RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һиҙҙегеҙме? Хаҡтар артты...

21.09.2012 Һиҙҙегеҙме? Хаҡтар артты...

Хәлиҙә САФИНА, Сибай ҡалаһы, пенсионер:
– Көҙ етеү менән икмәк, һөт, ҡарабойҙай һәм башҡа төрлө ярмаларҙың хаҡын бер нисә һумға арттырҙылар. Беҙгә, оло кешеләргә, артыҡ күп сығым кәрәкмәй, ашауға булһа, торлаҡҡа түләһәк, осо-осҡа ялғана. Иң мөһиме, һаулыҡ булһын.
Йәштәр өсөн йәнем әсей, уларға үҙҙәрен дә, балаларын да ҡарарға кәрәк. Кеше алдында кәм-хур булып йөрөгөләре килмәй бит, матур кейенергә лә теләйҙәр. Әммә бөгөн бөтә ерҙә ҡиммәтселек, уңға баҫһаң да, һулға барһаң да, аҡса дауай, тиҙәр. ҡайҙа тәгәрәй замана?

Зарина, 32 йәш, Өфө каркас-йорт төҙөү заводы хеҙмәткәре:
– Хаҡтар арта, эш хаҡы һаман бер үк урында тапана, етмәһә, ҡыҫҡартыу менән янайҙар, хеҙмәт хаҡын да ваҡытында бирмәйҙәр. Магазинға инһәң, күңелең теләгән ризыҡты, тәнең һораған кейемде ҡапыл-ғара алырмын тимә. Элек көн дә автомобилдә йөрөй инем, бензин ҡиммәтләнгәс, сәбәпһеҙ рулгә ултырмаҫҡа тырышам. Төшөнкөлөккә бирелеп ҡуям, алда бер ниндәй ҙә перспектива юҡ кеүек.

Ринат Ә., уҡытыусы:
– Пенсия-пособиены арттырыу менән, хаҡтар үҫә башлай. Бер ҡулы менән бирәләр, икенсеһе менән талайҙар... Бар ерҙә ғәҙелһеҙлек хөкөм һөрә. Бындай катаклизмдарға ҡаршымын. Барыһы ла ябай халыҡтың асыуын ғына ҡабарта. Рәсәй – нефть иле, ә бензин ҡиммәт. Был бит абсурд! Мәҫәлән, Үзбәкстанда үҫкән ҡарбузды үзбәктәр ситтән, бер нисә тапҡыр арттырылған хаҡҡа алмай бит. Ә беҙ алабыҙ.

Дим КАШАПОВ, 29 йәш, фотостудияла эшләй:
– Хәл-ваҡиғаға тыныс ҡарайым. Бөтә нәмә ҡиммәтләнә, тип магазиндарҙы дөмбәҫләргә, тауыш ҡуптарырға, йә енәйәт юлына баҫырға йыйынмайым. Хаҡтарҙың туҡтауһыҙ өҫкә үрләүенә күнегергә ваҡыт. Әлбиттә, эш хаҡының бер кимәлдә ҡалыуы күңелде ҡыра, шулай ҙа бирешергә уй юҡ. Элекке осорҙан айырмалы рәүештә, бөгөн күберәк аҡса эшләү мөмкинлектәре бар. Улым һәм ҡатыным асыҡмаясаҡ – уныһы раҫ.

Юлдаш МОТАЛЛОВ, Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы, биш бала атаһы:
– Магазинға ҡатыным йөрөй, шуға ундағы хаҡтар тураһында әйтә алмайым. Ә бына бензин аҙна һайын егермешәр тингә артып килә. Йәшерен-батырыны юҡ, ҡайһы саҡ аҡса етмәй. Балаларҙы ашатып-кейендерергә, көндәлек ваҡ-төйәккә аҡса күп китә.

Азалия ХӨСӘЙЕНОВА, эшҡыуар, көнкүреш әйберҙәре һатыу нөктәһен тота:
– Тауарымдың хаҡтары шул килеш ҡала әле. Дәғүәселәремдең ҡайһы берҙәре хаҡ өҫтәне, шуға клиенттары кәмене. Миңә лә бер айҙан арттырырға тура килер, бензиндың ҡиммәтләнеүе бәкәлгә һуға.
Ысынын әйткәндә, бөгөнгө шарттарҙа ваҡ эшҡыуарҙарға еңел түгел. Бер яҡтан һалым инспекцияһы ҡыҫа, икенсе яҡтан урын өсөн түләргә кәрәк. Етмәһә, күмәртәләп һатыу базаһында хаҡтар тотороҡһоҙ. Дәғүәселәр бик күп, һатып алыусыларға ярауы ауыр. Һуңғы ваҡытта ҙур табыш алғаным юҡ.

Г. ЯХИНА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай