НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев “ПОЛИЭФ” заводы менән ҡыҙыҡһынды

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев “ПОЛИЭФ” заводы менән ҡыҙыҡһынды


Дмитрий Медведев менән бергә Башҡортостанға уның урынбаҫары Аркадий Дворкович, РФ-ның энергетика министры Александр Новак, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич килде. Шулай уҡ кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, химия тармағына ҡараған ҙур компаниялар етәкселәре лә ҡатнашты.

Илдә нефть һәм химия сәнәғәте иҡтисадтың мөһим бер тармағы булып ҡала, уның продукцияһын башҡа өлкәләр ҙә ҡуллана. Әммә ярайһы ғына үҫеш булһа ла, экспортта юғары технологиялы продукция өлөшө 10 проценттан да артмай. Күбеһенсә ашлама, синтетик каучук кеүек продукция тарала. Ситкә һатыуҙа иһә тауар төрләнә − химия, пластмасса, буяғыстар һ.б. Бөгөн иң мөһиме – арзан, һәр кем алырлыҡ продукцияға ихтыяжды тәьмин итеү, эске баҙарҙы үҫтереү, оҙайлы ваҡыт­ҡа иҫәпләнгән проекттарҙы тормош­ҡа ашырыу һәм, әлбиттә, дәғүәселек шарттарында эшләргә яраҡлашыу.

Әле илдә 2030 йылға тиклем химия сәнәғәтен үҫтереү стратегияһы әҙерләнә, Ватан тауарҙарын таратыуға булышлыҡ итеү (айырыу­са юл төҙөлөшө өсөн материалдар күҙ уңында тотола) саралары ҡарала. Рәсәй сит илдәр менән дә ҡолас ташлап эшләргә һәләтле. Был тәңгәлдә Төньяҡ Америкалағы традицион булмаған углеводород ятҡылыҡтарын эшкәртеү, Яҡын Көн­сығышта нефть эшкәртеү комплекстарын төҙөү, Азия − Тымыҡ океан илдәрендә нефть һәм химия продукцияһы сеймалын етештереүҙе киңәйтеү кеүек көнүҙәк маҡсаттарҙы атарға мөмкин. Алдағы 7 − 8 йылда ил компанияларына үрҙәге төбәктәр менән ярайһы ярышырға тура килер.

Рәсәйҙең энергетика министры Александр Новак белдереүенсә, илебеҙҙә 2030 йылғаса газ һәм нефть химияһы үҫеше планын бо­йом­ға ашырыу эске тулайым продуктта (ВВП) йылына бер триллион һумғаса йыйым алыу мөмкинлеген бирәсәк. Шулай уҡ йыйылған һалым күләменең 70 миллиард һумдан да артып китеүе бар. Рәсәй етештереүселәре әлегә конкуренцияға һәләтле тауар сығара ала. Быға бампер­ҙар, машина салонын көпләү, төҙөлөш һәм биҙәү материалдары, йорт йыһаздары, медицина сәнәғәте тауарҙары инә.

Башҡортостанда ҙур етештереү предприятиелары ярты быуаттан да элегерәк төҙөлгән. Бөгөн уларҙың үҫеше, эш урындары менән тәьмин итеүе, инвестициялар һалыуы, һалым түләүе ҡыҙыҡһындыра. Әлбиттә, проблемаһыҙ, теүәлерәк әйткәндә, өҙлөкһөҙ эшләүе шарт. Башҡортостан Президенты белдереүенсә, мәҫәлән, Ишембай катализатор заводы бер аҙна эшләмәй тора. Рәсәйҙә катализаторға ихтыяж − йылына 8000 тонна. Тик тейешле күләм АҠШ-тан һатып алына. Бында ил етәкселегенең бурысы үҙебеҙҙәге бәйләнештәрҙе тергеҙеүҙер, моғайын.
Башҡортостанда нефть, газ, химия буйынса предприятиелар, ғилми учреждениелар, транспорт, уҡыу йорттары байтаҡ, әммә улар айырымыраҡ, һәр ҡайһыһы үҙе өсөн эшләй. Бында берләштереүсе кластер булдырыу – заман талабы.

− Башҡортостан нефть химияһы тармағында илдең терәк төбәге булып тора, − тине Дмитрий Медведев республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән осрашыуында. “ПОЛИЭФ” йәмғиәте базаһында үткән һөйләшеүҙә һүҙ экологияға ла арналды. Бөгөн сәнәғәт предприятиелары башлыҡтарынан етештереүҙе төп экология нормаларына тура килтереп башҡарыуҙы талап итәләр.

“ПОЛИЭФ”та Хөкүмәт башлығы етештереүҙе күҙәтеү системаһы эше менән танышты, продукция өлгөләрен баһаланы. Бөгөн заводта меңдән ашыу кеше эшләй. Йәмғиәт Рәсәйҙә терефталь кислотаһы етештереүсе берҙән-бер предприятие һанала, ә бындағы кеүек полиэтилентерефталат сығарыусы тағы ике генә предприятие бар. Продукция медицина препараттары, көнкүреш химияһы өсөн һауыттар, пластик шешәләр эшләүҙә ҡулланыла. Терефталь кислотаһы сеймал рәүешендә Тверь заводына оҙатыла, ә биш йыл элек асылған полиэтилентерефталат цехы йылына 140 мең тонна ҡеүәткә эшләй, тиҙҙән күләмде арттырыуға йүнәлтелгән реконструкциялау проекты тамамланасаҡ. Ҡытай һәм Корея менән тығыҙ бәйләнештә эшләйҙәр. Импорт 40 процент тәшкил итә. Үҙгәртеп ҡороу проектын ғәмәлгә ашырыу ситтән сеймал алыуҙы туҡтатасаҡ.
Әйткәндәй

Премьер-министр Благове­щен­дағы Пенсия фонды идаралығына ла инеп сыҡты. Бында Хөкүмәт башлығы үҙенең буласаҡ пенсияһын иҫәпләү мөмкинлеген файҙаланды – идаралыҡта махсус терминал ҡуйыл­ған. Медведев мәғлүмәт терминалының эше менән дә яҡшылап танышты. Мәскәү менән Өфө универсаль электрон карта проектын бойомға ашырыу буйынса ла илдә лидерҙар иҫәбендә.

Дмитрий Медведев “әсәлек капиталы” буйынса эштәр китапханаһы менән танышты. Бында һәр мәғлүмәт күҙ алдында – капитал алыр өсөр мөрәжәғәттән алып уны нисек тотоноуғаса. Электрон базала әлегә 158 мең эш, ул үҙәкләштерелгән. Ә Башҡортостанда бөгөнгә 160 меңгә яҡын сертификат бирелгән. Яртыһы файҙаланылған. Премьер-министр­ға пенсия идаралығына килгән бер ҡатын тәҡдимен дә еткерҙе – “әсәлек капиталы”н файҙаланыу исемлеген киңәйтергә кәрәк. Мәҫәлән, аҡсаға ер участкаһы алыу мөмкинлеге биреү ҙә яҡшы булыр ине.

Сығыу ваҡыты 5-07-2013, 14:29 | Ҡаранылар: 823
|
  • Сибай предприятиелары республика сеймалы менән эшләй
  • Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә булдырыу шарт
  • Ҙур химияның ҙур мөмкинлектәре
  • Башҡортостанда Төркиәнең Почетлы консулы буласаҡ
  • Федоровка районы – республика етәкселеге иғтибарында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM