыу өсөн Башҡор­тостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Ошо осрашыуҙа алынған мәғлүмәттәрҙе, башҡа сығанаҡтар менән берләштереп, һеҙгә лә еткерәбеҙ, дуҫтар.
Алдан уҡ шуны билдәләп ҡуяйыҡ: программа республика халҡын аҡса йыйырға өйрәтмәксе. Йәғни кредитҡа ғына йәшәргә өйрәнеп барған халыҡ хәҙер элеккесә – аҡса йыйып, йорт алған ваҡытты иҫкә төшөрөргә тейеш була. Насар түгел, етмәһә, йыйылған суммаға аҡса ла өҫтәргә вәғәҙә ителгән. Программаның маҡсаты – кешеләргә торлаҡ алыу өсөн тәүге иғәнә тупларға ярҙам итеү. Улай ғына ла түгел, артабан ошо проектта ҡатнашыусылар түбән процент менән ипотека кредиты ла аласаҡ. Үҙең туплаған аҡсаға кредитты ла ҡушып, ошо сумманы әҙер торлаҡҡа тотонорға ла, йортто үҙең төҙөгәндә файҙаланырға ла була.
Социаль проект Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте инициативаһы менән әҙерләнгән. Атап әйткәндә, программа ярҙамында урта хәлле граждандар торлаҡҡа эйә булырға тейеш, тип билдәләргә була. Торлаҡ алыу ике этапта башҡарыла – аҡса йыйыу һәм артабан кредит алыу.
Программала ҡатнашыусы, банкыла махсус иҫәп асып, шунда ай һайын аҡса һала башлай. Ошо аҡсаға дәүләт бюджеттан премия өҫтәй. Уның күләме – һалынған аҡсаның 30 проценты. Аҡса туплау тамамланғандан һуң граждандар ипотека кредиты алыу хоҡуғына эйә. Уның проценттары, бығаса күрелмәгәнсә, түбән билдәләнгән. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫ икәнлеген артабан һандар ярҙамында күрерһегеҙ.

Программаның төп
параметрҙары:

– граждандар тәүге иғәнә итеп ҡулланыласаҡ аҡсаны 3 – 6 йыл буйы туплай;
– депозит буйынса ставка – 1 – 1,5 процент;
– ай һайын граждан үҙенең иҫәбенә 3 – 10 мең һум аҡса күсерергә тейеш;
– аҙаҡ биреләсәк кредиттың ставкаһы – 6 – 7 процент;
– кредиттың максималь күләме – 1,5 миллион һум;
– ипотека-аҡса йыйыу программаһында ҡатнашыусыларға биреләсәк премияның күләме – 30 процент. Йәғни айына 10 мең һум һалып барған осраҡта 3 мең һум күләмендә дәүләт премияһы өҫтәлә.
Программаның төп операторы булып Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы тора. Киләсәктә башҡа банкылар ҙа ҡатнашырға теләк белдергән. Әлбиттә, улар ентекле тикшереүҙәрҙән һуң ғына һайлап алынасаҡ. Ни тиһәң дә, кешеләр торлаҡ алыу өсөн һалып барған аҡсаһының имен-аман ятасағына, страховкаланған буласағына нигеҙле рәүештә ышанырға тейеш. Башҡа тейешле критерийҙар ҙа бар.
Әйткәндәй, тупланған аҡсаны ер һатып алыу өсөн тотонорға ла мөмкин.
Башҡортостанда торлаҡ һәм төҙөлөш һаҡлыҡтары мәсьәләһе 2011 йылда уҡ өйрәнелә башлағайны. Республикабыҙ белгестәре торлаҡ мәсьәләһе беҙҙекенән күпкә яҡшыраҡ хәл ителгән Германия, Чехия һаҡлыҡ банкылары тәжрибәһен дә ентекле ҡараған. Яҡынғараҡ килгәндә, ошондайыраҡ программа Ҡаҙағстан Республикаһында ла тормошҡа ашырыл­ған. Рәсәй өсөн дә яңылыҡ түгел – быға тиклем Краснодар крайында ошондай йүнәлеш уңышлы икәнлеген күрһәткән.
Әлбиттә, программа торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булғандар өсөн тәғәйенләнә. Ләкин тәүге йылда, аныҡлап әйткәндә, 2015 йылдың 14 февраленә тиклем теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Артабан проектта булыу өсөн торлаҡ шарттарыңды яҡшыртырға кәрәклеген иҫбатларға тура киләсәк. Дөрөҫөн генә әйткәндә, шәхсән миңә тәүге йылда программала теләгән һәр кешенең ҡатнаша алыу факты аңлашылып бөтмәне. Әле халыҡ был проектты аңламай, ҡатнашырға теләмәй, тип уйлар инем – улай булып сыҡманы. Рөстәм Мәрҙәнов билдәләүенсә, программа эшләй башлаған тәүге бер-ике көндә үк 300-гә яҡын кеше проектта ҡатнашырға теләк белдергән.
Күпме аҡсаға өмөт бар?

Аҡсаның нисек тупланғанын аңларға түбәндәге миҫал ярҙам итер. Мәҫәлән: кеше ай һайын банкыға 10 мең һум аҡсаһын һалып бара. Был хәл дүрт йыл дауам итә. Ай һайын ингән иғәнәгә 1,5 процент өҫтәлә бара, премия ла бар. Дүрт йылдан һуң аҡсаның суммаһы 638 мең һум тәшкил итәсәк. Уның 144 мең һумы – бюджеттан бүленгән премия. Һөҙөмтәлә аҡса һалыусыға 473 мең һум күләмендә кредит та бирелә. Алты йылға. Дөйөм алғанда, буласаҡ торлаҡ хужаһының 1 миллион 112 мең һум аҡсаһы була. Ул ошо суммаға торлаҡ алырға тейеш булып сыға ла инде. Әлбиттә, әле килеп сыҡҡан суммаға башҡа сығанаҡтарҙан алынған аҡсаны ла ҡушырға мөмкин.
Алдашыуҙарҙың булыуы мөмкин дә түгел – ипотека итеп бирелгән аҡсаның маҡсатлы ҡулланылыу-ҡулланылмауын банк белгестәре тикшереп торасаҡ һәм закон боҙолған осраҡта премия аҡсаһы дәүләткә ҡайтарыласаҡ.

Ҡайҙа барырға?

Программала ҡатнашыу өсөн урындағы Һаҡлыҡ банкыһына барып, ошо мәсьәлә менән шөғөлләнгән менеджер ярҙамында ғариза яҙырға кәрәк. Тәүге йылда банкыға мөрәжәғәт итеү өсөн паспорт ҡына талап ителә, артабан документтар теҙмәһе артасаҡ. Һеҙгә иҫәп асыу-асмау тураһында ҡарар 5 – 17 көндә ҡабул ителәсәк.
Әле Өфөлә Һаҡлыҡ банкыһының 57 бүлексәһендә программала ҡатнашырға теләүселәрҙән ғариза ҡабул итәләр. Ошондай уҡ нөктәләр республиканың һәр бер район һәм ҡалаһында ла бар. Программала ҡатнашыусыларҙың һаны сикһеҙ түгел, шуға ла дәүләт ярҙамы алыр­ға теләгәндәр ашығырға тейеш. Етмәһә, әле проектта теләгән һәр кем ҡатнаша алыуы хаҡында онотоп ебәрмәгеҙ.
Әлбиттә, бығаса күрелмәгән проект буйынса һорауҙар бик күп. Шуға ла программа өсөн булдырылған “Ҡыҙыу линия”ның телефон номерын белеп ҡуйыу ҡамасауламаҫ. Бына ул: 8 (800)100-81-80. Шулай уҡ 8 (347) 218-09-16 номеры буйынса Башҡортостан Республикаһының Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Лилиә СИРАЕВА.

Сығыу ваҡыты 11-04-2014, 05:14 | Ҡаранылар: 1035
|
  • ГАЗ, УТ ӨСӨН КҮП ТҮЛӘҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ
  • Киләһе йылда 2 миллион 640 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ
  • 2014 йылда “әсәлек капиталы” күпме буласаҡ?
  • 650 етем бала торлаҡлы буласаҡ
  • “Әсәлек капиталы”н аҡсалата биреүгә ҡарашығыҙ?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM