RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Рухи байлыҡмы, әллә матдимы?

18.01.2013 Рухи байлыҡмы, әллә матдимы?

Юлиә ШАКИРОВА, Балаҡатай районы, Яңыбай ауылы:
– Әлбиттә, рухи! Матди байлыҡ ғүмерлек түгел, ғөмүмән, ул бер ҡасан да мәңгелек булмаған, уйламағанда-көтмәгәндә юҡҡа сығыуы ихтимал. Ә рухи байлыҡ һәр саҡ үҙең менән. Белемеңдең тәрәнлегенән, күңелеңдең таҙалығынан һинең бәхетең, яҙмышың, тормошоң төҙөлә. Шуға күрә рухи үҫешкә ҙур иғтибар биреү мөһим.
Бөгөн күптәрҙе тик матди донъя ылыҡтыра, заманы шулайҙыр. Был осраҡта ла "алтын урта"ны табырға кәрәктер, тип уйлайым. Ике яҡта ла гармония булдырыу мөһим.

Ринат СӘЙФУЛЛИН, Силәбе дәүләт медицина университетының 1-се курс студенты:
– Был риторик һорау. Әлеге мәлдә минең өсөн икенсеһе мөһим. Аяҡҡа баҫҡас, бәлки, башҡасараҡ фекер йөрөтөрмөн.

Тимур ЛОҡМАНОВ, "Рәсәй терәге" Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма директоры:
– Кеше ваҡыт менән үҙгәрә. 22 – 25 йәшкә тиклем рухи ине, ә хәҙер – матди. Ғаиләне тик рухи байлыҡ менән туйындырып булмай. Фатир, машина... подгузник, дарыу һ.б. уларҙы ҡайҙан алаһың? Һауананмы? Юҡ! Тик үҙеңә эшләргә тура килә.

Светлана Р., Өфө ҡалаһы, 32 йәш:
– Йәш саҡта буш ваҡытымды мөмкин тиклем файҙалыраҡ, емешлерәк итеп үткәрә инем. Иң мөһиме – кешенең күңеле, ә байлыҡ мөһим түгел, тигән фекер йөрөттөм. Оло тормошҡа аяҡ баҫҡас, ҡырҡа үҙгәрҙем. Иптәшем менән ипотекаға фатир һатып алдыҡ. Бөтә эш хаҡыбыҙ шунда китә. Ярай әле балаларҙы ауылдағы атай-әсәй­ҙәр ҡараша. Әлбиттә, минең өсөн тәүге урында аҡса тора. Эш хаҡын тотҡарлап ҡуймаһындар, тип хафаланып йәшәйем. Бурыстар ҡапланып бөтһә, матур итеп кейенер, концерт-спектаклдәргә йөрөр инем, тип хыялланам. Тамағы ас икмәк тураһында уйлай, туҡ булһа, күңел аса.

Зиләрә ҺӨЙӨНДӨКОВА, Күгәрсен районы, Новохвалынск ауылы:
– Әгәр миңә берәй тылсымсы килеп шундай тәҡдим яһаһа, мин бер һүҙһеҙ тәүгеһен һайлар инем. Рухи байлыҡ — ул күңелдәребеҙгә изгелек, яҡшылыҡ менән һуғарылған энергия, дәрт, көс биреүсе, бар яҡлап та ысын кеше булып йәшәргә ярҙам итеүсе байлыҡ ул. Ул беҙгә көн дә кәрәк. Әгәр ул кәмеһә йәки бөтөнләй юғалһа, кеше яйлап ауырыуға әйләнә. Бындай кешене, күңеле ярлы, тиҙәр. Рухи ярлылыҡтан ҡурҡайыҡ.
Тик матди байлыҡты ла ҡәтғи рәүештә инҡар итеп булмай, бөгөнгө заманда күпселек нәмә аҡса менән бәйле булғанда уныһы ла кәрәк, тик ул тормошта беренсе урында тормаһын ине.

Флорид БҮЛӘКОВ, драматург:
– Береһенә лә өҫтөнлөк бирмәйем. Һәр ҡайһыһына шатмын – килә бирһендәр. Хоҙай икенсеһен әҙерәк бирҙе, был тәүгеһенә тик файҙа килтерҙе. Тормош һынауҙарын үтеп, рухи яҡтан тағы ла байыраҡ һәм көслөрәк булдым. Ысынын әйткәндә, бер ҡасан да матди байлыҡ тип иҫем китмәне. Тәүге пьесамдан һуң ике юл алдында ҡалдым – мин ул саҡтағы ярайһы уҡ “икмәкле” республика гәзитендәге үҙ хәбәрсе урынынан баш тартып, профессиональ яҙыусылыҡты һайланым. Берәү ҙә мине аңламаны. Барыһы ла көлдө! Өс йыл буйы ҡатынымдың эш хаҡына йәшәнек, ике бала менән! Мин уны бер аҙ түҙергә өгөтләнем, ул мине үҙ көсөмә ышандыр­ҙы, һынмаҫҡа өндәне.
Гүзәл БИКМӘТОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай