RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

30.07.2019 Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Ишембай районы крәҫтиәндәре, бесәнде тамамлап, ураҡҡа төшкән

Борон һәнәк тота белгәндең һәр береһе болонда ине. Ә бөгөн салғы сүкеү тигән күренеш тә һирәк – ҡапҡа төбөндәге бер нисә үләнде лә бензинлы салғы менән сабып ҡуйыуҙы хуп күрәбеҙ. Себен-серәкәйҙән, күгәүендән талана-талана, эҫе ҡояш аҫтында арып-талып ҡул менән бесән сапҡан мәлдәрен һағынып иҫләгәндәр ҙә юҡ түгелдер, сөнки бесән әҙерләүҙең үҙ романтикаһы була торғайны.

Ауыл кешеһенең йылдан-йыл хеҙмәте еңеләйеүе, уңайлы әмәл-ысулдары табылыуы, әлбиттә, ҡыуандыра. Хужалыҡтарҙа төп ауырлыҡты күтәргән ҡеүәтле техника менән идара итеүсе кешенең төп роле – эште дөрөҫ ойоштороу, машина менән рациональ идара итеү.
Ишембай районының “Едих” крәҫтиән-фермер хужалығы районда алдынғыларҙың береһе булыуы менән дан алған. Был хужалыҡты элекке “Коммунизм” колхозының вариҫы тип ҡарарға кәрәк. Төрлө йылдарҙа “Ҡанаҡай”, “Юрматы”, “Башҡортостан”, “Алексеевка совхозы” һәм “Ергән МТС-ы филиалы” исемен йөрөткән хужалыҡта Ҡанаҡай, Әхмәр һәм Сәлих ауылдары хеҙмәтсәндәре тир түгә. 2018 йыл йомғаҡтарына күҙ һалғанда, “Едих” хужалығы һөт һәм ит етештереү буйынса – беренсе, баҫыу эштәре буйынса икенсе урынға сыҡҡан, идарасыһы – Миңлейәр Әминев.

Хужалыҡтың инженеры Азамат Ғәлиев һәм гараж рәйесе Миңлеғол Ҡот­лоев­тың яуаплылығында – техниканы һаҡсыл ҡулланыу, запчастар менән тәьмин итеү һәм эште тейешле дәрәжәлә ойоштороу.

– Хужалыҡтың алты “Агрос” иген йыйыу, өс мал аҙығы йыйыу комбайны, сәсеү комплекслы “Кировец” һәм Т – 150 тракторҙары, пресс-йыйғыстары бар. Ғөмүмән, сама менән 100 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы машиналары – улар барыһы ла төҙөк, механизаторҙар яҡшы ҡарай, – ти БР-ҙың атҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Миңлеғол Ҡотлоев. – Эшен ихлас башҡарған, үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәгән механиза­тор­ҙарҙан Рәүеф Ибраһимов, Фаил Ураҙаев, Айҙар Кәримов, Асҡар Килдеғолов, Миҙхәт Ғәлин, Илдус Абайҙуллин, Азат Вә­лиев, Рәмил Әнүәров, Айрат Хәйрул­линды маҡ­тап үтер инем. Асҡар “БР-ҙың атҡа­ҙанған ауыл хужа­лығы хеҙмәткәре” ти­гән исемгә һис тә тап төшөрмәй.
– Хужалыҡҡа тигән төп майҙандарҙы та­мамланыҡ. Әлеге 55 гектарлыҡ бесән ба­ҫыуын үҙебеҙҙең шәх­си хужа­лыҡтарыбыҙ өсөн сабабыҙ, – болонда “Беларусь” тракторына пресс-йыйғыс таҡҡан Рәзил һәм Ғайса Ғәлин­дарҙы тап иттек. Улар ун йылдан ашыу бесән төр­гәкләүҙә уңышлы эш­ләй, уға тиклем башҡа техника менән дә эш иткән. Матур көн торошо мәлендә көнөнә 170-әр төргәк яһай тәжрибәле ағайҙар. Уңышҡа кил­гәндә, быйылғы бесән­де былтырғы ҡуйы үлән менән сағыштырып булмай, шулай ҙа зарланырға урын юҡ, һауа шарттары ла бына тигән, ти улар.

Крәҫтиәндәрҙең бер үк фамилиялар йө­рөтөүе ҡыҙыҡһын­дыр­ғас, был хаҡта һорамай түҙмәнем. Баҡтиһәң, хужалыҡта тотош династиялар бар икән – бында аталы-уллы, ағалы-ҡустылылар күп булып сыҡты.

Мал аҙығы сапҡан комбайнсы кәрәк, тигәс, төпкөлдәге баҫыу яғына юлланырға кәңәш иттеләр. Унда бер нисә үлән ҡатнашмаһы сәселгән баҫыуҙы Урал Ураҙаев тигеҙ теҙемдәргә һала ине. Урал ағайҙың үҙе хаҡында айырым әйтеп китмәү яҙыҡ булыр. Ғүмеренең 45 йылын ауыл хужалығына арнаған, эшен яратып башҡарған хеҙмәт алдын­ғыһының “БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме лә бар. Әлеге КСУ – 1 үҙйөрөш­лө сапҡысты эйәр­ләүенә ике йыл. Урал ағай хеҙмәт юлында “Нива”, “Енисей”, “Дон”, “Сибирячка” һәм башҡа “ҡорос аттар” менән икһеҙ-сикһеҙ баҫыу­ҙарҙы иңләгән.

“Хәҙерге техника бигерәк уңай­лы. Шөкөр, барыһын да өйрәнергә тырышам. Улым Фаил да минең юлды һайланы. Был комбайнға тиклем йөрөткән техниканы улыма ышанып тапшырҙым. Үҙем кеүек хәстәрләп, ҡарап йөрөтөргә ҡуш­тым”, – әлеге миҙгелдең һәр минуты ҡәҙерле икәнен ипле генә иҫкәртеп, Урал ағай ҡуҙғалып та китте. Үҙ еренә тоғро, уның ҡәҙерен белеп, ең һыҙғанып эшләгән, ауыл хужалығын үҫтереү­гә үҙ өлөшөн индерергә тырышҡан герой бына ҡайҙа ул!

Иң ҡыуандырғаны – хужалыҡта йәш ир-егеттәрҙең булыуы. Мәҫәлән, Айҙар Ғәлиуллин тәүге ураҡ кампанияһын башлап тора. Тейешле дипломлы егеткә ни бары 19 йәш, ул киләсәген ауыл хужа­лығына арнарға тигән маҡсат ҡуйған. Тағы Сәлих бүлексәһенән Динис Иҫәнаманов БДАУ-ның агрономия факультетын тамамлау менән һөнәре буйынса эш башлаған. Динисты һәм Ҡанаҡай бүлексәһе агрономы Таһир Йосоповты иген келәтендә тап иттек. “Кисә генә 400 гектар майҙанда “Рыжик” культураһын йыйып бөттөк. Уңыш бер гектарҙан 10 центнер тәшкил итте. Әлегә арыш, бойҙайҙың өлгөргәнен көтәбеҙ, киләһе аҙнала сабыуға төшә­сәкбеҙ”, – тине улар.

Ауыл ир-егеттәре, эш хаҡын ваҡытында алабыҙ, тип һөйөнә. Ысынлап та, елкәң иҫән булһа, ҡамыты табыла – был ауылдарҙа эш бар һәм ул ойошҡанлы бара.



Автор: Л. Хәлитова
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта