НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ҡыяр ашарғамы, әллә ҡарабойҙай бутҡаһымы?

Ҡыяр ашарғамы, әллә ҡарабойҙай бутҡаһымы?


Ҡыяр ашарғамы, әллә ҡарабойҙай бутҡаһымы?Бөгөн баҙар буйлап йөрөп, тағы ла бер тапҡыр инандым – һуңғы арала аҙыҡ-түлеккә хаҡ һиҙелерлек артты. Бигерәк тә йомортҡа менән һөт аҙыҡтарының ҡиммәтләнеүе күренә. Һәр хәлдә, беҙгә, ябай ҡулланыусыларға, көн дә ҡулланыла торған аҙыҡ-түлектең хаҡы артыуы иң тәүҙә күҙгә салына. Башҡортостан статистиктары биргән мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан республикала һөт аҙыҡтарына хаҡ 10,6 процентҡа күтәрелгән. Был аҙ түгел, ни тиһәң дә, эш хаҡы бер ҙә артманы бит. Сырҙың хаҡы – 11,4, аҡ майҙыҡы 14,1 процентҡа артҡан. Шәкәрҙең хаҡы ла 15 процентҡа тиерлек күтәрелгән.
Он һәм икмәктең хаҡы ошо арауыҡта 9,7 процентҡа ҡиммәтләнгән. Әйткәндәй, белгестәр һанап сығарыуынса, Рәсәй халҡы икмәкте көндән-көн әҙерәк ашай икән. Был кешеләр­ҙең күмәкләп диетала ултырыуына түгел, икмәктең сифаты насарайыуына бәйле, тип билдәләнә. Тағы ла бер углеводтар сығанағы – ярмалар­ға хаҡ йә арта, йә кәмей. Барығыҙ ҙа иғтибар иткәнһегеҙҙер: ҡарабойҙай ярмаһына хаҡ төштө. Был ярмаға беҙҙең алыпһатарҙар бер ҙә битараф түгел, уның хаҡын әле ҡиммәтләндереп, әле арзанайтып, популярлығын арттырып ҡына торалар. Ә башҡа ярмаларға хаҡ, киреһенсә, артты – 7,6 – 16 процентҡа. Хаҡы күтәрелгән ярмалар иҫәбенә манный, арпа, дөгө һәм тары инә.
Эсергә яратҡандарға ла еңелдән түгел. Һуңғы туғыҙ айҙа алкоголле эсемлектәргә хаҡ 10,6 процентҡа күтәрелгән. Ябай араҡыға хаҡ 17,6 процентҡа артҡан. Коньяк, шарап кеүек эсемлектәр ҙә ситтә ҡалмаған.
«Башҡортостанстат» биргән мәғлүмәт буйынса, сентябрҙә тауыҡ йомортҡаһына хаҡ ҡапыл ғына 6,9 процентҡа күтәрелһә лә, үткән туғыҙ айҙы алғанда, уның хаҡы 9 процентҡа төшкән. Нимә генә булһа ла, бөгөн шуны күрәбеҙ – 10 дана йомортҡаның хаҡы, яҡынса алғанда, 55 һум тирәһе тора. Был – ҡиммәт. Ит кенә күңелде күтәрә – уның хаҡы бер ҙә артмай, электән нисек ҡиммәт булһа, шул көйө ҡала бирә. Тауыҡ итенең хаҡы ғына бер аҙ төшкән.
Рәсми мәғлүмәттәр сентябрь айында яһалғанлыҡтан, унда бөгөнгө көнгә йәшелсәләрҙең хаҡы артыуы күренмәй. Әле яңы ғына 30 – 40 һум булған ҡыярҙың хаҡы иң арзан урындарҙа ла 100 һумдан төшмәй.
Тәмәкегә хаҡ та халыҡты сәләмәт тормошҡа өндәү кампанияһына оҡшай башланы – 22,1 процентҡа тиклем арттырылды. Тик бына республикала дарыуҙарға хаҡ күтәрелеүе генә күңелде ҡыра – бигерәк тә поливитаминдарға. Бензиндың хаҡы ла артты, ул ғына түгел, башҡа яғыулыҡ-майлау материалдарына ла күтәрелде.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, баш ҡаланың Үҙәк баҙарында аҙыҡ-түлеккә ҡуйылған хаҡтар менән яҡындан таныша алаһығыҙ. Улар 31 октябргә бер килограмм аҙыҡҡа ҡарата бирелә.

Хаҡтар – һумда

Картуф 20 – 22
Һуған 23 – 25
Кишер 23 – 25
Кәбеҫтә 18 – 20
Ҡабаҡ 15 – 20
Сельдерей 150
Пекин кәбеҫтәһе 60 – 80
Баклажан 40 – 60
Татлы борос 40 – 65
Ҡыяр 100 – 120
Помидор 75 – 130
Ҡыҙыл сөгөлдөр 23 – 25
Һарымһаҡ 100 – 140
Һыйыр ите 220 – 320
Һарыҡ ите 280 – 330
Тауыҡ ите 89 – 180
Өйрәк ите 250 – 270
Ҡаҙ ите 270 – 280
Ҡарабойҙай,
сәскә балы 300 –350
Йүкә балы 350 – 400
Кәрәҙле бал 500 – 550
Дөгө ярмаһы 32 – 36
Ҡарабойҙай ярмаһы 21 – 23
Шәкәр 27 – 30
Хөрмә 120 – 130


Әйткәндәй, быйыл бензин хаҡының артыу темпы инфляцияны уҙҙы.
Рәсәй статистика хеҙмәте биргән мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан бензинға хаҡ 5,8 процентҡа күтәрелгән. Ә инде инфляция сентябрь аҙағына 4,7 процент тәшкил итә ине. Тик халыҡты тыныс­ландырырға ашығабыҙ – белгестәр, октябрҙә бензин йәнә ҡиммәтләнһә лә, йыл аҙағына тиклем күтәрелмәйәсәк, тип вәғәҙә итә. Артһа ла, литрына 10 – 20 тиндән күберәккә түгел.
2012 йыл менән сағыштырғанда, ғинуар – сентябрь айҙарында бензинға хаҡ 8,1 процентҡа менгән. Шул уҡ ваҡытта сентябрҙә яғыу­лыҡ хаҡы ҡапыл ғына 1,4 процентҡа артты. Шуға ла октябрь башынан бер литр бензин 30,62 һумға барып етте. Беҙҙә генә түгел, сентябрь аҙағында бензинға хаҡ Европа илдәрендә лә арта башлаған. Әлеге ваҡытта иң ҡиммәт бензин Норвегияла һатыла, ә инде иң арзаны – Кувейтта. Норвегияла бер литр бензин – 80 һум. Тик улар өсөн ҡайғырырға түгел – был ил халҡының йәшәү кимәле юғары.
Беҙгә яҡыныраҡ илдәргә килгәндә, Ҡаҙағстан автозаправкаларында бензин иң арзаны тип билдәләнә.

Сығыу ваҡыты 1-11-2013, 11:33 | Ҡаранылар: 630
|
  • Ә һин күпме алаһың?
  • Тауыҡ йомортҡаһы һәм төркиә ҡиммәт
  • Ауыл хужалығы
  • Кредитҡа батып ҡына фатир алмаһаң ...
  • ЙӘШӘР ӨСӨН АШАЙБЫҘ, АШАР ӨСӨН ЙӘШӘЙБЕҘ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM