НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Байҙар йөҙә майҙа ярлылар - тоҙло һыуҙа

Байҙар йөҙә майҙа ярлылар - тоҙло һыуҙа


Байҙар йөҙә майҙа ярлылар - тоҙло һыуҙаЯңыраҡ дуҫтар менән ял итергә Ырымбур өлкәһенең шифалы Илек күленә барғайныҡ. Шунда ҡырмыҫҡа иләүе кеүек гөж килеп торған яр буйында ике ир һөйләшә.
– Нишләп ҡыҙыу бесән мәлендә эшләмәй бында ятаһың? – тип һорай түҙеп торғоһоҙ эҫе көньяҡ ҡояшында бешеп, һытылырға етешкән помидор битлеһе оҙаҡ ҡырынмауҙан сикәләрен төк баҫҡан йыуан ҡорһаҡлыһынан.
– Эшләп нимә була? – Йыуан ҡорһаҡ һорауға һорау менән яуапланы.
– Эшләһәң, һаламың була, бесәнең була. – Помидор биттең дә бирешкеһе килмәй, һаман ныҡышып-ныҡыша. – Мал аҙығын мул әҙерләһәң, һыйырҙарың, һарыҡтарың, ҡош-ҡортоң ишәйә. Ҡышҡа аяҡ баҫҡанда, мал-тыуарыңды һатып, аҡса эшләйһең. Кеҫәң ҡалын булһа, бай булаһың, хужалығыңды киңәйтергә юл асыла. Шунан унда эшләргә кеше яллайһың. Башҡаларҙы ҡушып эшләткәс, байлығың тағы ла артҡандан-арта. Серегән бай булһаң, курортҡа барып, донъяның артына тибеп, бер нәмә лә эшләмәй, ял итеп кенә ятырға ла мөмкин.
– Ә мин нимә эшләп ятам һуң һинеңсә? – Йыуан ҡорһаҡ, аптырап, ятҡан еренән тороп уҡ ултырҙы. – Мин дә бит ял итеп ятам. Үҙең үк күреп тораһың, ниндәйҙер ауыл эргәһендә аҡҡан йылға буйында түгел, ә Соль-Илецк курортында, үәт!
– Ҡайҙан килдегеҙ, ағай­ҙар? – тип мин дә һүҙгә ҡушылам.
Тегеләрҙең береһе Та­тарстан­дан булып сыҡты. Икенсеһе, үҙен курортта ял итеп ятҡан серегән байға тиңләгәне, Һамар өлкәһенән икән. Минең Башҡортостандан килгәнемде белгәс, тотондолар былар беҙҙәге шифаханалар тураһында ҡыҙыҡһынырға. Әллә ҡайҙан килеп, үҙебеҙҙең республиканы яманлап ултыра алмайым бит инде. Мин дә эре сирттерергә булдым.
Фәлән-фәсмәтән, мин әйтәм, беҙҙең гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа мохтаждар өсөн санаторийҙар ҙа, курорттар ҙа, ял йорттары ла байтаҡ. Үҙҙәре төҙөлөш-архитектура йәһәтенән Ғәрәбстандың нефть магнаттарының алтын да көмөш ялатылған зиннәтле һарайҙарынан бер ҙә генә ҡалышмай. Уларҙың ҡайһыныһына ғына барһаң да, ябай хеҙмәтсән халыҡты әйҙүкләп ҡаршы алалар, бөтә уңайлыҡтары булған матур-матур бүлмәләргә урынлаштыралар. Был шифаханаларҙа туҡланыу ҙа юғары кимәлдә ойошторолған, дауаланыу, ҡаҡшаған сәләмәтлекте нығытыу өсөн бөтә уңайлы шарттар ҙа тыуҙырылған. Минераль һыу эсергә теләйһеңме, ҡымыҙмы, рәхим ит, барыһы ла бар. Ял итеүселәрҙең буш ваҡыты ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үтһен өсөн төрлө тематик кисәләр, концерттар йыш булып тора. Шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә Өфөнән дә, Ҡаҙандан да исемдәре сәнғәт һөйөүселәргә киң билдәле артистар килә.
Тағы әллә нәмәләр һөйләп ташланым булһа кәрәк, үҙемдең һүҙҙәргә үҙем ышана башланым хатта. Әйтерһең дә, был шифаханаларҙың береһендә генә булһа ла ял иткәнем бар. Шул ваҡыт күлгә сумып сығыуҙан ап-аҡ булып тоҙ ҡатҡан ҡул һырты менән хәләл ефетем бөйөрөмә төртмәһә, белмәйем, йәнә нимә тип фәстерер инем икән?
Ғаиләбеҙ менән Илек тоҙона дүрт йыл рәттән киләбеҙ беҙ. Бынан алты йыл элек юл фажиғәһенә тарып, ауыр тән йәрәхәттәре алғаны бирле һынған һөйәктәр һыҙлап бер була. Шул хаҡта белгән бер танышым Илеккә барырға кәңәш иткәйне, шуға киләбеҙ. Файҙаһы тейә, ахырыһы, тоҙҙан ҡайтҡас, ваҡытлыса булһа ла, имгәнгән урындарҙың ҡайҙалығы онотолоп тора. Ҡыш сыҡҡансы етә сихәте, шунан йәй башынан тағы тотона тәнде йәнсергә.
Һынған һөйәктәргә, сыҡҡан быуындарға дауа эҙләп бер беҙ генә килмәйбеҙ бында. Ана, беҙҙең эргәлә генә Дүртөйлө районынан килгән ғаилә урынлашҡан. Саҡ ҡына арыраҡ, иртәнән бирле морондарын һыра шешәһенән ала алмаған егеттәр Туймазы яғынан. Уларҙың уң яғында ятҡан йәш ир менән ҡатын, һөйләшеүҙәренә ҡарағанда, Дим буйынан булһа кәрәк.
Тоҙға барыуы хәҙер ҙур проблема түгел. Күптәр бында үҙ машиналарында килә. Шәхси транспорты булмағандар өсөн автобустар йөрөп тора. Йәй башынан Өфөнән дә, Стәрлетамаҡтан да, Салауаттан да, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларынан да Соль-Илецкиға ҡәҙәре автобус маршруттары асыла.
Илек тоҙоноң ниндәй сирҙәргә файҙаһы барлығы, ниндәй зәхмәттәрҙән ҡотҡарғанлығы хаҡында бәйән итеп тормайым, ул турала республика матбуғатында ла йыш яҙалар, Башҡортостан телевидениеһы һәм радио тапшырыуҙарында ла күп күрһәтәләр, һөйләйҙәр.
Быйыл килгәнебеҙҙә иң беренсе күҙгә ташланғаны тоҙ күленә инеү өсөн түләүҙең бөтөрөлөүе булды. Баҡтиһәң, февраль айында уҡ ҡала прокуратураһы, «Илек Тоҙо» курорты» яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәтен тикшергәндән һуң, уның санитар нормаларға тап килмәүен, күлдәрҙең кеше ғүмере өсөн ҡурҡыныс булыуын, бәҙрәфтәрҙең етешмәүен, яр буйында теҙелеп киткән күп һанлы кафеларҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең бөтөнләй үтәлмәүен, санитар-эпидемия күрһәткестәренең боҙолоуын асыҡлаған.
Прокуратура ҡуйған ҡәтғи талаптарға буйһоноп, ҡала советы депутаттары курортҡа инеү өсөн билдәләнгән хаҡты юҡҡа сығарыу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Ләкин курорт хужалары ошо ҡарарҙы үтәүҙән ары китә алмаған. Башҡалары бары тик ҡағыҙҙа ғына ҡалған.
Июль башында бындағы хәл менән танышырға Соль-Илецк ҡалаһына Ырымбур өлкәһе губернаторы Юрий Берг килгән. Урындағы матбуғат биттәренә күҙ һалһаң, ул да ҡала етәкселәрен утлы табала бейеткәнгә оҡшай, әммә боҙ урынынан ҡуҙғалмаған. Хатта, миңә ҡалһа, беткә үс итеп тунын утҡа быраҡтырған бәндә шикелле, курорт хужалары прокуратураға ҡаршы аҫтыртын һуғыш та асҡан булһа кәрәк. Һәр хәлдә, ҡайҙа ҡарама – шунда өйөлөп ятҡан буш шешәләр, сүп-сар өйөмдәрен күргәндән һуң шундай фекер тыуа. Быға ҡәҙәре тоҙло күлдән сыҡҡас ҡойоноу өсөн ҡуйылған душ кабиналарының һүтелеп алыныуы ла минең хаҡлығымды дәлилләй булһа кәрәк.
«Илек Тоҙо» курорты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры И. Абдуршиндың, прокуратура менән килешергә теләмәй, теш күрһәтергә маташыуы ла бәрелештең киҫкенләшә барыуына бер ишара. Был хаҡта «Илецкая защита» гәзитендә лә уҡырға мөмкин.
Курортҡа инеү өсөн түләүҙең бөтөрөлөүен машиналарҙы ҡуйыу урыны хеҙмәткәрҙәре үҙ мәнфәғәтенә борған. Былтыр, мәҫәлән, машина хужалары үҙҙәренең «ҡорос ат»тарын һаҡ аҫтына ҡуйған өсөн сәғәтенә ун һум түләһә, быйыл – утыҙ һум. Фатир хаҡтары ла артҡан. Бығаса йорт хужалары тәүлегенә йөҙ-йөҙ илле һум һораһа, хәҙер ике йөҙҙән дә арзаны юҡ.
Ҡаҡшаған сәләмәтлектәрен нығытыу өсөн Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан ағылған әҙәм балалары, урындағы етәкселәрҙең үҙ-ара һөҙөшөүҙәренә ҡарамай, һаман килеүен белә. Хатта аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояш та, аҙым һайын үлемесле һәләкәттәре һағалап торған саҡрымдар ҙа өркөтмәй уларҙы. Юл фажиғәһенә тарып, ғүмерҙәре менән хушлашҡандар араһында яҡташтарыбыҙ ҙа бар, шуныһы бәғерҙе телгеләй.
Июндең һуңғы көндәрендә, иртәнге сәғәт һигеҙҙәрҙә, Соль-Илецк ҡалаһына килеп етәрәк, етенсе модель ВАЗ машинаһы түңкәрелә. Авария һөҙөмтәһендә ике кеше яҡты донъя менән хушлаша. Машина хужаһы һәм тағы бер пассажир ауыр тән йәрәхәттәре менән ҡала дауаханаһына оҙатыла. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, төнө буйы йоҡламай килгән водитель ныҡ талсыҡҡан һәм таң алдынан ойоп киткән. Юл фажиғәһенә шул сәбәпсе булған да инде.
Июль айында йәнә ҡурҡыныс ваҡиға булыуы хаҡында һөйләйҙәр бында. Тоҙҙан ҡайтып барған бер төркөм йәштәр Яйыҡ йылғаһындамы, Һаҡмарҙамы ҡойоноп сығырға ниәтләй. Ләкин уларҙы бында ҡаза аңдып тора – егеттәрҙең береһе үҙ үлемен йылға төбөндә таба. Ошо ҡорбандарҙың барыһы ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостандан.
Күрмәгәндең күргеһе килгәндән йөрөмәй әҙәм балаһы, әллә күпме һынауҙар үтеп, ыҙалар сигеп, ете-ят ергә. Үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙ­ҙың шифалы һыуҙары ҡороған да, файҙалы ләмдәре кипкәнме әллә? Юҡ, әлбиттә. Мәгәр беҙҙең республикалағы шифаханаларҙа ябай хеҙмәт кешеһе ял итә аламы?
Ҡыҙыҡ өсөн, ошо мәҡәлә өҫтөндә эшләгәндә, hеспубликабыҙҙың йөҙөк ҡашы булған шифахана­ларҙағы хаҡтарҙы барлап сыҡтым. Улар интернетҡа һалынған, әгәр ҡыҙыҡһынһағыҙ, ҡарарға мөмкин. Мәҫәлән, «Асы» шифаханаһында ял итергә теләгән кешегә ун дүрт көнгә путевка өсөн 18900 һумдан 69020 һумға ҡәҙәре аҡса сарыф итергә тура киләсәк. Егерме бер көнгә иһә хаҡтар 28350-нән 103530 һумғаса.
Йыһан караптарын ауыҙлыҡлап, оҙайлы ваҡыт йондоҙҙар менән уҙышып, ергә әйләнеп ҡайтҡан космонавтарҙы тиҙ арала аяҡҡа баҫтырыуы менән дан алған «Красноусол» шифаханаһында ял итергә теләүсе әҙәмдәр тәүлегенә 2400-ҙән 6900 һумға тиклем түләргә мәжбүр.
«Янғантау»ҙа хаҡтар ун дүрт көнгә 37240 һумдан 65310 һумға, егерме бер көнгә 54495 һумдан 96705 һумға тиклем.
Башҡортостан телевидениеһын ҡараһаң, был шифаханаларҙы әлеге лә баяғы космонавтар, сит өлкәләрҙән килгән ҡунаҡтар үлтереп маҡтай. Һирәкләп кенә үҙебеҙҙең республикала йәшәүселәр ҙә осраштыра. Ләкин, ҡағиҙә булараҡ, улар йә ирҙәре Себер тарафтарында бил бөккән ғаиләләр, йә юғары урындар­ҙа оло вазифа биләп ултырыусы чиновниктар, йә шуларҙың танау аҫтында бәпкә йөндәре лә ҡойолоп бөтмәгән бала-сағаһы. Республика­быҙҙың иҡтисади хәле нығынһын, халыҡтың көнкүреше яҡшырһын тип, таң һарыһынан күҙ бәйләнгәнгә саҡлы баҫыу өҫтөндә, мал фермаларында, станок артында фиҙакәр эшләгән ябай хеҙмәт эйәләренә бары шул Илек тоҙо ла, Нөгөш һыу һаҡлағысы ғына тороп ҡала.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
«Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.

Ишембай – Соль-Илецк – Ишембай.

Сығыу ваҡыты 7-08-2010, 17:35 | Ҡаранылар: 1669
|
  • ЭСЕҮЕН-ЭСҺӘҢ, ИСМАҺАМ, ӨЙҘӘ ЯТ!
  • Пенсионерҙарға нисек 5000 һумға Төркиәлә ял итергә?
  • “Бәхетте ошонда тараталармы?”
  • Быйыл да балаларҙың ялы тейешенсә ойоштороласаҡ
  • Боландар иленә сәйәхәт
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM