RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Аҡса маҡсатҡа ярашлы файҙаланылғанмы?

19.10.2010 Аҡса маҡсатҡа ярашлы файҙаланылғанмы?

Бишбүләк районында 12 район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралыҡтары начальниктары ҡоролоҡтан юғалтыуҙарҙы компенсациялауға бүленгән бюджет средстволарын маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуҙары хаҡында отчет бирҙе.
Дәүләт быйыл ауыл халҡына яҡшы ярҙам күрһәтте, һәм хәҙер финанс ярҙамын урынлы файҙаланыу мөһим. Беренсе сиратта аҡса орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары, ашламалар һатып алыуға йүнәлтелергә тейеш. Был киләһе яҙғы сәсеү кампанияһын ваҡытында юғары сифатлы итеп үткәреү мөмкинлеген бирәсәк. Аҡсаның бер өлөшө Башҡортостанда орғасы малды һаҡлап алып ҡалыу өсөн мал аҙығы һатып алыуға йүнәлтелергә тейеш.
БР Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә 2020 йылға тиклем республиканың агросәнәғәт комплексын үҫтереү стратегияһы тикшерелде.
Республиканың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин ҡатнашлығындағы бындай семинарҙар Стәрлетамаҡ, Ҡалтасы һәм Белорет райондарында үтәсәк.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Мискәнән – баҙ

13.11.2018 - Иҡтисад Мискәнән – баҙ