НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Өс миллиард һумлыҡ облигациялар сығарыласаҡ

Өс миллиард һумлыҡ облигациялар сығарыласаҡ


Башҡортостандың кредит рейтингын “ВВВ-“ кимәленә (“Тотороҡло” прогноз) тиклем күтәреү донъя баҙарында республикабыҙҙың инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһенең артыуы тураһында һөйләй. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән осрашыуҙа финанс министры Рузалия Хисмәтуллина белдерҙе.
Быйыл яҙ башында ғына республиканың кредит рейтингын “Standard & Poor's” халыҡ-ара рейтинг агентлығы “Тотороҡло” прогнозынаса күтәргәйне. Бында эксперттар төбәктең кредит мөмкинлеген, бурыстың түбән кимәлен, сығымдарға бәйле сәйәсәттең уйлап эшләнгәнлеген иҫәпкә алған.
Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Александр Марьин билдәләүенсә лә, яңы баҫҡысҡа күтәрелеү беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Был ҙур аҙым. Тәү сиратта, инвес­торҙарҙың беҙҙең республикаға ышанысын күрһәтә.
Шул уҡ ваҡытта бурыстар йәһәтенән дә төбәгебеҙ яйлы сәйәсәт алып бара. Беҙҙең бюджет торошо бындай сәйәсәт алып барыу мөмкинлеге бирә. Бюджет дефицитын яҡынса өс миллиард һум күләмендә кредиттар йәлеп итеү иҫәбенә, шулай уҡ облигациялар сығарыу ярҙамында ҡаплау күҙаллана. Облигация­ларҙың срогы – өс йылдан биш йылғаса. Әлегә был һорау тикшереү стадияһында.

Сығыу ваҡыты 17-05-2013, 12:25 | Ҡаранылар: 658
|
  • Һорау алыуҙа ҡатнашығыҙ!
  • Төп иғтибар – иҡтисадҡа
  • Инвестиция күләме 250 миллиард һумға етәсәк
  • Бюджет йөкләмәләрен дөрөҫ планлаштырыу тураһында уйларға кәрәк
  • Беҙҙең иҡтисади сәйәсәт дөрөҫ йүнәлеш алған
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM