RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

07.08.2019 Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың Дүртөйлө районына эш сәфәре саф тоҡомло эре малдарҙы үрсетеүгә һәм юғары продуктлы ауыл хужалығы культураларын үҫтереүгә махсуслашҡан Ленин исемендәге тоҡом малы заводы менән танышыуҙан башланды.

Тоҡом малы заводының генераль директоры Альберт Дәүләтбаев һүҙҙәренсә, хужалыҡтың ауыл хужалығы биләмәләре майҙаны 9,5 мең гектар тәшкил итә. Эре малдар һаны — 2,3 мең баш, шул иҫәптән 1 500-ҙән ашыуы — һөт йүнәлешле. Һөт һәм малсылыҡ продукцияһын етештереү йылдан-йыл арта, быйыл байтаҡ күрһәткестәр буйынса үҫеш — яҡынса 10%. Йыл һайын хужалыҡтың автомобиль, трактор паркы яңыртыла, малсылыҡ фермаларына капиталь ремонт үткәрелә. Льготалы кредит һәм республика субсидиялары ярҙамы менән һимертеү майҙансығы һәм йәш малдар өсөн корпус төҙөкләндерелгән. Шулай уҡ һыйыр һауыу залы өсөн яңы ҡорамал һатып алынған.

Радий Хәбиров хужалыҡтың әлеге ваҡытта арпа йыйыу эштәре барған баҫыуын ҡарап сыҡты, хужалыҡ етәкселеге һәм механизаторҙар менән аралашҡанда эш шарттары һәм хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһынды. Тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса, тоҡом малы заводы буйынса уртаса эш хаҡы 24,5 мең һум тәшкил иткән.

Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Ислакаев журналистар менән аралашҡанда һауа шарттарының урып-йыйыу эштәренә ҡамасаулауын билдәләне. Бөгөнгә 40 мең сәсеү майҙандарының 10% уңыш йыйып алынған.

«Быйыл беҙҙә ужымдың 45% һәләк булды, уларҙы яҙғы культуралар менән ҡапларға тура килде. Уңыш бар, техника 100 процентҡа әҙер, көндәр генә аяҙ торһон», — тине Салауат Ислакаев.



Автор: А. Ғиззәтуллин
Фото: ИА "Башинформ"




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта