RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Эшҡыуарҙар өсөн страховкалау иғәнәһе нисек үҙгәрәсәк?

13.09.2013 Эшҡыуарҙар өсөн страховкалау иғәнәһе нисек үҙгәрәсәк?

Эшҡыуарҙар өсөн страховкалау иғәнәһе нисек үҙгәрәсәк?Бөгөн пенсия тирәһендә һорауҙар һәм аңлашылмаусанлыҡтар күп. Етмәһә, был өлкәгә әленән-әле бихисап үҙгәреш индерелеп тора. РФ Пенсия фондының БР буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров ҡайһы бер көнүҙәк һорауҙарға аңлатма индерҙе.

– Шәхси эшҡыуарҙар өсөн Пенсия фондына индерелгән түләүҙәр кәметелергә тейеш тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
– 2014 йылдың 1 ғинуарынан шәхси эшҡыуарҙар бер минималь эш хаҡы күләме (МРОТ) иҫәбенән йылына бер тапҡыр түләргә тейеш буласаҡ. Бутамағыҙ, быйылға ул ике МРОТ иҫәбенән була, киләһе йылдан ғына түләү суммаһы кәметеләсәк.
Әгәр ҙә килем 300 мең һумға тиклем булһа, түләү тарифы 1 МРОТ ҡаласаҡ. Әгәр ҙә 300 мең һумдан ашыу икән, ошо сумманан ашҡан килемдән бер процент өҫтәмә түләргә кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, беҙҙең сайтта (www.pfrf.ru) “Эшҡыуарҙың шәхси кабинеты” бүлеге бар. Унда һеҙ түләргә тейешле страховкалау иғәнәһе, бурыстарығыҙ тураһында мәғлүмәт табырһығыҙ.
– Шәхси эшҡыуармын. Пенсия фондына йыл һайын 36 мең һум түләйем. Миңә пенсия нисек иҫәпләнәсәк?
– Ике МРОТ иҫәбенән. Әлеге мәлдә бер МРОТ 5205 һум тәшкил итә. Тимәк, һеҙгә10 410 һум пенсия иҫәпләнәсәк.
– 2015 йылда хаҡлы ялға сығыусыларҙың пенсияһы яңы формула буйынса иҫәпләнәсәкме?
– Эйе, 2015 йылдың 1 ғинуарынан пенсия яңы формула буйынса тәғәйенләнәсәк. Иҫәпләүҙә коэффициенттар ҙа ҡушыласаҡ (әгәр ҙә РФ Дәүләт Думаһы ҡабул итһә). Индерелгән страховкалау иғәнәһенең максималь йыллыҡ коэффициенты билдәһе 10-ға тигеҙ буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта стаж һәм пенсияға һуң сыҡҡан өсөн коэффициенттар ҡушыласаҡ. Һәм, әлбиттә, эш хаҡының күләме иҫәпләнәсәк. Бына ошолар пенсияны иҫәпләүҙең төп параметрҙары. Бөгөн хаҡлы ялға сығыу өсөн кәмендә биш йыл стаж кәрәк. Ә проект буйынса, хаҡлы ялға сығыуҙың минималь ваҡыты 2015 йылдан 2025 йылға тиклем берәр йылға арттырылып барып, 15 йылға еткереү күҙаллана.
– Тиҙҙән хаҡлы ялға сығам. Пенсия йәше арттырылмаясаҡмы әле?
– Юҡ. Яңы пенсия формулаһында хаҡлы ялға сығыу йәшен арттырыу ҡаралмаған. 1956 йылғы законда билдәләнгәнсә, пенсияға сығыу йәше ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 55, ир-егеттәр өсөн 60 йәш. Шул уҡ ваҡытта өҫтәмә коэффициенттар менән халыҡты хаҡлы ялға һуңыраҡ сығыуға дәртләндереү ҡаралған.
– Пенсияны дәүләт ҡатнашлығында финанслау программаһында ҡатнашам. Йылына 12 мең һумдан күберәк иғәнә индерә аламмы һәм хаҡлы ялға сыҡҡас та аҡса күсереп барһам буламы?
– Әлеге программаға ярашлы, һеҙ тәүге тапҡыр иғәнә индергәндән һуң ун йыл дауамында түләп бара алаһығыҙ. Түләү ваҡытын, суммаһын һәм йышлығын үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Программаға 2013 йылдың 1 октябренә тиклем ҡушылып өлгөрөргә һәм ағымдағы йылдың 31 декабренә тиклем тәүге иғәнәне индерергә кәрәк.
Әгәр ҙә 2 мең һум иғәнә индерһәгеҙ, дәүләт һеҙгә 2 мең һум аҡса ҡуша, 12 мең һум индерһәгеҙ – 12 мең һум өҫтәй. Әгәр ҙә 50 мең һум индерһәгеҙ, дәүләт барыбер 12 мең һум өҫтәйәсәк. Әйткәндәй, буласаҡ пенсионерҙар араһында 100-әр мең һумлап иғәнә индереүселәр бар. Пенсияны дәүләт ҡатнашлығында финанслау программаһында эшләүсе лә, эшләмәүсе лә, хаҡлы ялдағы кеше лә ҡатнаша ала.
– Пенсияны дәүләт ҡатнашлығында финанслау программаһына индереп барған аҡсамдың киләсәге борсой...
– Хәтерегеҙгә төшөрәм, тәүге иғәнә индергән ваҡыттан алып ун йыл дауамында аҡса түләп барырға кәрәк. Быйыл түләһәгеҙ, киләһе йылдың беренсе кварталында дәүләт уны арттыра. 1 майға тиклем һалынған сумма иҫәбегеҙҙә күренәсәк. Был аҡсаны пенсия йәшенә етеү менән ала башлаясаҡһығыҙ.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, пенсия тупланма һәм страховкалау өлөштәренән торасаҡ. Тупланма өлөш эш биреүсенең иғәнәһенән һәм дәүләт ҡатнашлығында финанслау программаһында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә туплана. Был өлөштө нисек алыуҙы үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Беренсе юлы – йыйылған өлөш бер тапҡыр тулыһынса түләнә. Икенсе юл – был сумманы ун йыл дауамында алырға мөмкин, ә өсөнсө юл – ғүмер буйына пенсияғыҙға өҫтәлеп бара. Шуны билдәләргә кәрәк, ғариза бер тапҡыр яҙыла, һуңынан теләгегеҙҙе үҙгәртеү форсаты булмаясаҡ. Әгәр ҙә кеше пенсия йәшенә етмәҫ элек мәрхүм булһа, тупланма өлөш уның хоҡуҡи вариҫына тапшырыла.
– Әсәйемә 80 йәш, ул беренсе төркөм инвалиды. Һуғыш осоро балаһы булараҡ, уға ниндәйҙер түләү ҡаралғанмы?
– Ундай категориялар юҡ. Һуғышта ҡатнашыусыларға, һәләк булыусының ҡатынына өҫтәмә түләүҙәр бар. Әсәйегеҙ беренсе төркөм инвалиды булараҡ, пенсияһының нигеҙ өлөшө ике тапҡыр арттырылған. Шуға күрә 80 йәше тулыу айҡанлы пенсияһын арттырыу ҡаралмаған.
– Балаларға нисә йәшенән шәхси иҫәбенең страховкалау номеры (СНИЛС) бирелә? Ғөмүмән, ул нимә өсөн кәрәк?
– Пенсия фондында илебеҙҙең һәр кешеһенә шәхси счет асыла. Шунда күрһәтелгән һан буйынса ул дәүләт хеҙмәттәре менән ҡуллана ала, шул иҫәптән пенсия тәғәйенләнә. Һәр кешенең шәхси иҫәбенең страховкалау номеры булырға тейеш, унһыҙ уға дәүләт хеҙмәте күрһәтелмәйәсәк. Элек был документ тәүге эш хаҡы алған саҡта тапшырыла ине, ә хәҙер сабый тыуған көндән бирелә. Шуға күрә һәр ата-әсә балаһына шәхси иҫәбенең страховкалау номерын алыу өсөн Пенсия фонды бүлексәһенә мөрәжәғәт итә ала. Әгәр ҙә документты юғалтһағыҙ, йә фамилияғыҙҙы алмаштырһағыҙ, һеҙгә яңыһын бирерҙәр, әммә шул уҡ номер ҡаласаҡ.
– 2010 йылда “әсәлек капиталы” ярҙамында кредитымды ҡапланым. Капиталдың бер өлөшө ҡалды. Ошо аҡсаны тәүге баламдың уҡыуына тотона аламмы?
– Эйе, мөмкин. “Әсәлек капиталын” торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ла, белем алыуға ла йүнәлтә алаһығыҙ. Шул уҡ ваҡытта уны башҡа балаларығыҙға ла, өлөшләтә лә тотонорға мөмкин. Шуныһы бар, иҫәптә әле ҡалған аҡсаны индексацияларға мөмкин. Капитал йәки уның өлөшө, депозит булараҡ, күпме теләйһегеҙ, шул сама ята ала. Шуны билдәләргә кәрәк, был – дәүләт депозиты. Әлеге закон 2007 йылдың 1 ғинуарынан 2016 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған балалар өсөн тәғәйенләнгән. “Әсәлек капиталы”на сертификаты булған әсәләр аҡсаны үҙҙәре теләгән ваҡытта файҙалана ала, сертификаттың ҡулланыу ваҡыты сикләнмәгән.

Г. ЯХИНА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай