НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Һатып, икмәк табылмай

Һатып, икмәк табылмай


йәки Аҡса баҫып ҡына иҡтисадты аяҡҡа баҫтырып булмай
Һатып, икмәк табылмай2008 йылдың көҙөндә бөтә донъяны Америка Ҡушма Штаттарында башланған финанс-иҡтисади көрсөк баҫып алды. Ер шарының төрлө дәүләттәре был упҡындан сығыуҙың төрлө әмәлдәрен эҙләп маташты. Беҙҙең ил етәкселәре Резерв фондында йыйылған «һандыҡ»тағы аҡсаны олигархтарға таратып биреү юлын һайланы. Бының ниндәй һөҙөмтәләргә килтергәне бөтәбеҙгә лә мәғлүм – Рәсәй миллиардерҙар рейтингында тағы ла юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелде. Мәскәү улар һаны буйынса бөтә донъяла Нью-Йорктан ғына ҡалыша.
Беҙҙең етәкселәр, дәүләт ҡаҙнаһында аҡса бөтөү сәбәпле, төрлө социаль программаларҙы ҡыҫҡартыу һәм бөтөрөү юлына баҫырға мәжбүр булды. Мәҫәлән, пенсияларҙы йылына ике тапҡыр урынына бер тапҡыр индексациялау (артҡан хаҡтарға еткерергә тырышыу). Ауыл хужалығы министры Елена Скрынник Рәсәйҙе тиҙерәк Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына (ВТО) индереү маҡсатында (ә уның беҙгә кәрәкме икәнен үҙҙәре лә төшөнөп бөтмәй әле), ауыл хужалығына биреләсәк дотацияларҙы кәметеү тураһында һүҙ йөрөтә. Былай ҙа импорт менән тулған аҙыҡ-түлек баҙарында Рәсәй етештереүселәрен бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығарырға булдылар. Иҡтисади яҡтан үҫешкән дәүләттәр ауыл хужалығы продукцияһы етештергән донъя төбәктәрен әкренләп үҙҙәре өсөн туристик базаларға әйләндереүҙе дауам итә. Мәҫәлән, бөтә кеше ял итергә яратҡан Таиланд, Индонезия һ.б. шәкәр ҡамышы, какао, каучук ағасы үҫтереү урынына туризм менән шөғөлләнә. Был шауҡым беҙгә лә килеп етте. Ә Япония, билдәле сәбәптәр арҡаһында фигуристарҙың донъя чемпионатын үткәрә алмағас, беҙҙекеләр, аҡса юҡ тип тормай, бар ғаләмгә чемпионатты үҙебеҙ үткәрәбеҙ, тип яу һала. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй армияһына яңынан-яңы ҡоралдар биреү өсөн, милицияны полицияға күсереүгә аҡса табыуҙы бер ни күрмәйҙәр. Бындай ысын хужаға хас булмаған ҡылыҡты күреп, бөтә халыҡ аптырай. Бының һайлауҙар алдынан була торған пиар аҙымдар икәне күренеп тора бит.
Башҡа илдәрҙең етәкселәре икенсе юлдар таба. Шул уҡ Барак Обама менән Николя Саркози Ливиялағы законлы власты алып ташлауҙы өҫтөн күрҙе. Рәсәй вето хоҡуғын файҙаланырға ла баҙнат итмәне. НАТО-ға йоҙроҡ янау менән генә илдең өҫтөнә төшкән оятты бөтә донъя мосолмандары күҙенән йәшереп булмай.
Башҡа дәүләттәрҙә үткәрелгән иҡтисади сәйәсәткә күҙ һалһаң, хайран ҡалаһың. Шул уҡ АҠШ-тың ФРС-ы (Федераль резерв системаһы) ике йыл ярым эсендә өҫтәмә рәүештә бер ни менән дә тәьмин ителмәгән 1,7 триллион доллар баҫып сығарҙы. Был сумманы (1 700 000 000 000) күҙ алдына килтереү өсөн түбәндәге күрһәткестәрҙе ҡарап сығайыҡ. Был «нулдәр» 1999 – 2009 йылдар­ҙа Рәсәй ҡаҙылма табылдыҡтарының экспортына тиң. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ФРС илебеҙ нефтселәре, шахтерҙары һәм газсылары ун йыл эсендә ҙур михнәт менән сығарып, сит илдәргә һатҡан сеймалды ике йыл ярым эсендә генә банк офистарынан да сыҡмайынса ғына «етештергән». Йәғни беҙҙең Себер ун йыл буйы АҠШ-ҡа бушлай эшләгән булып сыға. Тик эш хаҡы итеп уларға американдар­ҙың президенттары төшөрөлгән ҡағыҙҙар бирелгән. Әлбиттә, был осраҡта американдар һәйбәтерәк йәшәйәсәк.
Баяғы өҫтәмә сығарылған долларҙар яҡынса Ҡытай 2003 – 2008 йылдарҙа АҠШ-ҡа һатҡан тауар­ҙарҙың дөйөм хаҡына тиң. Тимәк, Ҡытай халҡы биш йыл буйына американдарҙы доллар баҫҡаны өсөн генә бушлай ашатып ятҡан. Был ҡырағай күренеш кешене аптыратырға тейеш түгел. Һүҙ юҡ, Америка үҙ долларына бирелгән көстән рэкетир кеүек файҙалана белә. Әйтергә кәрәк, американдарҙан Ҡытай ҙа, Европа ла ҡалышмаҫҡа тырыша. Ҡытай, көрсөктән файҙаланып, 1 триллион долларға тиң үҙ аҡсаһын баҫып сығарҙы.
Планета масштабында, бер яҡтан, баҫып сығарылған аҡсаның күләме туҡтауһыҙ арта бара, ә икенсенән, етештерелгән продукцияның күләме, артһа ла, бик күпкә ҡалыша. Нефттең барреле 100 долларҙан артыуын, ҡиммәт, тигән булалар. Үҙегеҙ сағыштырып ҡарағыҙ: 1970 йылдарҙағы Бөйөк көрсөктән бирле донъя баҙарында нефткә хаҡ яҡынса өс тапҡырға артһа, АҠШ-тағы доллар массаһы 5,6 тапҡырға күбәйгән. Был ситуацияла донъялағы артыҡ аҡса бөтә мәғдән һәм аҙыҡ-түлеккә дәррәү хаҡ артыуына килтерә лә инде. Туризмды үҫтерәһе урынға, ныҡлап ауыл хужалығына иғтибарҙы артты­рыр­ға кәрәк икәне көн кеүек асыҡ. Минеңсә, ауыл кешеләренең магазинда һөт-май, ит аҙыҡтарын һатып алыуы бик аяныслы хәл. Беҙҙең илдә алып барылған сәйәсәттең һөҙөмтәһе был. Әгәр ҙә ябай ауыл кешеһенең мал-тыуар, баҡса тоторға хәле етмәй икән, уны ялҡаулыҡта ғәйепләү ҡара эттең бәләһен ағына япһарыу менән бер. Рәсәйҙә ауыл үлеп бөтөп бара. Ауылдың бөлгөнлөккә төшөүе арҡаһында бөгөн халыҡтың дүрттән өс өлөшө ҡалаларҙа йәшәй. Тимәк, бик ҙур территориялар буш ята, йыл һайын картанан йөҙәрләгән ауыл юғала. Рәсәйҙең яҙмышын иң ҙур ете мегаполиста ғына йәшәгән кешеләр хәл итә. Эйе, уларға баҙар иҡтисадының иң тәмле емештәре генә эләгә. Тик Фукусима һымаҡ техноген йәки, Хоҙай ҡушмаһын, социаль афәт (ә уның яһалма ойошторолған булыуы ла ихтимал) был ҡалаларҙың берәйһен һынауға дусар итһә, Рәсәйҙең башһыҙ ҡалыуы бар. Шуныһы ҡурҡыныс…
Илдар ҒӘБИТОВ.

Сығыу ваҡыты 9-04-2011, 11:00 | Ҡаранылар: 1341
|
  • Көнләшергә генә ҡала
  • Аҡсаны ашап булмай шул…
  • Бахырлыҡтың ахыры булырмы?
  • ”Евроремонт” мәсьәләһе хәл ителде
  • Ярлы туғанын байҙар һөймәҫ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM