НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Тағы артты... хаҡтар

Тағы артты... хаҡтар


Һәр йыл башында илебеҙҙә йола буйынса хаҡтар күтәрелә. Хәйер, улар йыл дауамында йә һиҙелеп, йә һиҙелмәй генә барыбер артып тора. Ә бына йыл башында яғыулыҡҡа, аҙыҡ-түлеккә, коммуналь хеҙмәткә тарифтар апаруҡ «һикерә». Шул ваҡытта эш хаҡы урынында «тора», ярты йыллап алдан һөйөнсөләй башлаған пенсия 100 һум самаһына ғына күтәрелә. Аналитиктар баһалауынса, хаҡ артыуы инфляцияға, хеҙмәт хаҡы күтәрелеүгә (?), электр энергияһына сығымдар үҫеүенә һәм төп фондтарҙы яңынан иҫәпләүгә бәйле.
Яңы йылдан Рәсәйҙә бензинға акциз билдәләнә. Быйыл ул бер литр яғыулыҡҡа бер һум тәшкил итһә, киләһе ике йылда берәр һумға арта барасаҡ. Был нимәгә килтерә? Яҡын көндәрҙә бензиндың бер литры 50 процент са­маһына арта, тигән һүҙ түгелме икән? Рәсәй Хөкүмәте етәк­селеге уйынса, бензинға акциз – юл фон­дын тулыландырыу өсөн бик ҡулай сығанаҡ.
Этил спиртына акциздың да индексацияланыуы көтөлә. Тимәк, спиртлы эсемлектәргә хаҡ арта. Коньякка ла минималь хаҡ билдәләнгән – 0,5 литр эсемлек 193 һумдан да арзан тормаҫҡа тейеш. Тәмәкегә лә хаҡ 20 – 30 процентҡа күтәрелеүе мөмкин.
Беренсе ғинуарҙан ил халҡы электр энергияһы (10 – 15 про­цент­ҡа артығыраҡ) һәм газ (ғи­нуар­ҙа – биш, апрелдә тағы ла 9,5 процентҡа артасаҡ) өсөн былтыр­ғыға ҡарағанда күберәк түләйәсәк.
Бынан тыш, ил буйынса коммуналь түләүҙәргә тарифтар «үҫәсәк». Бер һүҙ менән әйткәндә, артыуҙар-күтәрелеүҙәр артығы менән көтөлә. Халыҡты ҡыуандырырлығы күренмәй ҙә ҡала.

А. АҠБУЛАТОВА.

Сығыу ваҡыты 8-01-2011, 14:39 | Ҡаранылар: 1898
|
  • Бензинға хаҡтар үҫә тип, машинанан баш тарта алаһыҒыҙмы?
  • Бензин хаҡы тағы «күперә»?!
  • Бензинға хаҡ арта
  • Бензин, тәмәке, араҡы һәм коммуналь хужалыҡ...
  • Башҡаса булыуы мөмкин түгел!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM