НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » ГАЗ, УТ ӨСӨН КҮП ТҮЛӘҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ

ГАЗ, УТ ӨСӨН КҮП ТҮЛӘҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ


ГАЗ, УТ ӨСӨН КҮП ТҮЛӘҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ2013 йылда коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артыу сәбәпле, йорт хужаларына матди ярҙам итеү маҡсатында компенсациялар бирелә башлағайны. Бындай ҡарар Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителде. Компенсация яңы тарифтар буйынса билдәләнгән хаҡ элеккенән 12 проценттан артҡан осраҡтарҙа бирелде.
Былтыр компенсацияны Өфөлә йәшәүселәрҙең бөтәһе лә алды. Бер ниндәй ҙә документтар йыйып тапшырырға, компенсация алыу өсөн тейешле ойошмаларға мөрәжәғәт итергә лә кәрәкмәгәс, күптәр бындай ярҙам күрһәтелеүен һиҙмәй ҙә ҡалды. Етмәһә, матди ярҙам граждандарҙың килемен тикшермәй генә бирелде.
Ләкин һәр кем аңларға тейеш – әлеге матди ярҙам адреслы түгел ине, уны алыу өсөн бер кем дә, бер ҡайҙа ла ғаризалар менән мөрәжәғәт итмәне. Шулай уҡ кешенең нисә фатиры булыуы, килеме лә иҫәпкә алынманы. Етмәһә, фатир хужаларының коммуналь хеҙмәт өсөн бурысы булыу-булмауы ла тикшерелмәне. Был социаль ғәҙеллек принцибын юҡҡа сығара. Бөтә граждандарҙы ла бер рәткә теҙеү дөрөҫ үк түгел. Шуға ла быйыл 1 ғинуарҙан торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бүленгән әлеге компенсацияны түләүҙе кисектереп торорға мәжбүр булдылар. Ләкин быны халыҡ ярҙамһыҙ ҡалдырыласаҡ тип аңларға ярамай. Компенсация артабан да биреләсәк, тик бөтә кешеләргә лә түгел. Хәҙер социаль түләүҙәр адреслы буласаҡ. Шулай уҡ бер кешенең әллә нисә фатиры булған осраҡтар ҙа иғтибарға алына – граждан йәшәгән һәм теркәлгән урынында, йәғни бер фатирының ғына уты, газы, һыуы өсөн ташламалар менән түләй ала.
Әлеге матди ярҙамды компенсация итеп түгел, адреслы социаль түләү тип аңларға кәрәк. Уны алыу өсөн тейешле ойошмаларға ғариза менән мөрәжәғәт итеү талап ителә. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген үҙегеҙ йәшәгән торлаҡҡа коммуналь хеҙмәт күрһәтеү менән шөғөлләнгән ойошмалар аша белеп була. Шулай уҡ квитанцияларҙа ла был хаҡта мәғлүмәт бар.
Әйткәндәй, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү хаҡы бер фатирҙа йәшәүсе ғаиләнең дөйөм килеменең 20 процентынан артып китһә, граждандар өҫтәмә субсидиялар алыу өсөн дә мөрәжәғәт итә ала. Был сара аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында ҡабул ителгән.
Адреслы социаль түләү алырға хоҡуғы булғандар исемлеге:
– торлаҡты найм килешеүе буйынса ҡулланыусылар;
– торлаҡ йәки торлаҡ төҙөү кооперативы ағзалары;
– торлаҡ хужалары шул йортта даими йәшәргә һәм теркәлгән булыр­ға тейеш.
Адреслы социаль түләүҙе бүлеү өсөн түбәндәге шарттар нигеҙ булып тора:
– һыуыҡ һәм эҫе һыу, йылылыҡ, электр энергияһы, газға түләү өсөн билдәләнгән тарифтың 12 проценттан юғарыраҡҡа күтәрелеүе;
– граждандарҙың коммуналь хеҙмәттәр һәм торлаҡ өсөн түләүҙәр буйынса бурысы булмауы.
Кәрәкле документтар:
– ғариза һәм тапшырылған документтарҙы тикшереүгә рөхсәт;
– РФ гражданы паспортының күсермәһе;
– торлаҡ менән файҙаланырға хоҡуҡ биргән документтарҙың күсермәһе;
– аҡсаны күсереү өсөн иҫәп йәки банк картаһы асылыуын күрһәтеүсе килешеүҙең күсермәһе;
– торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында, бурысһыҙ түләп барыуығыҙҙы күрһәтеүсе документтарҙың күсермәһе.
Документтарҙың күсермәләрен тапшырғанда оригиналдарын да күрһәтеү талап ителәсәк, шуға ла улар ҙа янығыҙҙа булһын. Алдан нотариус­ҡа ла барып килергә мөмкин.
Документтарҙы 2014 йылдың 30 июненә тиклем тапшырыу мотлаҡ. Документтарҙы тулы итеп һәм ваҡытында тапшырмаусыларға адреслы социаль ярҙам күрһәтелмәйәсәк.

Лилиә СИРАЕВА.

Сығыу ваҡыты 28-01-2014, 06:28 | Ҡаранылар: 659
|
  • Аҡсаңды тупла һәм торлаҡ һатып ал!
  • Компенсация түләнә
  • Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам
  • Күп балалы ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тәртибе раҫланды
  • Һыуға хаҡ артһа
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (6.10.2017)



  • Радио Юлдаш FM