НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Баклажан сәсергә ваҡыт

Баклажан сәсергә ваҡыт


Баклажан сәсергә ваҡытБаклажан үрсетмәләрен сәсеү ваҡытын ябай ғына формула буйынса һанап сығарырға була. Уңайлыҡ өсөн уларҙы теплицаға 1 майҙа сығарырға тип күҙ алдына килтерергә тәҡдим итәм. Баклажанды асыҡ тупраҡҡа шытып сыҡҡандан һуң 70 – 80 көн үткәс күсерәләр. Йәғни 1 майҙан 70 көндө алып ташларға. 15 февраль килеп сыға. 5 – 10 көн эсендә шыта, тимәк, 15 февралдән тағы ла 10 көн самаһы артҡа күсергә тура килә. Шулай итеп, был йәшелсәне өлгөртөр өсөн, яҡынса алғанда, 5 февраль тирәһендә сәсергә кәрәк.
Сәсер алдынан баклажан орлоҡтарын шыттырыу талап ителә. Был ысул ҡайһыларын сәсергә, ә ҡайһыларын сәсмәҫкә икәнен асыҡларға ярҙам итәсәк. Шыттырыу өсөн стимуляторҙар ҡулланырға була (эпин, натрий гуматы, энерген). Марля ҡулланырға кәңәш ителмәй, сөнки шытымдың уның ептәре араһында буталып, һынып ҡалыуы ихтимал. Орлоҡтар тупраҡҡа 0,5 – 1 сантиметр тәрәнлектә сәселә. Үрсетмәләрен һалҡын тәҙрә төбөндә тотмағыҙ. Артыҡ күп һыу ҡойоу ҙа зыян килтерә. Был үҫемлек нәзәкәтле, йылы яратыусан. Ул 25 градус самаһы йылылыҡта ғына матур итеп үҫеп китә. Тәүге япраҡтары күренә башлағас, баклажанды ҡояш төшкән, һауа температураһы 18 градус самаһы булған ергә күсерәләр. Артыҡ йылы урында тотолһа, бәләкәс кенә тамырҙары барлыҡҡа килә. Ә улар үҫемлеккә бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй. Күпләп күренгән япраҡтар ҙа тамырға зыянлы, үҫемлектең көсөн кәрәкмәгән яҡҡа йүнәлтә.
Баклажандар көнөнә 10 – 12 сәғәт кенә яҡтылыҡ күрһә лә, бик шәп үҫә. Үрсетмәләрҙе асыҡ тупраҡҡа күсергәндә уның температураһы 15 градустан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Сығыу ваҡыты 4-02-2017, 10:30 | Ҡаранылар: 208
|
  • Ҡыш – орлоҡ һайлау осоро
  • ТЕПЛИЦАЛА АҠСА БАТША ТҮГЕЛ
  • Июнгә ай календары
  • КАРТУФ-КАРТУФ, СЕРЕҢ БАРМЫ?
  • Ғаилә бәхете өсөн гөл кәрәк
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM