НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Кредитһыҙ нисек йәшәргә?

Кредитһыҙ нисек йәшәргә?


Бөгөн күп кеше үҙенә ошо һорауҙы бирергә мәжбүр. Иҫләп ҡарағыҙ әле – бынан 20 йыллап элек кредитығыҙ булдымы? Ә бөгөн ни өсөн банкыларға бурыслыһығыҙ?
Рәсәй халҡы шул тиклем күп кредит алған, хатта ошо арала дефолт булыуы ихтимал, имеш. «Связной банк» тикшеренеүҙәр үткәргән дә, шундай һығымтаға килгән – ил халҡының хеҙмәт йәшендәге кешеләренең 45 проценты кредит түләй. Уларҙың күбеһе булған бурысын түләргә тағы кредит ала икән. Үҙәк банк һәм кредит бюролары мәғлүмәттәре буйынса, ҡайһы бер төбәктәрҙә эшләүселәр­ҙең 100 проценты кредитлы. Силәбе, Кемерово, Свердловск өлкәләре, Хабаровск крайы шул иҫәптә. Араларында беҙҙең Башҡортостан да бар.
Ә кредитһыҙ йәшәп булмаймы икән? Ошо һорауға яуапты гәзит уҡыусылар бирә.

Зилиә Ғарифуллина, банк хеҙмәткәре:
− Кредиттар, әлбиттә, ставкалары ярайһы ғына ҙур процентлы булһа ла, теге йәки был әйберҙе, мәҫәлән, көнкүреш техникаһын, автомобиль, фатирҙы тулыһынса үҙенең аҡсаһына алырға мөмкинлеге булмағандарға бик ҡулай. Тап ошо төрлө кредит программалары арҡаһында һәр өйҙә тиерлек – компьютер, уңайлы заманса техника. Берәүгә лә көсләп аҡса тәҡдим ителмәй, һәр кеше түләү мөмкинлегенән сығып тейешле сумманы һорай. Кредитһыҙ йәшәп була. Тик хеҙмәт хаҡтары ғына быға ҡамасаулай һәм етеш йәшәргә мөмкинлек бирмәй.

Земфира Әҙелбаева, ишле ғаиләле:
− Ауыл ерендә йәшәйбеҙ. Аллаға шөкөр, бер кредитыбыҙ ҙа юҡ. Әле иң өлкән балабыҙға 24 йәш, ул да бер мәртәбә лә банкыға мөрәжәғәт итмәне. Кредитһыҙ йәшәп була, тип ышанып әйтә алам. Йортобоҙ ҙур, үҙ көсөбөҙ менән һалдыҡ. Мал аҫрайбыҙ, баҡса сәсәбеҙ ҙә үҙебеҙҙән артҡанын һатыу яғын йүнләйбеҙ. Йәй-яҙҙарын, ваҡыт яғы ҡыҫынҡы булып, бушамаһам да, ҡыш көнө бейәләй-ойоҡбаштар, кофталар бәйләп һатам. Ҡыҙҙарым ярҙамлаша, ике улым йәйен көтөү көтөп, аҡса эшләй. Ғаиләбеҙ башлығы – балта оҫтаһы. Машинаға өсөнсө йыл аҡса йыябыҙ. Тағы ике йыллап йыйһаҡ, бер кемгә лә бурыслы булмай ғына яңы машина аласаҡбыҙ, Алла бирһә. Банкынан аҡса алып, автомобилле булған туғаныбыҙ өсөнсө йыл буйына бурысын түләй. Арттырып.

Нәғим Хөсәйенов, шәхси эшҡыуар:
− Эш башлағанда кредит алырға тура килгәйне. Ҙур ғына сумманы түләнек. Хәҙер ҙә кредитыбыҙ бар. Берәү генә лә түгел. Ғаиләм аҡсаны иркен тотонорға ярата, кеше араһында кәм-хур булғылары килмәй. Аҡсаны иһә тәғәйен бер нәмәгә тотонорға тип йыйыу ғәҙәте юҡ – банкыға бараһың да алаһың. Ваҡытында бурысыбыҙҙы түләйбеҙ. Ҡатынымдың сит илгә сыҡҡыһы килгәйне, 80 мең һум кредит алды. 15 йәшлек улым әленән-әле яҡшы телефон һорай. Улар һатылған һәр салон бүлеп түләүҙе тәҡдим итә. Анһат та инде. Әгәр кредиттар булмаһа, кәрәк нәмәһен алыр өсөн аҡса йыйып, осон-осҡа саҡ ялғар ине күптәр.

Рәлиә Дәминова, хеҙмәткәр:
− Кредитһыҙ йәшәргә мөмкиндер, сөнки элек йәшәнек бит. Совет заманын әйтәм. Ул саҡта беҙ йәш инек әле. Заманына күрә телевизоры ла, магнитофоны ла булды. Сит илдеке тураһында уйлау ҡайҙа? Нисектер етеш тә йәшәгән кеүек булдыҡ. Бөгөн хәлдәр бөтөнләй икенсе. Банкынан аҡса алып, артығы менән түләү яҡшы түгел инде, тик кредит уңайлы ул барыбер. Бына былтыр һеңлем ике бүлмәле фатир алды. Өфөлә фатир хаҡын беләһегеҙме? Уны кредитһыҙ миллионерҙар ғына ала ала. Һеңлем менән кейәү икеһенә бергә 33 мең һум эш хаҡы алалар. Бер балалары бар. Сығымдарҙы иҫәпләгәндә, былай ғына йыйып, фатир алырға етерлек тупларға нисә йыл кәрәгер ине? Шуға өҙөп-йолҡоп, туғандар ярҙамында, ата-әсәләре кредит алып, үҙҙәре ипотека буйынса торлаҡлы булдылар. Бөгөн кредитһыҙ йәшәргә мөмкин, әммә ҡыйын.
А. ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.

Сығыу ваҡыты 2-08-2013, 12:09 | Ҡаранылар: 1394
|
  • Юрист кәңәше
  • Һаҡ булығыҙ: аферистар!
  • Кредит түләй алмай ҡаңғыраһығыҙмы?
  • Һауа өсөн – 300 мең һум
  • Кредит алғанда һаҡ булығыҙ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM