RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яңы фабрика сафҡа инде

14.06.2011 Яңы фабрика сафҡа инде

Рәсәй көнө алдынан Хәйбулла районында яңы тау сәнәғәт объекты файҙаланыуға тапшырылды.
Яңы фабрика сафҡа индеХәйбулла районының Петропавловск ауылына яҡын урынлашҡан фабрика биләмәһенә иртәнге сәғәт 7-лә үк килеп төштөк. Шулай булһа ла, бында эш ҡайнай: байрам ойоштороусылар һуңғы әҙерлек эштәре менән булыша, һаҡсылар постарҙы тикшерә, махсус форма кейгән эшселәр күренгеләп ҡала. Уҙған килеүемдә, 2009 йылда, был фабриканың һөлдәһе генә бар ине, хәҙер иһә тулы ҡеүәтенә эшләп торған сәнәғәт предприятиеһының ысынбарлығына, әкиәт булмауына ышаныуы ла ҡыйын. Асфальт юлдар, ыҡсым административ бина, ашхана, складтар, фабриканың төп ҡеүәттәре урынлашҡан ангарҙар – быларҙың барыһы ла, сәнәғәт предприятиеһынан бигерәк, уртасараҡ ҡала урамдарын хәтерләтә.
Яңы фабриканы асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Прези­денты Рөстәм Хәмитов, Баш­ҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Ис­кән­дәр Мәхмүдов ҡатнашты. Тантана уңайы менән телмәрҙәрендә Рөстәм Хәмитов та, Искәндәр Мәхмүдов та был фабриканың сафҡа инеүендә республиканың һәм «УГМК»-ның уртаҡ эшмәкәрлеге мөһим булыуын билдәләне.
Фабриканың яңы ҡеүәттәрен файҙаланыуға тапшырыуҙы символлаштыр­ған тантананан һуң ошонда уҡ Баш­ҡортостан хөкүмәте һәм Урал тау-ме­таллургия компанияһы етәкселеге ки­ләһе биш йылға үҙ-ара хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Фабриканың сафҡа ингән өлөшө йылына яҡынса 1,5 миллион тонна мәғдәнде байыҡтырырға һәләтле. «Юбилейный» карьерынан (киләсәктә – шахталарҙан) сығарылған тау мәғдәне махсус тирмәндәрҙә ҡом кимәленәсә онталып, артабан флотация машиналарында күбекле һыуҙа йыуыла һәм шул рәүешле баҡыры буш тоҡомдарҙан айырылып сығып, бергә туплана. Артабан баҡыр концентраты Башҡортос­тандан ситтә, башлыса Силәбе һәм Пермь өлкәләрендә урынлашҡан баҡыр иретеү заводтарына оҙатыла. Хәйбулла районының «Юбилейный» ятҡылығында тау-байыҡтырыу фабрикаһының эш башлауы район өсөн генә түгел, тотош Урал аръяғы өсөн дә шатлыҡлы хәл. Был шатлыҡты, күрәһең, эш эҙләп Себер тарафтарына юлланыуҙан азат булып, 15 көн аша үҙҙәренә, бик булмаһа, күрше районға вахтаға барған ир-ат нығыраҡ тоялыр. Фабрикала эш вахта ысулы менән ойошторолған, бының өсөн вахтаға килеүсе эшселәр өсөн бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡ бар, тиҙҙән яңы ятаҡ төҙөләсәк. Күпселек халыҡ Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр райондарынан, Сибай ҡалаһынан йөрөп эшләй.


Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай