RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тауарҙары үтемле, йөҙҙәре яҡты

03.08.2010 Тауарҙары үтемле, йөҙҙәре яҡты

Тауарҙары үтемле, йөҙҙәре яҡтыНурислам Кирәев Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә инженер булып эшләп йөрөгәндә киләсәктә сауҙагәр булып китермен тип һис уйламағандыр, моғайын. Үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы ижтимағи-социаль үҙгәрештәр уның тормошона ла үҙ төҙәтмәһен индерә. Нурислам һөнәрен эшҡыуар­лыҡҡа алмаштырырға ҡарар итә. Ул ваҡытта атаһы умартасылыҡ менән шөғөлләнгән була. Егет уға ярҙамлаша башлай. Шулай итеп, аталы-уллы ике йылда 12 баш умартаны 40-ҡа еткерәләр. Нурислам балды Өфө­гә алып барып һата. Ингән аҡсаны эшкә «ебәрә». Төр­киә­нән кейем-һалым алып ҡайтып һата. Ғаиләне тәьмин итерлек кимәлгә еткәс, күптән яратҡан ҡыҙы Дилараға өйләнеп, ғаилә бизнесын ойошторалар. Тәүҙә йәш ғаилә баш ҡалала йәшәй. Әммә дуҫтары Нурисламды тыуған яҡҡа саҡыра һәм эшҡыуарлығын дауам итеү өсөн урын бирәләр. Артабан Нурислам Миңләхмәт улы тыуған ауылы Димгә күсенә. Бер нисә йыл рәттән ҡуртым­ға ер алып, бойҙай үҫтерә. Шул уҡ ваҡытта ауылда магазин аса. Тапҡан табышты йәнә ике аҙыҡ-түлек магазины асыуға йүнәлтә. Шулай итеп, Кирәевтар «Дим» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштора. Артабан уларҙың Тулыбай ҡасабаһында – «Гүзәл», Димдә – «Мең ваҡ-төйәк», Бишбүләктә «Гранд» сауҙа нөктәләре асыла. Оҙаҡламай АТП территорияһында күмәртәләп һатыу склады ойошторалар.
Бөгөн район үҙәгендә «Добрый день» хужалыҡ тауарҙары, аҙыҡ-түлек магазины көнөнә йөҙҙәрсә кешене хеҙмәтләндерергә һәләтле. Ул баш ҡалалағы ҙур супермар­кеттар­ҙы хәтерләтә. Сауҙа, иҫәп-хисап тулыһынса компьютерлаштырылған.
– Компьютер ярҙамында ҡайһы тауарҙың ни дәрәжәлә үтемлерәк икәнен тиҙ генә асыҡларға була, – ти Нурислам Кирәев. – «Рейд», «Са­харок», «Форвард», «Натураль­ные продукты» йәмғиәттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Тауар­ҙы үҙебеҙ ҙә ҡайтарабыҙ. Бының өсөн биш машинабыҙ бар.
Йәмғиәттә бөгөн 50-нән ашыу кеше эшләй. Тимәк, район халҡына шул тиклем өҫтәмә эш урыны булдырылған, тигән һүҙ.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ