НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ниңә береһе лә, хаҡ артмаясаҡ, тип вәғәҙәләмәй икән?

Ниңә береһе лә, хаҡ артмаясаҡ, тип вәғәҙәләмәй икән?


Ниңә береһе лә, хаҡ артмаясаҡ, тип вәғәҙәләмәй икән?Бөгөн сәйәси тормошта Украина, Ҡырым, Янукович, украин радикалдары тигән һүҙҙәр генә ишетелгән кеүек. Эйе, күрше илдә хәл-торош шәптән түгел, ғауға дауам итә, “һалҡын һуғыш” хаҡында ла хәбәр йөрөй. Уныһы кемдәр араһында икәнен әйтеп торор­ға ла түгел. Беҙ, йәғни Рәсәй, АҠШ менән “һалҡын һуғыш”тан “йылынғаныбыҙ” юҡ әле. Рәсәй яғынан Украинаның рус телле граждандарын яҡлау өсөн ҙур эштәр башҡарылғаны хаҡында ла отчеттар тыңлайбыҙ. Илдә барған акциялар тураһында әйтәм. Беҙгә билдәле булмаған башҡа саралар ҙа күреләлер, бәлки. Украинаны нимә көтөүен хәҙер фаразлауы ла ауыр.
Шулай ҙа бөгөн был теманан бер аҙ ситкәрәк китеп, ҡарашты һәм ҡолаҡты бүтән нәмәгә йүнәлтке килә. Мөһим нәмәгә. Донъяла бит Украина ғына түгел, ә нисек тә булһа йәшәргә ынтылып ятыусы ябай халыҡ та бар. Рәсәй халҡы. Беҙҙе бөгөн аптыратыуы еңелдән түгел – барыһы ла күргән-кисерелгән кеүек. Шулай ҙа кисә бер төрлө, бөгөн – икенсе, иртәгә өсөнсө төрлө булған хаҡтарға ғына ҡайһы саҡ “бот сабып” ҡуябыҙ. Шулайтабыҙ ҙа, йоҙроҡто кеҫәгә тығып, магазинға йүнәләбеҙ. Аңлағанһығыҙҙыр, һүҙ – хаҡтар хаҡында.

Кисә генә 100 һум ине…

Минең аҙыҡ-түлек кәрзинендә шәхсән бер ваҡытта ла урын алмаһа ла, бер көндө “Байрам”ға ингәс, “ялтыр-йолтор”ҙарға (шешәгә инде) күҙ һалдым. Эйе, дөрөҫ һөйләйҙәр икән, иҫерткес эсемлектәргә хаҡтар юғары үрмәләй ҙә баһа! Быйыл улар­ҙың хаҡы ике тапҡыр артасаҡ, ти. Рәсәй халҡы сәләмәт тормошҡа күсер, моғайын. Шулай тигән өмөт барҙыр хаҡтарҙы арттырыусыларҙа. Юҡ шул, эсергә яратҡан әҙәмдәр теләһә нимә алып ауыҙына ҡойорға ла әҙер. Сәләмәтлеген ҡаҡшатырға теләүселәргә, сир “һатып алыусы”­ларға тағы бер яңылыҡ – иң арзан тәмәке 50 һумдан да кәм тормаясаҡ.
Ғөмүмән алғанда, киләһе өс йылда яғыулыҡҡа, алкоголь һәм тәмәкегә хаҡтар әүҙем күтәреләсәк. РФ Дәүләт Думаһы депутаттары 2014 – 2016 йыл бюджетына әҙерләнгәндә үк күҙаллап ҡуйған булған.
Бензин хаҡы уртаса 13 процентҡа артыуы ихтимал. Барыһына ла яғыу­лыҡ продуктына акциз хаҡы артыу ғәйепле.
Ғәҙәттәгесә, хаҡтар күтәрелеү яңы баш­лан­ған йылдың тәүге көндәренә хас, тигән ялған ышаныс йәшәй. Эйе, ул көндәрҙә бәғзеләр тауарға тағып ҡуйылған ярлыҡтарҙа икенсе һандарҙы бер аҙ еңелерәк ҡабул итеүсән. Тағы бер ҡыҙыҡ фактҡа юлы­ғаһың: хаҡтар шым ғына арттырыла. Бе­ләһегеҙ бит, пенсиямы, эш хаҡы йә пособиемы артҡанда, ярты йыл алдан ҡысҡыралар, ә халыҡ түләйһе тарифтар күтәрелеүен, хаҡтар үҫеүен мөмкин тиклем тауыш-тынһыҙ үткәрәләр. Хө­күмәттең инфляцияға ҡаршы саралары ла, һатып алыусының кәрзине торған һайын еңеләйә төшөүе лә – бер нәмә лә ҡамасауламай.

Диетаға
ултырмаҫбыҙ ҙа ул…

Европаның Рәсәйҙә тиҫтә йыллап эшләүсе “Management Development Group” компанияһының идарасы партнеры Дмитрий Потапенко белдереүенсә, аҙыҡ-түлеккә хаҡ артыуы бер ҡасан да туҡтамаясаҡ, хатта 90 процентҡаса күтәрелеүе ихтимал. Ә анығыраҡ күҙаллауынса, колбаса – 25 – 30, һөт ризыҡтары – 20 – 25, йәшелсәләр 20 процентҡа ҡиммәтләнәсәк. Ә үҙебеҙҙең Һөт етештереүселәр милли берлегенең идара рәйесе Андрей Даниленко иһә һөт продукцияһының хаҡы 10 процент тирәһе артасағын фаразлай. Сәбәптәр элеккесә – мал аҙығы ҡиммәтләнде, шул арҡала эшкәртелмәгән һөттө һатып алыу хаҡы үҫте, магазин кәштәһенә барып еткәс, тағы яңы хаҡ ҡуйылды.
Иҫләйһегеҙҙер, былтыр күп төбәктә ҡоролоҡ булды ла мал аҙығы етештереү тотҡарланды. Һөҙөмтәлә нимә? Һөҙөмтәлә тауыҡтар ҙа ас ҡалған, ахыры, йомортҡаға хаҡтар­ҙың артыуын күҙаллайҙар. Былтыр йыл аҙағында уҡ “алтын йомортҡа”лар һатып алғайныҡ та баһа! Бер тиҫтәһен 60-ар һумға.
Быйыл шоколад менән какао ла ҡиммәтләнәсәк. Сәбәбе – какаоның уңышы насар булған, сеймал етмәй.
Ит етештереүселәр генә хаҡтар артыуын вәғәҙәләмәй. Был ауылда төп килеме мал һимертеп һатып аҡса эшләү булған крәҫтиәнгә ҡулаймы ни инде? Шулай ҙа был тармаҡта конкуренция көслө, шуға хаҡ үҫмәй, ти эксперттар. Иң мөһиме, тауыҡ итенә хаҡ артмаһын. Тағы сусҡа итенә. Уларҙы “йүгәнләп” булһа, һыйыр итенең дә хаҡы бер сама ҡаласаҡ.
Былтыр картуф ҡиммәтләнеп киткәйне. Әле лә ул яңы уңышҡа тиклем ярайһы үҫкән хаҡ менән һатыласаҡ.

Иҫке тәпешкә кейеп, иҫке телевизор
ҡарарбыҙмы икән?

Рәсәйҙә һатылған бөтә аяҡ кейеменең 80 проценты ситтән индерелә. Уларҙың хаҡы валютаға бәйле. Доллар курсы үҫһә, туфли-ботинкалар ҡиммәтләнә. Һумыбыҙ арзанай­һа, сит ил көнкүреш техникаһына хаҡ күтәрелә. Был тенденция – мәңгелек. Шуны онотмағыҙ. Әйткәндәй, сит ил етештереүселәре беҙҙең магазиндарға яңы моделле телевизор, компьютер, телефондар ебәрә. Әлбиттә, “ҡабарған” хаҡ менән. Ә иҫке моделдәр арзаная, тик уларҙы алғы килмәҫ шул. Йыл уртаһына автомобилдәр ҡиммәтләнәсәк. Рәсәй автомобиль дилерҙары ассоциацияһы белдереүенсә, беҙҙең илдә йыйылған “иномарка”­ларҙың бер өлөшө, үҙебеҙҙең АвтоВАЗ йә УАЗ продукцияһы хаҡтарын күтәрергә йыйына. Рәсәй Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инде лә, хәҙер шуның талаптарын үтәргә тейеш. Автомобил­дәргә ҡағылған талаптарҙың береһе – Рәсәй биләмәһендә эшләүсе һәр автоетештереүсе лә утилләштереү йыйымын импортерҙар менән бер рәттән түләргә бурыслы. Хаҡтар шул сәбәпле арта, йәнә лә үҙебеҙҙә эшләнгән еңел машиналарға ҡағылышлы льготалы кредит программаһы тамамланды.

Коммуналь һәм йәмәғәт транспортына түләүҙәр

Уйлап ҡараһаң, беҙҙе тик түләүҙәр генә уратып алған кеүек. Буш бер нәмә лә юҡ. Бар, русса таралған әйтемдәге кеүек – ҡапҡандағы бушлай сыр. Тик ҡапҡанға эләгеү ҡурҡыныс. Хәтерегеҙҙәме икән, бер заман урам транспорты буш булғайны. Тәжрибә сифатында, тинеләр. Күрәһең, уңышһыҙ тәжрибә булғандыр. Хәҙер иһә, мәҫәлән, баш ҡалабыҙ Өфөлә генә йәмәғәт транспортына әллә нисәмә төрлө хаҡ. Трамвай-троллейбуста бер тапҡыр йөрөү хаҡы ҡулаҡсаға 12 һум. “Башавтотранс” “НефАз”дары – 18, “ПАЗ”, микроавтобустар, “ГАЗель”­дәр 20 – 25 һум тора. Транспорт карталарына башҡа хаҡ, 30 һумлыҡ бәләкәй автобустар ҙа бар, 15 һумлыҡ бер маршрутка йөрөй, киске сәғәт туғыҙҙан һуң “ПАЗ”иктар хаҡты биш һумға арттыра. Шунан башыңды ҡатырмай ғына йөрөп ҡара! Ошондай күп төрлө хаҡтар тағы ла үҙгәрмәксе. Бәлки, беҙҙең төбәккә ҡағылмаҫ та әле.
Поездарға ла хаҡ артыуын күҙаллайҙар. Уртаса 4,2 процентҡа үҫеүе ихтимал.
Торлаҡ-коммуналь түләүҙәр суммаһы шәп үҫмәһә лә, 4,5 – 5,2 процентҡа күтәрелер, моғайын. Пасса­жир­ҙарға ла юлға күберәк аҡса алып сығырға тура киләсәк. Был – Рәсәй Юғары иҡтисад мәктәбенең әйҙәүсе белгес-эксперты Николай Кондра­шовтың фекере.

Әйткәндәй

“Метриум Групп” аналитиктары раҫлауынса, бензинға хаҡ артыуы төҙөлөш материалдарының да ҡиммәтләнеүенә килтерә. Ә төҙөлөш материалдары ҡиммәтләнһә, торлаҡҡа ла хаҡ арта. Торлаҡ төҙөгәндә бит яғыулыҡ та ҡулланыла. Ҡыҙыҡ, ә бәлки, ҡыҙғаныстыр ҙа был хәл. Әгәр ҙә быйыл бензин хаҡы вәғәҙә ителгән процентҡа артһа (үрҙә яҙылды), торлаҡтың квадрат метрына хаҡтың 10 процентҡа күтәрелеүе бар.
Былтыр ноябрҙә Дәүләт Думаһы депутаттары нефть эшкәртеү заводтарын тәбиғи төбәк монополияһы тип иғлан итеп, хаҡтар­ҙы контролләргә уйлағайны ла, килеп сыҡманы. Нефтсе­ләрҙең үҙҙәре ҡаршы төшөүе етмәгән, уларҙы Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт вәкилдәре лә яҡланы. Йәнәһе, нефть эшкәртеүселәрҙе төбәк монополияһы тип атап булмай, сөнки улар бензин һәм башҡа продукцияһын дөйөм ил баҙарына сығара. Шулай булғас, бензинға хаҡ артып тороуын бер нисек тә туҡтатып булмай. Хатта Рәсәй донъя­ла иң көслө нефть табыусы ил булһа ла.
Машинам юҡ, бензинға хаҡ артыуы миңә “нипачум”, тип ултырыусылар юҡ инде бөгөн. Заправкаларҙағы таблола һандар үҙгәреү менән магазиндағы аҙыҡ-түлектеке лә үҙгәрә һала.

Сығыу ваҡыты 14-03-2014, 06:23 | Ҡаранылар: 671
|
  • Илдәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ ҡурҡытмаймы?
  • Тәмәкегә хаҡ ҡапыл артасаҡ
  • Тауыҡ йомортҡаһы һәм төркиә ҡиммәт
  • Рәсәйҙә – 40 тапҡыр тиҙерәк
  • Ҡыяр ашарғамы, әллә ҡарабойҙай бутҡаһымы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM