RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Көл менән һабындан бөжәктәр ҡурҡа

17.06.2018 Көл менән һабындан бөжәктәр ҡурҡа

Көл менән һабындан бөжәктәр ҡурҡа
Баҡсасылар, кәбеҫтә үҫтерә алмайым, ҡорт ашай, йә күсәнләнмәне, тип зарлана. Минең баҡсамда ул емерелеп уңа. Был йәшелсә дым ярата. Уға көн һайын бер төпкә бер күнәк иҫәбенән йылымыс һыу һибәм. Аҙнаһына бер мәртәбә кер һабыны иретмәһен бөркәм. Июль айында шулай эшләгәндә, бер бөжәк тә булмай. Күсәне күренә башлағас, кәбеҫтә күбәләктәрен ҡурҡытыу өсөн ике тапҡыр еҫле тәмәке һибәм. Көлдө лә йыш ҡулланам. Ул бер яҡтан ашлама булып торһа, икенсенән, зарарлы бөжәктәрҙе, ҡарышлауыҡтарҙы ла үлтерә. Көлгә кер һабыны ҡушып, кәбеҫтә япраҡтарына һалырға мөмкин. Йәшелсә үҫтергәндә бер ниндәй ҙә химик препаратты ҡулланмайым. Һыйыр тиҙәген әсетеп һалһаң, кәбеҫтә ҡотороп үҫә. Үҫтереп ҡарағыҙ. Тиҙ өлгөрә торған кәбеҫтәләрем үҫеп етеп, күсәне ярыла башлаһа, уны 180 градусҡа бороп ултыртам. Тамырҙары өҙөлгәс, һабаҡта үҫмәй, һулымай ҙа.

З. САФИНА.
Ҡырмыҫҡалы районы.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Мискәнән – баҙ

13.11.2018 - Иҡтисад Мискәнән – баҙ