RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Апрелдә баҡса эштәре

21.04.2018 Апрелдә баҡса эштәре

Апрелдә баҡса эштәре
Апрель – яҙҙың үҙенә күрә бик тә матур һәм мәшәҡәтле айы. Беҙҙең шарттарҙа апрелдә һауаның уртаса айлыҡ температураһы 3 градус йылылыҡҡа яҡынлаша. Ай аҙағына ҡайһы бер йылдарҙа йылылыҡ 20 – 25 градусҡа ла етә.
Был айҙа асыҡ ергә сәсеү өсөн орлоҡтарҙы барларға, тейешлеләрен тикшерергә кәрәк. Кишер, петрушка, укроп, ҡыҙыл сөгөлдөрҙө, башлы һуғанды сәсергә әҙерләйҙәр. Сатыр сәскәле йәшелсә культураларының орлоғон ике аҙна буйы сыныҡтыралар, 0 – 2 градус йылылыҡта тоталар. Ҡар иреп бөтөү менән, тупраҡ әле бик дымлы саҡта, баҡсаға азотлы ашламалар (мочевина, аммиак селитраһы, тиреҫ) индерелә. Был ваҡытта улар тупраҡта һәйбәт ирей, яҙғы һыу уларҙы аҫҡы ҡатламдар­ға алып төшөп китә алмай. Бигерәк тә баҡса еләге үҫтерһәгеҙ, әлеге ысулды ҡулланыу яҡшы. Еләктәрегеҙҙең
10 – 15 көнгә иртәрәк өлгөрөүен теләһәгеҙ, уның иртә өлгөрә торған сорттарының өҫтөнә дуға рәүешендә каркас ҡуйып, өҫтөн пленка менән ҡаплағыҙ. Шул уҡ ваҡытта былтыр ғына ултыртҡандарын да ентекләп ҡарағыҙ, араларында тупраҡ өҫкә ҡыҫып сығарған үҫентеләр була. Уларҙы тупраҡҡа батырып ҡуйығыҙ.
Күп йыллыҡ йәшелсә культуралары (ҡара һуған, ирәүән, ҡуҙғалаҡ), шулай уҡ баҡса еләгенең араларын да тырматып сығығыҙ, минераль ашламалар индерегеҙ, рәт араларын йомшартығыҙ.
Апрель урталарында картуфтың бүлбеләрен баҙҙан сығарып, шыттырырға ҡуйырға кәрәк.
Ай уртаһында өлгөр баҡсасылар теплицаларын йылытып, ҡыярҙарын да сығара. Апрель баштарында япмалы урындарға биояғыулыҡ, серетмә, тиреҫ һалалар.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ