RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Үҙебеҙсә кейенеү ҙур шатлыҡ булһын, ә беҙ ярҙам итербеҙ”

08.04.2016 “Үҙебеҙсә кейенеү ҙур шатлыҡ булһын, ә беҙ ярҙам итербеҙ”

“Үҙебеҙсә кейенеү ҙур шатлыҡ булһын,  ә беҙ ярҙам итербеҙ”йәки Милли кейем һәр заманда ла ҡулланылышта

Әбйәлил ҡыҙҙары, хәҙер инде баш ҡалабыҙҙа төпләнгән модельер-дизайнерҙар, игеҙәктәр Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар тураһында ишетмәгән кеше ҡалдымы икән? Улар халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен тегеүсе бик тә рухлы милләттәштәребеҙ булараҡ танылды. Сәхнәгә сыҡҡан йырсы-бейеүселәрҙең кейемендә лә табырға була уларҙың “эҙен”, конкурс-фестивалдәрҙә лә күрәбеҙ. Башҡорт орнаменттарын, уларҙың төрлөлөгөн күреп, сит ил кешеләре лә һоҡлана. Ситтәр һоҡланғанда беҙ ниңә уларҙы, йәғни боронғонан һаҡланып килгән биҙәктәребеҙҙе оноторға тейешбеҙ?!
Тормош сәхнәнән һәм байрамдан ғына тормай. Көндәлек кейемдә лә миллилекте рәхәтләнеп күрһәтергә була. Бөгөн, Аллаға шөкөр, күптәрҙә башҡорт биҙәүестәре йә уға яҡынайтыл­ған заманса варианттар йыш осрай. Етәкселектә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар ҙа теләп таға уларҙы.
Әлфиә менән Гөлфиә замандаштарҙы “үҙебеҙсәләп” кейендереүгә ҙур өлөш индерә. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле: үҙегеҙ яратып кейгән күлдәгегеҙҙең яғаһында йә ең осондамы, билбауындамы милли ҡусҡар биҙәк, геральдик ағастар, йондоҙҙар, геометрик һындар торһа, кейем тағы ла күркәмләнеп китә, шулай бит? Гөлфиә әле икенсегә әсәй булыу шатлығын кисерә, ә беҙ ошо турала Әлфиә Хамматова менән һөйләшеп алдыҡ.


– Бөгөнгө кейемдәргә милли биҙәк ҡуйыу идеяһы ҡасан барлыҡҡа килде?
– Беҙ бала саҡтан булмышыбыҙ менән башҡорт рухлы булып үҫтек, үҙ телебеҙ, илебеҙ, тип янып-көйөп йәшәйбеҙ. Нәҡ ошо тегеү юлынан киткәс тә, диплом эшебеҙ башҡорт милли костюмына ҡағылышлы буласаҡ, тип уйлап ҡуйғайныҡ. Тәүге диплом эшебеҙ балаларға башҡорт милли костюмын тегеү һәм өйрәнеү булһа, икенсе диплом эшебеҙҙе бөгөнгө көндәлек тормошта башҡорт милли элементтарын, орнаменттарын заманса кейемдәр­ҙә ҡулланыу темаһына арнаныҡ. Шулай итеп, тәүге тапҡыр бөгөнгө кейемгә милли һулыш индереү идеялары менән нәҡ шул диплом эшен эшләгәндә ижад итеп ихлас тотондоҡ та инде.
– Яратып теккән кейемегеҙ бармы? Бөгөн милләттәштәргә ниндәй моделдәр тәҡдим итәһегеҙ?
– Көн дә кейелгән юбка, күлдәк, блузка кеүек әйберҙәргә ҡарағанда сәхнә кейемен, туй, никах күлдәктәрен тегеү нығыраҡ оҡшай, унда бит һин тегеп кенә ҡалмайһың, ә ниндәй­ҙер яңы идеялар менән тулыландырып ижад итәһең.
Аллаға шөкөр, бөгөнгө милләттәштәребеҙ ошо йүнәлеш менән бик ҡыҙыҡһына, һәр кем тиерлек бәләкәй генә булһа ла милли элемент булған әйбер тектерергә теләй. Нимәһе ҡыуаныслы, ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ир-егеттәребеҙ ҙә ҡыҙыҡһына, уларға инде беҙ галс­тук, башлыҡтар, бейсболкалар, костюмдар тәҡдим итәбеҙ.
– Әле ҡайһылары популяр?
– Ҡатын-ҡыҙҙар араһында никахҡа башҡорт стилендәге билбауҙар, күлдәктәр, һаҡал-түшелдеректәр тектереүселәр күп. Беҙ ул кейемде сәхнә өсөн генә түгел, ә көндәлек тормошта рәхәтләнеп, иркенләп кейеп йөрөгәндәй булһын итеп, заман талаптарына, мода йүнәлешенә тап килтереп тегергә тырышабыҙ. Шуға ла күп осраҡта ныҡ сағыу булмаған төҫтәр, ябайыраҡ, тәбиғи туҡымалар ҡулланып эш итәбеҙ.
– Моғайын, яңы идеялар менән янаһығыҙҙыр?
– Киләсәккә пландар, әлбиттә, ҙур! Хыялдар менән тулып, ҡайнап йәшәйбеҙ! Бер минутыбыҙҙы ла бушҡа, заяға үткәрмәҫкә тырышабыҙ. Алла бирһә, ошо йүнәлеште – милләтебеҙҙе сағылдырған кейем тегеүҙе тағы ла үҫтерергә, таратыр­ға ине. Көн дә кейеп йөрөгән кейемдең бер бәләкәй генә мөйөшөндә үҙебеҙгә хас биҙәк йәки тәңкәләр торһа, ҡалай матур бит!
– Зауыҡлы кейенергә яратыусыларға теләктәрегеҙ?
– Һәр ваҡыт эҙләнегеҙ, тип теләр инек. Үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ образың булыу ҙур көс талап итә һәм ҙур маҡтауға лайыҡ! Дөрөҫ һайланған кейем ярҙамында кеше үҙен ниндәйҙер кимәлдә биҙәй ҙә, етеш­һеҙлектәрен дә йәшерә ала.
– Һеҙгә замандаштарыбыҙҙы күркәм итеү юлында уңыштар теләргә ҡала. Киләсәктә башҡорттар милли кейемен көндәлек тормошта ла рәхәтләнеп кейә икән, был һеҙҙең дә тырышлыҡ буласаҡ.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА










Оҡшаш яңылыҡтар



Радий Хәбиров Дүртөйлө районында тоҡомсолоҡ заводындағы хәл-торош менән танышты

Елкәң иҫән булһа, ҡамыт табыла

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта «Строймаш» технопаркы предприятиелары менән танышты

Радий Хабиров: Раздельный сбор мусора – это «высший пилотаж» для муниципалитетов

На Всемирной выставке в Индии презентовали торговый и инвестиционный потенциал Башкирии

Радий Хәбиров: «Кемдең һаулығы өсөн ныҡ кәрәк, тик шулар ғына Ҡырымға барасаҡ»

Сибай балалары Ҡырымда бушлай ял итәсәк

Радий Хабиров заслушал доклады и раздал поручения по смогу в Сибае

Р.Хабиров: Мер, предпринимаемых УГОКом в Сибае, — недостаточно

Радий Хабиров провел первую в 2019 году встречу с инвесторами

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров: «Салауат Юлаев» — беҙҙең өсөн бик мөһим

Радий Хәбиров республиканың православие христиандарын Раштыуа менән ҡотланы

Радий Хабиров поздравил жителей Башкортостана вместе с детьми из социального приюта

Владимир Путин поздравил Радия Хабирова с Новым годом

Радий Хабиров: В Башкирии мы установили самую низкую оплату за сбор мусора в ПФО

Магнитогорск агломерацияһына инделәр

Торатау мәсьәләһенә нөктә ҡуйылды: изге тауға теймәйәсәктәр

Радий Хәбиров Рәсәй юридик форумында конституцияны үҙгәртмәйәсәген белдерҙе

Сәскә ултыртып өлгөрмәһәгеҙ

Радий Хабиров провёл оперативное совещание

Йәшелсәләрҙе нисек һаҡларға?

Үҙегеҙ үҫтергән алманы – ҡышҡа тиклем

Теплицаны нисек таҙартырға?

Кимереүселәр ҡышҡыһын  йоҡламай