RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Гөлдәрегеҙ матур үҫһен, тиһәгеҙ...

28.09.2018 Гөлдәрегеҙ матур үҫһен, тиһәгеҙ...

Гөлдәрегеҙ матур үҫһен, тиһәгеҙ...
Бөгөн күптәр баҡсаһында ниндәй генә сәскә үҫтермәй. Улар йәй буйына күпереп сәскә атып, ихатаны йәмләһен өсөн һәр кем үҙе белгән ысулдарҙы ҡуллана: берәүҙәр махсус химик препараттар менән ашлаһа, икенселәр ҡул аҫтында булған тәбиғи нәмәләргә өҫтөнлөк бирә.

- Мәҫәлән, сүп үләне һаналған кесерткәнде күптәрегеҙ тамыры менән йолҡоп ташларға күнеккән. Ә юҡҡа. Гөлдәр өсөн бик файҙалы ул. Тирегеҙҙе саҡмаһын өсөн ҡулығыҙға ҡалын бирсәткә кейеп, уның япраҡтарын өҙөп алығыҙ һәм бер өлөш япраҡҡа 10 литр һыу ҡойоп, бер нисә көн төнәтегеҙ. Был төнәтмәне тағы ла 1:10 нисбәтендә (1 литрға 10 литр һыу) шыйыҡлатығыҙ һәм сәскә түтәлдәренә һибеп сығығыҙ.
- Картуфты тоҙ һалмай бешереп алғас, һыуын һөҙөп, сәскәләрегеҙгә һибегеҙ.
- Кофе эсергә яратыусылар уның төпрәһен ҡағыҙға һалып киптереп, гөл түтәленә һипһә, тупраҡ азотҡа байыясаҡ.
- Тондоролған минераль һыуҙы һипһәң, гөлдәр тиҙерәк үҫә. Тик уларҙың составында кальций менән магний күп булғанын алмағыҙ.
Ә инде был ҡатнашманы сәскәләргә генә түгел, помидор, ҡыяр үҫентеләренә лә һибергә мөмкин. 10 г шыйыҡ йәки кипкән сүпрәгә 1 литр йылымыс һыу, 1 ҡалаҡ шәкәр һалып, бер нисә сәғәт тотоғоҙ һәм ҡулланығыҙ. Түтәлдәрегеҙ күп булһа, сүпрәнең күләмен арттырығыҙ: 100 грамға 10 литр һыу ҡойоғоҙ. Был төнәтмә тупраҡты углекислотаға байыта, үҫентеләрҙең үҫешен тиҙләтә.
- Көл һарҡындыһын әҙерләү мәшәҡәтле булһа ла, бик файҙалы. 1 ҡалаҡ көлгә 1 литр ҡайнаған һыу иҫәбенән төнәтмә әҙерләгеҙ. Уны болғата-болғата бер аҙна тотоғоҙ. Ошо ваҡыт үткәс, һөҙөп алығыҙ һәм бөтә йәшелсә-емешкә, гөлдәргә 10 көнгә бер тапҡыр һибеп тороғоҙ. Көл, үҫентеләрҙе туҡландырыуҙан тыш, төрлө сирҙән дә һаҡлай.
- Банан ашаһағыҙ, ҡабығын ташламағыҙ, бер биҙрә һыуға һалып төнәтеп, йәшелсәгеҙгә, ағас-ҡыуаҡлыҡтарығыҙға һибегеҙ. Калийға бай ашлама өсөн улар мул уңыш менән ҡыуандырыр.
Әйткәндәй, тәжрибәле баҡсасылар банан ҡабығын ҡыш буйына киптереп һаҡлап, блендерҙа онтап, ергә һибә йәки уларҙы туңдырып ҡуллана.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай

Мискәнән – баҙ

13.11.2018 - Иҡтисад Мискәнән – баҙ


Раузалар өшөмәһен тиһәгеҙ...

Нимә ул реструктурлаштырыу?