RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Уңған умартасылар – беҙҙә!

17.08.2016 Уңған умартасылар – беҙҙә!

Уңған умартасылар – беҙҙә!Умартасылыҡ менән шөғөлләнеү нәҫелдән киләлер ул. Бөгөн Ишембай районының Аҙнай ауылында ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән кешеләр күп. Минең олатайым һәм өләсәйем дә ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға күскән боронғо һәм күркәм шөғөлөн үҙ иткән.

Олатайым Миңлеғәле Аб­драхман улы Кинйәбулатов ғүмер буйы бал ҡорттары тотто. Йыл һайын 15 – 20-ләп умарта ҡарай. Быйыл ғына ҡорттары зыян күрҙе – умарталар һаны кәмене. Ә шулай ҙа олатайым күңелен төшөрмәй, сәскәләргә күмелгән гөл-баҡсаға инеп, ҡорттары менән мәж килә. Ауылға ҡайтҡан һайын уның ҡорт ҡарағанын күҙәтеп торорға яратам. Ни өсөн был хәтлем бал ҡорто олатайымды саҡмай икән, тип уйланып та ҡуям. Ул эшен күңелен биреп, яратып башҡара. Шуға ла нәҙекәйбилдәр үҙенә тоғро хеҙмәт итә. Өҫтәлдәренән йүкә, сәскә, ҡарабойҙай балы өҙөлмәй. Ә улар был татлы ризыҡтан бер кемде лә мәхрүм итмәй, балаларына, туғандарына күстәнәс итеп өләшәләр, артҡанын һатып, әҙерәк файҙаһын да күрәләр.
Барлыҡ умартасыларҙы ла байрамдары менән ҡотлайым, эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйем. Өҫтәлдә­ре­геҙҙән башҡорт балы өҙөлмәһен!

Илүзә ТАҺИРОВА.








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ