RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

23.11.2018 Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?
Һарымһаҡты ғәҙәти картон тартмала ағас көлө эсендә һаҡларға мөмкин. Ул көл менән аралаштырып тултырыла. Ҡайһы бер баҡсасылар полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып, 30 – 40 см тәрәнлектәге соҡорға күмеп тә һаҡлай. Күмелгән соҡор өҫтөнә бысҡы сүбе йәки япраҡтар ҙа һалырға кәрәк. Яҙға тиклем бындай һарымһаҡ бик яҡшы һаҡлана.

Һуған серемәһен өсөн өҫтөнә төйөлгән аҡбур (10 килограмға 200 граммм) һибергә мөмкин. Уны 0 градус ҡоро бинала башҡа йәшелсәләрҙән алыҫ урында һаҡлайҙар.
Кишер менән сөгөлдөр бүлмә температураһында бер аҙна һаҡлана. Һыуытҡыста – бер ай. Кишерҙе ер туңдыра башлағас алыу яҡшы. Һабағын ҡырҡығыҙ. Ул һаҡланыласаҡ урын дымлыраҡ булырға тейеш. Был йәшелсә тағы ла керән тамыры менән яҡшы һаҡлана. Ҡайһы бер баҡсасылар балсыҡҡа буяп та һалалар. Йәшниктә ҡомға күмеп тә ҡуйырға була. Был тамыраҙыҡтың “Шатанэ”, “Московская” сорттарын ҡышҡа ҡалдырырға мөмкин.
Гладиолусты һаҡлау өсөн тамыр бүлбеләрен тупраҡтан таҙартып, яҡшылап киптерергә. Һуңынан ауырыуҙар һәм ҡоротҡостарҙан һаҡлау өсөн фунгицид менән эшкәртергә. Бының өсөн “Максим” препараты (1 биҙрә һыуға 100 грамм иҫәбенән), баҡыр купоросы йәки марганцовка ҡулай. Бүлбене эретмәлә 30 минут тоторға. Ҡайһы берәүҙәр георгин тамырын йылы парафинға манып ала. Барлыҡҡа килгән пленка уны дымдан һаҡлай.
Георгин, бегония тамырҙарын ҡышын картон тартмаларҙа йәки ҡағыҙ пакеттарҙа тоталар. Капрон ойоҡҡа тултырып та һаҡлап була.
Һуң өлгөргән кәбеҫтә 0-1 градус йылылыҡта, һауа дымлылығы 90-95 процент булған ерҙә 180-300 көнгә тиклем һаҡлана.
Ҡабаҡты 2-3 градус йылылыҡта 250-270 көн һаҡларға мөмкин.
Һаҡлау өсөн ташҡабаҡтың (кабачки) Грибовский сорты яҡшы. Ул тәмен үҙгәртмәйәсәк. Һабағын 5 см ҡалдырып ҡырҡып, баҙҙың аҫҡы өлөшөнә ҡуйығыҙ. Башҡа ташҡабаҡтарға тейеп ятырға тейеш түгел.
Кәбеҫтәне ҡағыҙға урап, баҙҙа епкә аҫып ҡуйып, яңы йылға тиклем һаҡларға мөмкин.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай

Мискәнән – баҙ

13.11.2018 - Иҡтисад Мискәнән – баҙ


Раузалар өшөмәһен тиһәгеҙ...

Нимә ул реструктурлаштырыу?

Икенсел торлаҡ алғанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?