RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Дәүләт машина алырға ярҙам итә

20.07.2017 Дәүләт машина алырға ярҙам итә

Дәүләт машина алырға ярҙам итә
Июль башынан яңы кредит ҡағиҙәләре ғәмәлгә инде
Бөгөн автомобиль байлыҡ билдәһе түгел, ә ғәҙәти мөлкәт. Юлдарҙа көндән-көн арта ул. Дәүләт тә машиналы булырға ярҙам итә. 1 июлдән ташламалы хаҡҡа кредит алыу өсөн дәүләт программаһының яңыһы эшләй башланы.
Талаптар буйынса һатып алырға теләгән машинаның хаҡы (страховка менән) 1 450 000 һумдан да артырға тейеш түгел.
Ҡулланыусылар өсөн “Ғаилә автомобиле” һәм “Беренсе автомобиль” тигән варианттар бар. Льготалы кредит өс йылға бирелә. Ғаиләләр өсөн машина хаҡының 10 процентын дәүләт түләй. Ике йәки өс бәлиғ булмаған бала булырға тейеш. Банк тыуыу тураһында таныҡлыҡты тикшерәсәк. Тағы шуныһы: бындай дәүләт ярҙамы йылына бер генә тапҡыр бирелә.
“Беренсе автомобиль” программаһының исеменән үк аңлашылыуынса, кешенең тәүге машинаһы күҙ уңында тотола. Бында банк аласаҡ автомобилдең ысынлап та тәүге икәнен ЮХХДИ аша тикшерә. Шулай уҡ 10 процентлы льготалы кредит бирелә.
Эшҡыуарҙар өсөн йыл аҙағына тиклем “Рәсәй фермеры”, “Үҙ эшең”, “Рәсәй ауыр машинаһы” тигән программалар эшләй. Ташламалы хаҡҡа (ул 500 мең һумдан да артырға тейеш түгел) йөк машиналары, махсус техника алыр­ға мөмкин.
Күҙаллауҙарынса, быйыл дәүләт булышлығы менән 400 мең самаһы машина һатыласаҡ. Йәнә шуныһы: автомобилдәр яңы (2016, 2017 йылғы) һәм Рәсәйҙә йыйылған булырға тейеш.

Әйткәндәй

10 июлдән Эске эштәр министрлығының “Транспорт сараларын теркәү мәсьәләләре буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығының норматив хоҡуҡи акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 139-сы бойороғо көсөнә инде. Документҡа ярашлы, ЮХХДИ-ҙа автомобилдәр­ҙе теркәү ҡағиҙәләре үҙгәрә.
Мәҫәлән, теркәү ваҡытында машина хужалары йә уларҙың вәкилдәренә ОСАГО полисын күрһәтеү мотлаҡ түгел. ЮХХДИ органдары быны үҙҙәре тикшерергә бурыслы.
Яңы ҡағиҙәләрҙә иң мөһиме: теркәү йә ҡабаттан теркәү рөхсәт ителмәүе сәбәптәре исемлеге киңәйгән. Автомобиль хужаларын яңылыҡ менән гәзитебеҙҙәге “Күсәр” махсус битендә лә таныштырырбыҙ.

А. АҠБУЛАТОВА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом