НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Быйыл милек һалымы буйынса нимәләрҙе белеү мөһим

Быйыл милек һалымы буйынса нимәләрҙе белеү мөһим


Быйыл милек һалымы буйынса нимәләрҙе белеү мөһимРеспубликаның һалым органдары һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙары тарата башлау менән 2016 йылда физик шәхестәргә милек һалымын иҫәпләү буйынса иң мөһим һәм ҡыҙыҡлы факттарҙы әҙерләне.
1. Физик шәхестәргә 2016 йыл өсөн милек, транспорт, ер һалымдарын түләү ваҡыты – 2016 йылдың 1 декабренә тиклем.
2. Һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙарын таратыу 2016 йылдың октябрь урталарына тиклем дауам итә.
3. Теләк булғанда, түләүҙе онлайн-режимда Федераль һалым хеҙмәте сайтының «Һалымыңды түлә» интернет-сервисы ярҙамында башҡарырға мөмкин (www.nalog.ru).
4. Быйыл тәүгә һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙары берҙәм буласаҡ, йәғни һәр һалым түләүсе, РФ территорияһында нисә объекты булыуы, уларҙың ҡайҙа урынлашыуы, үҙенең ҡайҙа йәшәүенә ҡарамай, бер белдереү ҡағыҙы аласаҡ.
5. Һалым түләүсенең шәхси кабинетында теркәлеү үткән граждандар белдереү ҡағыҙҙарын ошо сервис аша электрон формала ғына аласаҡ. Шәхси кабинет ҡулланыу­сыларына ҡағыҙ белдереү ебәрелмәйәсәк.
6. Әгәр һалымығыҙ 100 һумдан кәмерәк икән, түләү ҡағыҙҙары ебәрелмәйәсәк.
Быйыл тәүгә физик шәхестәрҙең милкенә һалым уның кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнә. Яҡынса һалым суммаһын белергә теләһәгеҙ, Федераль һалым хеҙмәтенең «Калькулятор земельного налога и налога на имущество физических лиц, исчисляемых исходя из кадастровой стоимости» интернет-сервисын файҙалана алаһығыҙ.
8. Яңы законға ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр йорттоң дөйөм милкенә ингән ер участкалары өсөн ер һалымы түләмәй.
9. Шәхси эшҡыуарҙар башҡаса үҙ аллы ер һалымын иҫәпләп, Һалым органдарына һалым декларациялары тапшырмаясаҡ. Улар ер һалымын һалым түләүгә белдереү ҡағыҙы буйынса ғына түләйәсәк.
10. Һалым буйынса ставкалар һәм льготалар тураһында мәғлүмәтте Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (www.nalog.ru) «Справочная информация о ставках и льготах по имущественным налогам» электрон сервисы ярҙамында таба алаһығыҙ.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының
матбуғат хеҙмәте.

Сығыу ваҡыты 4-10-2016, 11:04 | Ҡаранылар: 416
|
  • Был… байыраҡтарға ҡағыла!
  • Өс һөйләм менән
  • Был аҙнала беҙҙе...
  • Байҙарҙан аҡмаһа ла, тамһын әле…
  • Байҙар илармы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!



  • Радио Юлдаш FM