RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Һабын ҡайнатыу һис тә ауыр түгел"

05.07.2013 "Һабын ҡайнатыу һис тә ауыр түгел"

"Һабын ҡайнатыу һис тә ауыр түгел" Гәзитебеҙҙә ҡул эштәренә оҫталар һәм оҫтабикәләр тураһында бик йыш яҙабыҙ. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – Башҡор­тостан юлдаш телевидениеһының “Ватан” яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Миңзиә Каспранова. Уның шөғөлө бик үҙенсәлекле – Миңзиә өй шарттарында һабын ҡайнатыу менән мауыға. Өйҙә һабын әҙерләү – үтә мауыҡтырғыс һәм ижади процесс, тип иҫәпләй ул.

– Миңзиә, телевизор ҡараусы­лар­ға яҡшы танышһығыҙ. Һеҙҙе ҡыҙыҡлы сюжеттар әҙерләгән журналист булараҡ ҡына түгел, ә сибәрлек менән экрандарҙы балҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булыуығыҙ өсөн дә яратабыҙ. Гәзит уҡыусыларыбыҙға үҙегеҙ хаҡында һөйләп китеүегеҙ һис тә артыҡ булмаҫ, тип уйлайым.
– Мин Баймаҡ ҡыҙымын. Ҡалалағы 1-се мәктәп-лицейҙы тамамлағас, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының сит телдәр төркөмөнә уҡырға индем. Бишенсе курс­та уҡ хеҙмәт юлымды башланым – бер аҙ инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләп алдым. Унан аэро­порт­ҡа халыҡ-ара терминалға диктор булып урынлаштым. Бер йыл самаһы уҙғас, бер бүлмәлә генә көнөнә әллә нисә тапҡыр бер үк хәбәрҙе ҡабатлап ултырыу ялҡытты. Нисектер ижад етмәй кеүек тойолдо. Тел белгесе булараҡ, артабан филология йүнәлешендә үҫергә ҡарар иттем. Эштән сығып, Сибайға ҡайтып киттем, сөнки унда институтта инглиз теле уҡытыусыһы урыны бушарға тейеш ине. Барһам, эйе, була, тик бер аҙнанан килегеҙ, артабан, тағы бер аҙна көтөгөҙ, тигәнерәк яуаптар яңғыраны. Тора-бара хеҙмәт урынын көтөп ятыуыма ике ай булып китте. Былай булмаҫ, тип, яҡын тирәләге барлыҡ редакцияларҙы урап сыҡтым. Мине Сибай телевидениеһына алдылар, институтта урын бушағансы аҡса эшләргә тигән теләк менән килгәйнем, телестудияла эшләү бик оҡшаны. Ана шулай телевидениеға барып эләктем. Си­байҙа ике йыл төрлө тапшырыуҙар алып барҙым, әҙерләнем, тура эфирҙа ла сығыш яһаным. Ҡыҫҡаһы, телевидение хәбәрсеһенең тулы әҙерлек мәктәбен үттем, универсаль журналисҡа әйләндем. Шулай ҙа күңел һаман тынысланмай, ниҙер таптыра кеүек. Сибай дәүләт драма театрының баш режиссеры Дамир Ғәлимов мине театрҙың әҙәбиәт бүлегенә эшкә саҡырҙы. Ризалаштым һәм ике эште бер юлы алып барҙым. Театрҙа ак­тер­ҙарҙың ялға сығыу мәленә тура килгәнгә, бер үҙемә генә күңелһеҙ осор башланды, йәмғеһе өс ай түҙҙем. Сибайҙа барлыҡ потенциалым тулыһынса асыл­ғанға күрә йәнле, тынғыһыҙ тележурналист эше мине Өфөгә әйҙәне, яңы асыштар, сюжеттар, геройҙар ым­һындырҙы. “Сәләм” тапшы­ры­у­ын­­да, “Вся Уфа” каналында үҙемде һынап ҡарағандан һуң, БЮТ-тың яңылыҡтар хеҙмәтенә килдем һәм ошо көнгәсә мин бында. Коллектив күбеһенсә йәштәрҙән тора, улар­ҙың һәр береһе үҙенсә креативҡа ынтылған шәхес, бергәләп эшләүе бик ҡыҙыҡлы һәм бер ҡасан да ялҡытмай. Башкөллө эшкә сумдым, телевидение “һаҙлығы” мине тулыһынса үҙенә һурып алды. Үҙемдең авторлыҡ проекттарымды булдырыу идеяһы ла юҡ түгел, ирем дә, ТВ белгесе булараҡ, мине хуплай, тик балам бәләкәй булғанға туҡталып торам. Ни тиһәң дә, минең өсөн һәр саҡ ғаилә өҫтөнлөклө булып ҡала.
– “Вконтакте” сайтында һеҙ­ҙең ҡул эштәрегеҙҙе күреп һоҡландым – иҫ китмәле матур һабындар ҡайнатырға яратаһығыҙ икән. Бәйләү, тегеү һәм башҡа ҡул эштәре менән шөғөлләнеүселәр бик күп, ә бына һабын ҡайнатыусы менән беренсегә аралашам. Ни өсөн тап был шөғөлдө үҙ иттегеҙ?
– Мин һәр ваҡыт ҡул эштәре менән булышырға яратам, бигерәк тә бәйләмгә тотонһам, бар донъямды онотам. Ә балаға уҙғас, был осор­ҙа бәйләргә ярамай, тигән ырымға ышанып, бәйләү шөғөлөн туҡтаттым. Улым тыуыу менән тотонасаҡмын тип, энә һәм ептәрҙе әҙерләп һалып ҡуйҙым. Тик әллә ни бәйләп булманы, ул саҡта йәшәгән бүлмәбеҙ ҙә бәләкәй генә ине, бала тегендә-бында килеп төртөлә, абайламайыраҡ торһаң, энәләрҙе эләктереп алыр­ға ла күп һорамай. Ә ҡулдар ниндәйҙер ижади эш талап итә. Бер көн интернетта һабын ҡайнатыусылар төркөмөнә юлыҡтым. Оҫта­лар­ҙың әҙер эштәрен күргәс, шунда уҡ һабын эшләп ҡарау теләге тыуҙы. Интернетта барлыҡ оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап сыҡҡас, был эштең әллә ни ауырлығын күрмәнем һәм тәүәккәлләнем. Бала йоҡлап китеү менән ҡайнатмаға тотонам, күп ваҡыт кәрәкмәй, ни бары 15 – 20 минут. Тиҙҙән был шөғөл минең ижадҡа һыу­һынымды ҡандырҙы.
– Эш барышы ниҙән башлана, дауам итә һәм тамамлана тигәндәй, һабын ҡайнатыу процесы ниҙән ғибәрәт?
"Һабын ҡайнатыу һис тә ауыр түгел"– Һабынды ике төрлө ысул менән яһарға – майҙарҙы һелте ярҙамында йыуып, барыһын да тик үҙеңә яһап алырға мөмкин йәки әҙер сеймалды – һабын нигеҙен (мыльная основа) һатып алырға була. Мин һелтене ҡулланмаҫ өсөн икенсе вариантты һайланым, балама зарар килер тип хәүефләндем. Һабын нигеҙен һатҡан махсус интернет магазиндары бар, улар килограмлап һатыла һәм бигүк ҡиммәт түгел.
Үҙемә күпме кәрәк, мәҫәлән, 100 грамм ҡырҡып алам һәм иретәм – бының өсөн һабынлы һауытты парҙа тоторға кәрәк, ҡайнатырға ярамай. Унан нигеҙ итеп һайланған майҙы ҡушаһың, быға виноград төшө, зәйтүн, сәй ағасы һәм башҡа майҙарҙың береһен һайлайым. Уларҙың һәр береһе ниндәйҙер файҙа килтерә – тәнде йомшарта, йәшәртә, кисло­род­ҡа байыта, ҡан әйләнешен яҡ­шырта һәм башҡа. Артабан эфир майы тамыҙам – бында ла рәхәтләнеп һайланырға була – абрикос, ваниль, роза, әфлисун – ниндәй еҫ теләйһең, шуны ҡушаһың, ассортимент бик бай. Төҫө менән дә шулай уҡ, бының өсөн инде аш-һыу өсөн тәғәйенләнгән буяуҙарҙы һатып алырға кәрәк. Диңгеҙ тоҙо, һоло киҫәксәләре, кофе орлоғо ҡушылһа, скраб, пилинг булып тора. Шыйыҡ көйөнсә теләгән формаға ҡойоп, ҡатырырға ултыртам. Бер тәүлек самаһы торғандан һуң эксклюзив һабын әҙер.
– Тимәк, үҙең етештергән һабын магазиндыҡына ҡара­ған­да сифаты менән күпкә яҡшыраҡ?
– Әлбиттә. Хәҙер аллергия менән яфаланыусылар, бигерәк тә балалар араһында, күп. Күптән түгел әхирәтем шылтыратты, баламдың һаман диатезы бөтмәй, тип зарланды. Уйлап ҡараһаң, диатездың балалар өсөн тәғәйенләнгән шампунь, гель һәм башҡа йыуыныу әйберҙәренән дә сығыуы ихтимал бит. Ә үҙ ҡулың менән яһаған продукт гипоаллерген, химик матдәләр­һеҙ, уны ҡурҡмай ҡулла­ныр­ға була, бер ниндәй ҙә аллергия тыу­ҙырмаясаҡ, сәләмәтлек өсөн файҙалы. Дарыу үләндәрен ҡушып яһарға мөмкин.
– Ҡулдан яһалған һабындар формаһы, төҫө, еҫе һәм сифаты менән айырылып торғанға күрә уларҙы заказ биреп яһатыусылар ҙа бар­ҙыр?
– Эйе, байрамдар етеү менән бигерәк тә күбәйә улар. Әхи­рәт­тәрем, хеҙмәттәштәрем, туғандарым һорай баш тартмайым. Үҙен­сәлекле заказдар ҙа юҡ түгел, мәҫәлән, ҡәйнешемдең бәләкәй улы мотлаҡ айыу формаһындағы һабын һо­рай. Аҡса һорарға тартынам, сөнки был шөғөлөм һис тә бизнес түгел. Кемдер был эште яйға һалып ебәргән, мәҫәлән, декрет ялындағы йәш әсәләр ошо рәүешле ғаилә бюджетын тулыландыра. Сеймал алыуға тотонолған аҡса кире ҡайтһа, шуға ризамын, иң тәүҙә күңел талабы булған хеҙмәтте мин килем алыу ысулына әйләндерә алмайым.
– Үҙең яһаған һабындың һаҡлау ваҡыты ниндәй?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙаҡ түгел. Үҙегеҙ аңлап тора­һығыҙҙыр, тик тәбиғи ингредиенттарҙан торған һәр әйбер тиҙ боҙола. Шуға күрә уны һыуытҡыста һаҡларға, тиҙерәк тотоноп бөтөргә кәрәк.
– Һабын ҡайнатып ҡараусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Ниндәйҙер ғәмәли әйберҙәр еткереү кәрәкмәй, сөнки, ҡабатлап әйтәм, һабын ҡайнатыуҙың һис тә ауырлығы юҡ. Кемдер бындай уйҙы башында йөрөткән икән, мотлаҡ һабын етештереүгә тотонһон – ул әйтеп аңлатҡыһыҙ рухи ҡәнәғәтләнеү кисерәсәк. Һабын да булдымы әйбер, тиер ҡайһы берәүҙәр, ә уны яһау процесы – үҙе бер сәнғәт. Тора-бара шампунь, гель кеүек башҡа йыуыныу әйберҙәрен дә яһарға өйрәнеп алһаң, тормошта был файҙалы һөнәр. Һөҙөмтә лә үҙен оҙаҡ көттөрмәй – хуш еҫле йәйғор төҫөндәге һабын кәйефте күтәрә, иң мөһиме, бар күңелде биреп, оло ихласлыҡ менән башҡарырға кәрәк.
– Ысынлап та, супермаркетта ҡарбуз йәки лимон ҡушылғанды һайлап торғансы, тик үҙеңә оҡшаған бал һәм һөттән һабын етештереү күпкә яҡшыраҡ, әлбиттә. Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Миңзиә, уңыштар һеҙгә!

Лилиә ХӘЛИТОВА әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай