НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Һатып алыусыға ҡырҡ тоҙаҡ

Һатып алыусыға ҡырҡ тоҙаҡ


Беҙҙе магазинда, баҙарҙа йыш алдауҙарына өйрәнеп бөткәнбеҙ, быға бер кемдең дә иҫе китмәй. Ә бит был үҙенә күрә бик күңелһеҙ күренеш: кемдеңдер ғәзиз әсәһе (апаһы, ҡыҙы) – тормошта ябай, ғәҙәти кеше – прилавка артына тороу менән алмаштырылғандай була: әхлаҡи ҡиммәттәрҙе онотоп, пенсияға ғына ҡарап йәшәгән әбейгә икмәккә һонған аҡсаһына ҡайтарымды кәмерәк бирә, балаға бер килограмм тип һигеҙ йөҙ илле грамм ғына шәкәр үлсәй, эштән арып ҡайтып килеүсе иргә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан балыҡ консерваһын һатып ебәрә... Иң яҡшы контролер – намыҫ, тиһәләр ҙә, прилавка артында ул йыш ҡына йоҡоға тала, ахыры. Шуға ла һатыусыларҙың алдауҙарына зарланыусылар ҙа күп.
– Кисә кесе ҡыҙымды, уға ун йәш, магазинға ебәрҙем, ике килограмм алма алырға, – урамда осраған таныш ҡатындың хәл-әхүәлен генә һорағайным, ул йөрәген өйкәп торған ваҡиғаны һөйләп бирҙе. – Килтергәйне, пакет еңел тойолдо. Өйҙәге ҡул үлсәүе менән үлсәп ҡараһам, ысынлап та, кило ярым ғына! Чекты ҡарайым, ике килограмға аҡса түләнгән. Юҡ ваҡытты бар итеп, пакетты алдым да, ҡыҙымды эйәртеп, магазинға киттем. Йәш кенә һатыусы ҡыҙ минең дәғүәмде тыңлап та бөтөрмәне. Күҙен дә йоммай, ике килограмм үлсәп бирҙем, ҡыҙығыҙ, бәлки, юлда ашағандыр, ә уның өсөн мин яуап бирмәйем, ти. Мәйтәм, ул сабый бала түгел дәһә, урамда йыуылмаған алма ашап йөрөргә.
Ашаған хәлдә лә, ярты килоны ул ҡайһы арала ашап өлгөрһөн, магазиндан өйгә тиклем биш минутлыҡ юл, тип, уның ғәфү үтенерен көтәм. Ә ул, оялмайынса, берәйһен һыйлағандыр, тип яуапланы ла, үҙ эше менән булышырға булып китте. Битһеҙ, намыҫың ҡайҙа һинең, тип асыу­лан­ғайным, минең намыҫым таҙа, мин уның менән файҙаланмайым, ти. Ҡыҙа башлағайным, мә, тығылығыҙ, тип прилавкаға ике унлыҡты ырғытты. Етәкселегенә ялыу менән барырмын, тигәйнем дә... Ҡайтып, иремә был хәлде һөйләгәс, әшәке кеше менән булышып йөрөгәнсе, тигән фекергә килеп, тынысландым. Ләкин шул сауҙа нөктәһен хәҙер ун саҡрымдан урап үтермен, таныштарыма ла унда бармаҫҡа кәңәш итәсәкмен. Алыҫыраҡ булһа ла, икенсе магазиндар ҙа бөтмәгән, нервылар ҡәҙерлерәк.
Аңлайым мин уны. Үҙем дә баҙар­ға барған һайын, алған йәшелсә-емеште ҡыҙыҡ өсөн контроль үлсәүгә һалып, һатыусы ҡулдарының «таҙалығын» үлсәйем. Йылмайып-көлөп кенә лә, хәбәргә әүрәтеп тә, йәндәре көйөп тә, йыш ҡына тишек кәмәгә ултырталар – һалып еткермәйҙәр. Әлдә араларында намыҫлы, ғәҙел кешеләр ҙә бар, юғиһә халыҡ баҙарға бөтөнләй йөрөүҙән туҡтар ине, моғайын.

Һыу аҫты таштары

Ярай, баҙар-магазинда алдауҙарына өйрәнгән баш, супер-гипермаркеттарҙа ла шул уҡ хәл күҙәтелер тип кем уйлаһын?! Ни тиһәң дә, улар заманса эшләргә тейеш һымаҡ. Әммә унда заманса хеҙмәтләндереү генә түгел, дуҫым әйтмешләй, «фирменно» ғына алдай­ҙар ҙа – уларҙың үҙҙәренең «әтнәкәһе» бар. Мәҫәлән, витриналарҙа аҙыҡ-түлеккә бер төрлө хаҡтар ҡуйыла, ә кассала уның өсөн бөтөнләй икенсе, әлбиттә, ҡиммәтерәк хаҡ түләйһең. Тейәнеп, әллә күпме аҙыҡ-түлек алған саҡта, быны нисек иҫкәрәһең?! Ғөмүмән, унда ҡулдар үҙенән-үҙе кескәй арбаға ваҡ-төйәк тултыра башлай (маркетинг серҙәрен өйрәнгән менеджерҙар тауар­ҙы бик белеп урынлаштыра). Икмәк-һөткә генә тип ингән саҡта ла, үҙең дә һиҙмәҫтән, кәрәген дә, кәрәкмәгәнен дә һатып алаһың. Ҡайтҡас, йоҡара төшкән аҡса янсығын ҡапшап, ярай, Дәүләкән кефиры эсте тишмәҫ, ә бына бысағыма кәрәк булдымы тағы ла биш ҡап губка, «Фейри», ике «Блендамед», дүрт ҡап «Дирол» менән өс «Жилетт», тип аптырай­һың. Тәүгә күргәндәй, чек менән яҡындан «танышҡанда», шул да күҙгә салына: өс «Сникерс» урынына дүрт шоколад өсөн аҡса түләткәндәр, имеш. Юҡҡа ғына кассир тауарҙағы штрихкодты касса аппаратына бармаҡтары менән етеҙ генә йыймаған икән...
Ғөмүмән, чек оҙонораҡ булған һайын, һатып алыусыны алдау ихтималлығы ла күберәк. Касса янында тороп ҡына иҫәп-хисапты тикшереү мөмкин түгел тиерлек – сират елкәңә тын ала. Шуға ла өйгә ҡутар­ғансы аҙыҡ-түлек менән ҡайтып, һуңынан чекта һеҙ алмаған колбасаға хаҡты күрһәгеҙ, һис тә аптырамағыҙ.

Үҙ-ара килешеү

Ауыҙ асып йөрөгәндәрҙе йәки ауылдан килгән эскерһеҙҙәрҙе ҙур магазиндарҙа тағы ла бер аҫтыртын ау һағалай. Мәҫәлән, һеҙ биш йогурт алдығыҙ, ти. Кассир дүртеһе өсөн генә һеҙҙән аҡса түләтә һәм... ишек янында һаҡсы һеҙҙе тотоп та ала, уғрылыҡта ғәйепләй: «Хөрмәтле граждан, ә бит һеҙ бер йогуртты йәшереп алып сығып бараһығыҙ, нисек һеҙгә оят түгел!». Әлбиттә, тәүге реакция буйынса, һеҙ юғалып ҡалаһығыҙ, аҡланаһығыҙ, йөрәгегеҙ тулай башлай. Сираттағыларҙың барыһы ла һеҙгә шелтәле ҡараған кеүек: «Ә үҙе инсафлы әҙәмгә оҡшаған, ай-яй-яй...» Һаҡсы, һеҙҙе «йәлләп», милиция саҡырмайынса, үҙ-ара килешәйек тә ҡуяйыҡ, тигәс, бындай көтөлмәгән хәлдән тиҙерәк ҡотолоу маҡсатында, уның шарты менән килешәһегеҙ. Йогурт өсөн өс (биш, ун) хаҡын түләп, оялышығыҙҙан ер тишегенә инерҙәй булып, сығып китәһегеҙ. Был «мини-спектакль»дең алдан әҙерләнгән сценарий буйынса барыу ихтималлығы башығыҙға ла инмәй, нисек тә булһа әлеге күңелһеҙ ваҡиғаны шәберәк хәтерҙән юйыр­ға тырышаһығыҙ. Ә кисен кассир менән һаҡсы һеҙҙән һәм һеҙҙең кеүектәрҙән йыйылған аҡсаны үҙ-ара ҡәнәғәт бүлешә: «Йәшәһен беҙҙе аҫраусылар!» Шундай хәлгә ҡалмаҫ өсөн һаҡ, иғтибарлы булыу талап ителә. Ә «ҡапҡан»ға эләккән осраҡта, тауарҙың үҙенең генә хаҡын түләйем, тип ныҡ торорға кәрәк. Үҙегеҙҙе ышаныслы тотһағыҙ, бер ниндәй милиция ла ҡурҡыныс түгел. Әгәр ҙә һеҙ, ысынлап та, ғәйепле булмаһағыҙ, әлбиттә.

Брутто-нетто...

Хәйер, ҙур магазин­дар­ҙа кассир, һаҡсыларҙан тыш та алданырға мөмкин. Мәҫәлән, ҡурылған тауыҡ боттарын пенопласт һауытҡа һалып төрөп, шул көйө үлсәп бирәләр. Был осраҡта пенопласт һауыттың грамдары өсөн деликатес хаҡын түләйһең (йәғни төрөп үлсәнгән тауар нетто массаһы буйынса түгел, ә брутто массаһы буйынса баһалана).
Әгәр ҙә йәшелсә-емеште ауырлығы һәм хаҡы күрһәтелгән этикеткалы пакетта алһағыҙ, йыбанмай, уны кассирҙан тағы бер тапҡыр үлсәтегеҙ. Күп ваҡытта, үлсәнгән тауарҙың ауырлығы этикеткала күрһәтелгән яҙыу менән тап килмәй.

Һатып алыусыға ярҙамға

Шулай уҡ, тәүҙә уңайһыҙыраҡ тойолһа ла, супер-гипермаркетҡа калькулятор менән йөрөргә ине. Һатып алған тауарҙарҙың хаҡтарын иҫәпләп барырға: «Һөт – ун алты тәңкә, шуға ҡушабыҙ икмәк өсөн ун ете һумды, тағы ла егерме алты һумлыҡ йомортҡа, йәмғеһе илле туғыҙ һум...» Әгәр ҙә чектағы сумма һеҙҙеке менән тура килмәй икән, сиратҡа иғтибар итмәй, яңынан бөтә хаҡты тикшертегеҙ. Һеҙгә бит бер кем дә бушлай ғына аҡса тоттороп китмәй, шулай булғас, нишләп һеҙ башҡаларға үҙегеҙҙең тир түгеп эшләп алған һумдарығыҙҙы бүләк итергә тейеш?!
Кассир сумманы атаған саҡта, күпме-күпме, тип ишетмәгәнгә һалышып, яңынан һорағыҙ – икенсе тапҡыр күпкә кәмерәк сумма тейешлегегеҙ асыҡланыуы ихтимал.
Аҙыҡ-түлекте үлсәгәндәрендә иғтибар менән үлсәүгә ҡарағыҙ. Һатыусының тауарҙы ашыҡ-бошоҡ үлсәүендә һеҙҙе алдарға маташыу теләге ятыуы бар.
Сумманы кассирҙан ике тапҡыр һанатыу ҙа ҡамасауламай. Кешенекен түгел, үҙегеҙҙең аҡсағыҙҙы иҫәпләтәһегеҙ бит. Һатыусы ла әҙәм балаһы: яуызлыҡ ниәтенән түгел, ә ни бары яңылышып, бер тауарға хаҡты ике тапҡыр касса аппаратында йыйыуы бар (йәки хаталанып, бер ноль урынына ике нолгә баҫыуы оҙаҡмы ни?!) Шулай уҡ ҡайһы ваҡыт сауҙа залында элекке хаҡтар тора, ә компьютер базаһында хаҡтарҙың үҙгәргән булыуы ла мөмкин.
Ауыл магазинында тауарҙы йыш ҡына үтескә алғанда, мотлаҡ үҙегеҙҙә лә махсус дәфтәр тотоғоҙ: һатыусы үҙенең дәфтәренә һеҙҙең бурысты яҙғанда, һеҙҙекенә лә шуны уҡ күрһәтеп, ҡултамғаһын ҡуйһын. Юғиһә, ревизия мәле етер алдынан, бурыстың тейешленән бермә-бер артыуы ла ихтимал. Урыҫтар әйтмешләй, һатыусыға ышан, әммә тикшер.

Ҙур магазиндарҙа кассирҙар хужаларын да алдарға өлгөрә (урлашыуҙар дөйөм тауар әйләнешенең өс процентын тәшкил итһә, шуларҙың алтмыш проценты тиерлек – магазин хеҙмәткәрҙәре намыҫында). Улар йә йәшенеп кенә тәмлекәстәрҙе ашай, йә һатып алыусы менән килешеп, бер арба аҙыҡ-түлек урынына бер икмәк өсөн генә аҡса түләтеп, һуңынан тауарҙы бүлешә, йә салбары эсенән өс колготка кейеп ҡайтып китә... Хужалар зыянды ҡаплар өсөн әленән-әле тауарға хаҡты күтәрергә мәжбүр. Һәм эшҡыуарҙарҙың был аҙымынан тағы ла һатып алыусы зарар күрә.

Беҙҙең кәңәш

Ниндәй аҙыҡ-түлек алһағыҙ ҙа, мотлаҡ ҡулланыу ваҡытын ҡарағыҙ.
Һатып алынған аҙыҡ-түлек араһында иҫкергәне, еҫләнгәне, ҡатҡаны булһа, магазинға кире алып барығыҙ – аҡсағыҙҙы ҡайтарырға бурыслылар.
Ҙур магазиндарҙа кулинария продукцияһын – бәлеш, пирожный, рогаликтарҙы алмаҫҡа тырышығыҙ. Сөнки уларҙы иҫәптән сығарылырға тейешле продукттарҙан әҙерләүҙәре бар (йыртылған тоҡтағы ондан, ватылған йоморт­ҡаларҙан, боҙола башлаған йәшелсә-емештән һ.б.)
Тоҙланған, соусҡа һалынған итте алыу ҙа шикле – еҫләнгәнгә тәмләткестәр ярҙамында уның ҡулланыу ваҡытын оҙайтмағандармы? Нисек кенә булмаһын, магазинда һатып алынған ярымфабрикаттар ҙа, кулинария продукцияһы ла үҙең әҙерләгәнгә етмәй...

Сығыу ваҡыты 24-08-2010, 11:06 | Ҡаранылар: 1478
|
  • Төнгө магазин нимә һата?
  • Һеҙ магазинға йөрөргә яратаһығыҙмы?
  • Енәйәт һәм яза
  • Алданмағыҙ
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM