НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Әйләнештә – яңы тәңкәләр

Әйләнештә – яңы тәңкәләр


Әйләнештә – яңы тәңкәләр1 апрелдән әйләнешкә бер юлы алты төрлө тимер аҡса сыҡты. Тәңкәләрҙең бишәүһенең составында ҡиммәтле металл бар. Улар беренсе тапҡыр йыһанға осоуҙың 50 йыллығына арнап сығарылған 3 һумлыҡ көмөш, 1000 һумлыҡ алтын, Бүрәт Республикаһы­ның Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 350 йыл тулыу айҡанлы 3 һәм 100 һумлыҡ көмөш һәм ошо уҡ тарихи сериянан 50 һумлыҡ алтын һәм 10 һумл­ыҡ тимер тәңкәләр­ҙән ғибәрәт.
3 һумлыҡ көмөш тәңкәлә йондоҙҙар фонында Юрий Гагарин төшөрөлгән. «Кешенең йыһанға тәүге осош яһауына – 50 йыл» тигән яҙыу һәм беренсе космонавтың ҡултамғаһының факсимилеһы бар. Монетаның диаметры – 39 миллиметр, ауырлығы – 31,1 грамм, пробаһы – 925. Әйләнешкә 7,5 мең тәңкә сығарыл­ған. 1000 һумлыҡ алтын мо­нетаның диаметры – 50 мм, ауырлығы – 155,5 г, пробаһы – 999,0. Ул биш кенә данала сығарылған. 3 һумлыҡ көмөш монетала тау фонында бүрәт милли кейемендәге ҡатын-ҡыҙ һүрәтләнгән. Уның диаметры – 39 мм, ауырлығы – 31,1 г, пробаһы – 925. Ул өс мең берәмектә тарала. Ә 100 һумлыҡ аҡса ни бары 300 бөртөк сығарылған. 50 һумлыҡтар ҙа бик аҙ – 1 мең генә. Тәңкәләр Рәсәйҙә ҡулаҡса булып әйләнештә йөрөйәсәк.

Сығыу ваҡыты 2-04-2011, 12:13 | Ҡаранылар: 2051
|
  • Яңы бәйгегә әҙерләнегеҙ!
  • Тура мөйөшлө тәңкәләр сыҡты
  • Ҡағыҙ 10 һумлыҡтар менән хушлаша башлағыҙ
  • 10 һум менән хушлаша башлағыҙ
  • Иҫәп алыу символикаһы – аҡсала
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM