RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Коррупцияны еңеп буламы?

18.09.2010 Коррупцияны еңеп буламы?

Ике мең һум ришүәт – иң уңайлыһы?!

Беренсе тапҡыр тотолдоңмо? Борсолма, ултыртмаясаҡтар. Ил депутаттарының Енәйәт кодексына төҙәтмәләр индереү буйынса проекты ришүәтселәргә ошондайыраҡ «яуап» бирә. Бер генә «әтнәкә»һе бар – ришүәттең күләме өс мең һумдан артмаһа ғына кеше иректә ҡаласаҡ. Үәт, баш закон сығарыусыларҙа! Әйткәндәй, депутаттар үҙҙәре аңлатыуынса, «ошо күләмгә бюджет хеҙмәт­кәрҙәре – уҡытыусылар, табиптар тура килә». Шундай ваҡ-төйәк суммала ришүәт ала алалар, ә төрмәнән ҡасып ҡалырға мөмкинлектәре юҡ. Миллион һумдар менән «уйнаған» ысын ришүәтселәр иһә иректә рәхәтләнә.
Шулай ҙа йәш (беҙҙеңсә, яңы башлаусы) коррупционерҙар тынысланмаһын – депутаттар штраф күләмен «елле» итеп билдәләмәксе: 250 меңдән ярты миллион һумға саҡлы. Ә инде «ата» ришүәтселәргә (тота алһалар) язаны ҡатыландырабыҙ, тиҙәр. Элек эре сумма ришүәт 150 мең һум тип иҫәпләнһә, хәҙер – 100 мең һум. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тарафынан тотолоп, ғәйебең раҫланһа, 7 – 15 йылға (быға тиклем 5 – 12 йыл ине) «рәшәткә артына» китеүең ихтимал. Шуныһы ҡыҙыҡ – бәләкәй күләмдә, әммә йыш ришүәт алыусылар нимә эшләр һуң?
Ил депутаттарының яңы закон проектына ҡағылышлы, гәзит уҡыусыларға ошо һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Ғәлим ТҮЛӘБАЕВ, эшҡыуар, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
– Коррупция беҙҙең тормошҡа ныҡлы үтеп ингән һәм уны тамырынан юҡ итеү килеп сыға торған эшме икән? Иң тәүҙә шул, ришүәтселекте бөтөрәйек, тип ҡысҡырған түрәләр үҙҙәре ҡотолһон ине. Ғөмүмән, беҙҙең илдә был мөмкинме? Мәҫәлән, минең эшемдә юғары торғандарға бер нисә тәңкә булһа ла өлөш сығармаһам, бер ҡасан да уңа алмаясаҡмын.
Ә депутаттар күрһәткән 3 мең һум күләм хатта кешенең яҙмышын хәл итә торған суммалыр, бәлки. Әгәр табипҡа ошо сама аҡса бирелмәһә, ҡайһылыр пациент ғүмерҙә лә һауыға алмаҫ. Коррупцияны еңер өсөн йөҙәр йыллап ваҡыт үтер әле. Ниндәй генә закондар сыҡмаһын...

Самат БАСИРОВ, уҡытыусы:
– Беренсенән, үҙемде ысын педагог тип иҫәпләйем. Шуға ришүәтселек менән бер ваҡытта ла, бер ниндәй шарттарҙа ла шөғөлләнмәйәсәкмен. Уҡыусыларымдан, ата-әсәләренән өс мең һумға тиклем түгел, өс тинлек тә аҡса талап итмәйәсәкмен. Үкенескә күрә, һөнәребеҙгә тап төшөрөүселәр бар. Минең фекерем шул: коррупционерҙарҙы, енәйәте ниндәйҙер суммаға етмәй, тип язаға тарттырмау, йә уны йомшартыу төптө дөрөҫ түгел. Депутаттарыбыҙҙың фантазияһы бөтә башланы, буғай.

Ғ. АТАУЛЛИН, «бәләкәй генә бер түрә»:
– Донъя шулай ҡоролған бит – ҡул ҡулды йыуа. Ә төптәнерәк уйлап ҡараһаң, беҙ нәфсебеҙҙе тыя белмәйбеҙ. Һай, насар нәмә ул – нәфсе. Бына мин ришүәтсе түгелмен. Шулай ҙа бер шәп эш өсөн бер тапҡыр ғына аҡса алдым. ҡәһәре шундуҡ төштө. Хәҙер үҙем генә түләйем. Депутаттарҙың проектына килгәндә, көлкө тыуҙыра. Ваҡ-төйәк һумдар менән «шаярған»дар өсөн ниндәйҙер ташламалар яһап ултырмаһалар. Миллиондар йөрөй әҙәм балалары араһында.

Роберт, III курс студенты:
– Бөгөнгө заманда ришүәтһеҙ әллә ни аҙымдар яһап булмай. Уҡырға ингәндә түләнек, һәр сессия һайын аҡса меңәр һумлап сығып тора. Юғары белем алыу хаҡы, ай-һай, ныҡ ҡиммәткә төшә. Шунһыҙ сара юҡ. Ришүәт алыусыны барыһы ла белә, шул уҡ ваҡытта белмәмеш тә булалар. Ә кем тотола? Асыҡ ауыҙ коррупционер һәм ҡомһоҙҙары, бүлешә белмәгәндәре. Депутаттар, уҡытыусы менән табиптарҙы телгә алып уларҙы бер аҙ мыҫҡыл да иткән кеүек, йәнәһе, бюджетта эшләүселәр шунан да (өс мең һумдан) күберәк аҡса һорай алмай. Нисегерәк тә һорайҙар әле. Әҙләп, әммә йыш-йыш.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом