НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Эшлекле тәҡдимдәр ҡағыҙҙа тороп ҡалмаһын

Эшлекле тәҡдимдәр ҡағыҙҙа тороп ҡалмаһын


Эшлекле тәҡдимдәр ҡағыҙҙа тороп ҡалмаһын Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа «Урал аръяғы райондарында бәләкәй һәм йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү мәсьәләләре, халыҡ кәсептәрен дәүләт кимәлендә яҡлау механизмдары» исемле семинар-кәңәшмә үтте
Әбйәлил районының Асҡар ауылы янында ғына «Экстрим» тип аталған спорт-туристик фирмаһын асҡан Лидар Әхтәмов эшҡыуарлыҡ менән яңыраҡ шөғөлләнә башлаған. Һәм, әлбиттә, яңы өлкәлә ул үҙен әлегә йылға-күлдәге балыҡ ишеләй тоймай, эшҡыуарлыҡтың бөтә нескәлектәренә өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле, ти. Ләкин бөгөндән ул бәләкәй бизнес ойоштороуҙың кире һәм ыңғай яҡтары тураһында, йәш эшҡыуарҙарға ниндәй ҡаршылыҡтар, кәртәләр осрауы хаҡында ентекле һөйләй ала.
– Әйтәйек, мин Асҡар стадионын биш йылға ҡуртымға алдым, – ти Лидар Хәмзә улы. – Ошо турала ҡарар былтыр сентябрҙә ҡабул ителде, ә документтар тик быйыл ғына әҙер булды. Әммә ҡуртым хаҡын ҡарар ҡабул ителгәндән үк түләй башланым. Йәғни әле ер менән файҙаланмайынса, уның өсөн ярты йыл тиерлек бушҡа аҡса түләнем. Етмәһә, ҡуртым хаҡы ла бик юғары. Уны йылдан-йыл арттыралар. Ҡуртымға тик биш йылға ғына бирәләр, шуға ла унда капиталь төҙөлөш башларға теләк юҡ. Әгәр ҙә ун биш-егерме йылға бирһәләр, унда мотлаҡ биналар төҙөр инем. Ике тапҡыр микрофинанс үҙәгенән кредит алдым, сөнки проценттары түбән. Ләкин, үкенескә күрә, унан аҡсаны тик бер йылға ғына алып була. Оҙайлыраҡ ваҡыт­ҡа бирһәләр, бигерәк шәп булыр ине.
Гел генә мониторға текләп ултырмаһындар, саф һауала уйнаһындар тип, балаларҙың ялын ойоштороу менән булышҡан Әхтәмовҡа, сүп-сар баҫҡан хужаһыҙ стадионды алып, төрлө аттракциондар, кафелар асҡаны өсөн беҙ үҙебеҙ түләргә тейеш әле ул, тигән бер депутат: «Ә унан, стадионды ҡуртымға алыуҙан әле бер тинлек файҙа күрмәгән кешенән, дәүләт ҡайырып ҡуртым аҡсаһын ала ла башланы». Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкү­мәте һәм Әбйәлил районы хакимиәте ойошторған «Урал аръяғы райондарында бәләкәй һәм йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү мәсьәләләре, халыҡ кәсептәрен дәүләт кимәлендә яҡлау механизмдары» исемле семинар-кәңәшмәлә ҡатнашҡан эшҡыуарҙарҙың күбеһе ҡуртым хаҡының юғары булыуына, төрлө түләүҙәрҙең күплегенә зарланды. Мәҫәлән, социаль фондтарға страховка иғәнәләренең ике тапҡыр артыуы һөҙөмтәһендә тотош Рәсәйҙә меңдәрсә шәхси эшҡыуар үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр булды (Әбйәлил районында былтыр 1398 шәхси эшҡыуар иҫәпләнһә, быйыл уларҙың һаны – 1091). Эштәрен япмағандарға иһә бизнес­тарын киңәйтеү уйынан баш тар­тыр­ға, эшселәрен йә ҡыҫҡартырға, йә уларға эш хаҡын кәметергә тура килде. Мәскәүҙә йомшаҡ крес­лолар­ға йәбешеп, халыҡтан күптән айырылған «аҡыллы баштар» бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең барыһын да тигеҙләп, бик ныҡ хаталанды. Барыһы ла кинәт байып китмәһен, тип ҡурҡаларҙыр, ахыры, юғиһә уларҙың был сираттағы аптыратҡыс аҙымын нисек аңлатырға?! Кеше бит эш асҡан хәлдә лә, тота килеп бер нисә аҙна эсендә байып китмәй, уға ныҡлап аяҡҡа баҫыр өсөн айҙар түгел, йылдар талап ителә. Ә аҡса эшләй башлаһа, ул үҙе лә һис бер ауырлыҡһыҙ тейешле түләүҙәрҙе ҡаплап барасаҡ (уға төрлө органдар менән артыҡ проблемалар нимәгә?!).
– Беҙ туҡһанынсы йылдарҙа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башланыҡ, – тип Әбйәлил районы эшҡыуарҙары советы рәйесе Дамир Аллаяров та уйҙары менән бүлеште. – Ул саҡта был өлкәлә закондар булманы, уларҙы дәүләт тиҙерәк ҡабул итһә ине, тип теләнек. Әммә закондарҙы ҡабул иткәйнеләр, уларһыҙ, киреһенсә, еңел булғанын аңланыҡ...
Баҙар шарттарында көслөләр еңә, шуға ла эшҡыуарҙарҙы мәктәп эскәмйәһенән әҙерләргә, ерлеккә ярашлы этно-, ауыл туризмын үҫтерергә, бынан ары аҡсаға йырлап-бейергә кәрәк, тип иҫәпләгән Дамир Әнүәр улының фекерен Сибай институтының иҡтисад факультеты деканы Вилүр Әхмәтов дауам итте: «Беҙҙең яҡта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүселәргә перспективалы йүнәлештәр байтаҡ. Мәҫәлән, уникаль этноаҙыҡтар етештерергә мөмкин: ҡорот, талҡан, буҙа... Дарыу үләндәрен йыйыу һәм эшкәртеү, кейеҙ әйберҙәр етештереү, умартасылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү, агро-, этно-, экологик-, спорт туризмын үҫтереү ҙә беҙҙә уңышлы буласаҡ. Йәғни беҙҙең халыҡҡа хас булған иҡтисад тармаҡтарын үҫтереү барыһы өсөн дә отошло ул». Отошлолоғон отошлолор ҙа бит, тик етештергән нәмәне башҡа төбәккә, сит илдәргә һатыуға сығарыуҙа әлеге лә баяғы дәүләттең ярҙамы кәрәк шул...
Йәштәрҙе эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү маҡсатында республикала төрлө программалар эшләп килә (мәҫәлән, «Стартҡа хоҡуҡ» (правонастарт.рф). Шулай уҡ БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы сайтында ла (www.mmpsrb.ru) төрлө кәңәштәр табырға мөмкин. Республикала бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды ла бар (www.fondmb.ru). Сибай, Октябрьский, Салауат ҡалаларында эшләгән бизнес-инку­батор­ҙарҙа нисек эш башларға, бизнес-план төҙөргә, кредит алырға өйрәнергә була. Сибай институтының менеджмент һәм иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире Урал Бар­лыбаев әйтеүенсә, уларҙың да студенттары бизнес-проект яҙыуҙа ярҙам күрһәтә. Ләкин бизнес-план яҙып та, баш­лан­ғыс капиталың булмай тороп, эште алға ебәреүең шик­ле. Микрофинанс үҙә­генән алынған кредиттан тыш, тәүге аҙымдарын яһаған эшҡыуарҙарға дәүләт тарафынан ярҙам – субсидиялар, махсус гранттар мотлаҡ кәрәк. Ә әлегә бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҫешенә дәүләт ярҙамының аҙ булыуы ла, һалымдар ҙа, төрлө взностар ҙа ныҡ ҡамасаулай. Был үҙ сиратында илдең иҡтисади, социаль үҫешенә аяҡ сала. Сауҙа өлкәһендә эшләүселәр түгел, ә тәү сиратта эшҡыуар-етештереүселәр илдең билен нығытасаҡ, һәм уларҙы яҡлауҙы дәүләт үҙенең бурысы итеп алһын ине. Һәр хәлдә, ярҙам итмәгәндә лә, закондарҙы йыш үҙгәртеп, төрлө һалымдар уйлап сығарып ярҙан этмәһендәр, үҫергә ҡамасауламаһындар.
БР Хөкүмәте аппараты етәксеһе, Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов, БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Вадим Үтәшев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты вәкилдәре, муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, эшҡыуарҙар, журналистар ҡатнаш­ҡан «түңәрәк өҫтәл»дәр, бар эшкә йомғаҡ яһаған пленар ултырыштан берәй файҙа булдымы? Был һорау­ға күптәр ыңғай яуап бирҙе: «Һәр хәлдә, власть вәкилдәре беҙҙе, эшҡыуарҙарҙы, ишетте, беҙ бер-беребеҙҙе аңланыҡ, тип ышанғы килә». Ләкин, минең уйымса, был ҙур сараның төп файҙаһы бер ни тиклем ваҡыттан һуң, эшҡыуарҙар­ҙың тәҡдимдәре тормошҡа ашы­рыл­ғас, күренәсәк. Иң мөһиме, эшлекле тәҡдимдәр ҡағыҙҙа ғына тороп ҡалмаһын, вәғәҙәләр үтәлһен.

Теория – тегендә, бында – практика
Эшлекле тәҡдимдәр ҡағыҙҙа тороп ҡалмаһын
«Урал аръяғы райондарында бәләкәй һәм йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү мәсьәләләре, халыҡ кәсептәрен дәүләт кимәлендә яҡлау механизмдары» исемле семинар-кәңәшмә барышында бик шәп күргәҙмә ойошторолғайны. Ундағы ҡул эштәренең төрлөлөгө, матурлығы, камиллығы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар һаны ике тиҫтәнән ашыу булды, уларҙың эшен ҡарарға теләүселәр – бихисап (залда энә төшөрлөк урын ҡалмағайны!).
Гөлнара Камалова, Мәүлиҙә Һибәтова, Илүзә Әсәҙуллинаның янсыҡтарын күргәҙмәгә ауылдаштары Мәҙинә Яҡупова килтергән. Эшһеҙ ятҡансы тип, боронғо технологиялар буйынса янсыҡтарға сигеү сиккән Яңауыл ҡатындары тик башҡорт биҙәктәрен генә ҡуллана. Боронғонан ҡалған йола-ғәҙәт буйынса бирнә әҙерләгәндә ҡәйнештәргә был янсыҡтар бына тигән бүләк, ти Мәҙинә.
Хәйбулла районы оҫтаһы Рәмил Билалов ҡатыны Зәлифә менән ике-өс ай элек үҙ эшен асып ебәргән: ғаилә башлығы ағастан төрлө йыһаздар, ҡорамалдар яһай, хужабикә, юғары белемле рәссам, улар­ға һүрәт төшөрә.
Рафиҡ Баймырҙиндың да эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе ҙур түгел – бер йыл ғына. Ләкин ошо кескәй арауыҡ эсендә лә ул үҙен танытып өлгөргән: тетелгән йөн, мамыҡ юрғандарҙы, кейеҙ жилеттарҙы, быймаларҙы Әбйәлил халҡы ихлас һатып ала.
Мәҙинә Яҡупова кеүек, Дәлилә Сафиуллина ла «Йәшлек»тең күптәнге дуҫы икән. Алтын ҡуллы апайҙың бәйләмәгән нәмәһе юҡ: шау ғына селтәр­ҙән торған палантиндар, шәлдәр, пелериналар, жилеттар... Уның араһында ҡашмау, һаҡал да эшләргә өлгөрә.
– Пенсияға сығыр саҡта ғына әсәйемдән балаҫ һуғырға өйрәнгәйнем, шул эш күңелемә ятты ла ҡуйҙы, – ти Амангилденән килгән Сәлиха Ғәлимова. – Төрлө биҙәктәр һалып эшләгән балаҫтарымды кешеләр диван­ға, карауатҡа түшәргә тип тә, стенаға элергә тип тә ала. Заказдар йыш булып тора, эшһеҙ ултырырға ваҡыт юҡ.
Һандыҡ яһау оҫтаһы Мансур Усмановтың да «ижад емештәрен» төрлө ауылдарҙа ғына түгел, хатта Америкала, Канадала күрергә мөмкин икән! Бына шулай, әллә ҡайҙарҙан килеп, был бит ысын сәнғәт өлгөһө, тип һандыҡ тейәп алып ҡайтыусылар ҙа бар...
Милләт Килдейәровтың иһә шөғөлө башҡа – ул, ҡойоп ҡуйғандай арба-сана яһауҙан тыш, күндән йүгән-ҡайыштар үрә.
Буранғолдан «Кейеҙ йорто» етәксеһе Зөлфирә Мәхийәнова, әлбиттә, кейеҙҙән төрлө әйберҙәр килтергәйне.
– Гөлназ Мәғәфүрова, Раушания Хәйруллина, Айгөл Баязитова менән бергә баҫҡан уйынсыҡтар, сувенирҙар инде былар, – тип өҫтәлгә күрһәтте ул. – Ҙур кейеҙ баҫҡанда ярҙамға Мәйгәште, Ишкилде, Һәйетҡол, Исхаҡ ауылдарының клуб хеҙмәткәрҙәре килә – кейеҙ баҫыу яңғыҙ кешенең эше түгел.
Күргәҙмәлә ҡатнашҡан Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Сибай, Хәйбулла оҫталарының эшен бөгөндән һатыуға сығар – һуңғы бөртөгөнә ҡәҙәр һатып аласаҡтар. Сөнки һәр нәмә күҙ алғыһыҙ матур, зауыҡлы ғына түгел, ә кәрәкле лә әйбер. Әйткәндәй, 23 – 26 майҙа Магнитогорскиҙа беренсе төбәк-ара күргәҙмә – «Башҡорт продукцияһы көндәре» уҙғарыласаҡ. Теләүселәр унда ҡатнаша ала (белешмәләр өсөн телефон: 8 (3519) 45-50-25). Әгәр был күргәҙмә юғары кимәлдә үтһә, уны башҡа төбәктәрҙә лә ойошторасаҡтар. Ятып ҡалғансы – атып ҡалығыҙ, оҫталар!

Сығыу ваҡыты 23-04-2013, 11:53 | Ҡаранылар: 507
|
  • Анонс: Белорет районының Сермән ауылынан Рушан Мәғәфүров эшҡыуар булғанына һис үкенмәй
  • Үҫеш бар, әммә әле эшләргә лә эшләргә кәрәк
  • АУЫЛҒА НИМӘ ЕТМӘЙ?
  • Республиканың яңы парламенты эш башланы
  • “Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә беҙҙең милләт юғалып ҡалмаһа ине”,
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)



  • Радио Юлдаш FM