НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Ҡалабыҙҙың йәме

Ҡалабыҙҙың йәме


Ҡалабыҙҙың йәмеУчалыла ике йыл элек асылған 18-се балалар баҡсаһы тәүҙән үк ҡала халҡының күңеленә хуш килде. Тотош республикала ул берәү генә бит! Ике йөҙ егерме балаға иҫәпләнгән, бөтә стандарттарға ярашлы төҙөлгән заманса учреждение иркен урынлашҡан – ҙур биләмәлә, матур, яҡты бинанан тыш, спорт һәм уйын майҙансыҡтары, төркөмдәрҙең кескәй баҡсалары, беседкалар, тематик мөйөштәр бар.

Унда иртәнән кискәсә балалар тауышы тынмай: бәләкәстәр арымай-талмай уйнай, сыныға, төрлө асыштар яһай. Һәм шул асыштары менән беҙҙе лә хайран итер өсөн, ҡабаланып бүлешергә ашыға:
– Беҙ бөгөн бер бөжәкте күрҙек! Ул алты аяғында тыпыр-тыпыр йүгерҙе!
– Алты түгел, биш!
– Ә бишенсе аяғы ҡайҙа тора ине?
– Артында!
– Ул аяҡ түгел, ҡойроҡ ине, белдешме?!
– Ә беҙ ялан аяҡ йөрөйбөҙ!
– Үләнгә баҫһаҡ, ныҡ ҡытыҡ килә.
– ... һәм беҙ шуға көләбеҙ!
Ҡыҙсыҡ менән малаҡайҙар кемуҙарҙан һындары ҡатып көлә.
Ғүмерҙәренең иң аҫыл мәлен кисергән кескәйҙәр өсөн был балалар баҡсаһы үтә лә тәбиғи бина. Сөнки иҫ белә-белгәндән ошо баҡсала тәрбиәләнәләр, башҡа шарттар менән сағыштырырлыҡ тәжрибәләре юҡ. Ә ике ҡыҙын совет осоронда төҙөлгән балалар баҡсаһына йөрөткән Альбина Ирғәлина өсөн был учреждение ысын әкиәт донъя­һындай күренә.
– Улыбыҙға ауырлы саҡта уҡ балалар баҡсаһына сиратҡа яҙылып, уның төҙөлөп бөтөүен оло түҙемһеҙлек менән көтөп алдыҡ, – тип һөйләй Альбина Рафаэль ҡыҙы. – Көткәндәгенән дә матурыраҡ, сағыуыраҡ, яҡшыраҡ булып сыҡты ул. Бында асыҡ сырайлы, тырыш, алдынғы ҡарашлы персонал эшләй. Һәр кем үҙ эшен белеп, еренә еткереп башҡара. Тәрбиәселәрҙән уңғанға һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Улар беҙҙе яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, балалар менән ихлас шөғөлләнәләр. Эльвира Комкова етәкләгән коллективҡа, балалар баҡсаһын төҙөгән республика, район етәкселегенә рәхмәттән башҡа һүҙебеҙ юҡ.
Һуңғы егерме һигеҙ йылда беренсе тапҡыр төҙөлгән ошо балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылыу менән Учалыла балалар баҡсаһына сират та бөттө. Юғиһә, декрет ялынан һуң эшкә сығып, балаһын кемгә, ҡайҙа ҡалдырырға белмәй йонсоған ҡатын-ҡыҙ бихисап ине. Республика бюджетынан бүленгән 140 млн һумдан ашыу аҡсаға төҙөлгән балалар баҡсаһында ете тиҫтәгә яҡын кешегә эш урыны булдырылған. Балалар ун ике төркөмдә шөғөлләнә. Һәр ун ике төркөмдөң айырым үҙ уйын, йоҡо, буфет, кейенеп-сисенеү, санитар бүлмәләре бар. Әллә нисә төрлө балалар тренажерҙары, ҡоро бассейн, гимнастика яһар өсөн баҫҡыстар менән йыһазландырыл­ған спорт залына, зауыҡлы музыка залына өлкәндәр көнләшерлек.
– Ошо матурлыҡ эсендә эшләүе үҙе бер бәхет, – тине утыҙ бер йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған тәрбиәсе Рима Рәхимова. – Илаһи бер мөхиттә эшләйбеҙ, ата-әсәләребеҙ ҙә һәйбәт, аңлы кешеләр, балалар тураһында әйтеп тә тораһы түгел – иҫ киткес аҡыллылар, шәптәр, эскерһеҙҙәр! Ҡыуаныста илһамланып эшләргә лә эшләргә генә ҡала беҙгә!
«Строймеханизация» ябыҡ акционерҙар ойошмаһы балалар баҡсаһын төҙөгәндә, бәләкәстәргә хас шуҡлыҡ менән ҡыҙыҡлы майҙансыҡтарҙы ла яһарға иренмәгән: береһендә Мәскәй әбейҙең өйө менән ҡойо һәм тирмәнде күреп булһа, икенсеһендә шахта, келәт һәм руда ҡаҙыусы гномдар­ҙың йорто түш киргән. Балалар баҡсаһы түгел, ысын ғына әкиәт донъяһы бүләк ителгән дә ҡуйған учалыларға!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

P.S. Учалы ауылында ла ике ҡатлы, 139 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлә. Проект тормошҡа ашһын өсөн республика ҡаҙнаһынан 79 млн һум аҡса бүленгән.

Ҡалабыҙҙың йәме
Ҡалабыҙҙың йәме
Ҡалабыҙҙың йәме

Сығыу ваҡыты 31-08-2016, 17:30 | Ҡаранылар: 570
|
  • Австралиялағы балалар баҡсаһына "Рәхим итегеҙ!"
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Баймаҡта - яңы балалар баҡсаһы!
  • Ә беҙҙең ауылда...
  • Ололар өсөн – “балалар баҡсаһы”
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!



  • Радио Юлдаш FM