НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Был… байыраҡтарға ҡағыла!

Был… байыраҡтарға ҡағыла!


Быйыл фатир һәм йорт хужалары һалымды икенсе төрлөрәк итеп түләй башлаясаҡ. Иң тәүҙә шуны билдәләп үтәйек: милек һалымы күсемһеҙ милек һалымы итеп үҙгәртеләсәк. Уның ставкалары торлаҡтың баҙарҙағы хаҡына ҡарап билдәләнә.
Дөйөм майҙаны 20 квадрат метрҙан да артмаған бәләкәй фатирҙар, майҙаны 10 квадрат метрҙан да артмаған бүлмә хужалары ҡурҡмаһа ла була – уларҙан бер ниндәй ҙә өҫтәмә аҡса алырға йыйынмайҙар. Шулай уҡ майҙаны 50 квадрат метрҙан артмаған йорттарҙа йәшәүселәргә лә ҡайғырырға түгел – улар әлеге һалымды түләүҙән азат. Ә инде торлаҡтары ошо билдәләнгән майҙандан ҙурыраҡ булған хужалар һалымды артығыраҡ түләргә тейеш. Бынан тыш, бушлай йәшәлергә тейешле квадрат метрҙарға һалым һалынмай. Йәғни фатирың 60 квадрат метр икән, уның 20 квадрат метры һалымдан азат ителә, ҡалған 40 квадрат метр өсөн генә аҡса түләргә тура киләсәк. Бүлмәләр һәм шәхси йорттар менән дә шундай уҡ хәл.

Кадастр тураһында

Хәҙер һалым базаһы инвентаризация хаҡы буйынса түгел, кадастр алыш-биреш яһау хаҡы буйынса тупланасаҡ. Күсемһеҙ милек менән төрлө алыш-биреш (сделка) өсөн бөгөнгөнән өс тапҡырға күберәк түләргә тура киләсәк. Рәсәй буйынса уртаса алғанда, һалым 2000 һум тирәһе булыр тип көтөлә.
Һалым күләме ошондай тәртиптә билдәләнәсәк:
торлаҡтың кадастр хаҡы 4 миллион һумға тиклем булһа – 0,1 процент;
4 – 7 миллион һум булһа – 0,15 процент;
7 – 10 миллион һум булһа – 0,18 процент;
10 миллион һумдан артыҡ икән – 0,2 процент.
Йәғни күсемһеҙ милек хаҡы 1 миллион һум торһа, 1 мең һум һалым түләргә тура киләсәк (1 миллион һумдың 0,1 процентын һанап сығарғандан һуң килеп сыҡҡан сумма).
Әле төҙөлөп бөтмәгән торлаҡ майҙандарына килгәндә, улар ҙа иғтибарға алына. Улар өсөн 0,3 процент күләмендә һалым ставкаһы ҡаралған.
Һалым ставкаларын билдәләгәндә, йәмғиәттә төрлө социаль кимәлдә йәшәүселәрҙең бар икәнлеге лә күҙ уңында тотолған. Инвалид балалар­ҙың ата-әсәләре, етемдәр­ҙең опе­кун­дары, етемдәр, ҡараусыһыҙ то­роп ҡалған балалар һалым түләүҙән азат ителәсәк. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләр ҙә түләмәйәсәк. Әлбиттә, бындай категорияға ҡараған күсемһеҙ милек хужаларының йорто йәки башҡа бинаһы эшҡыуарлыҡ өсөн файҙаланылған ваҡытта һалымдан азат ителмәй. Пенсионерҙар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кеүек льготалы категорияларға ҡарағандарға ла өҫтәмә ташламалар булдырырға ниәтләйҙәр.
һалым Рәсәй Федерацияһы­ның Һалым кодексы талаптары буйынса һалына. Был төбәктә генә уйлап сығарылған яңылыҡ түгел. Илебеҙ төбәктәре яңы ставкаға күсеүҙе әкренләп индереү хоҡуғына эйә. Шуға ла Башҡортостанда яңы ставкалар 2019 йылға тиклем индереләсәк.
Кадастр хаҡына килгәндә, уны фатирҙың баҙарҙағы хаҡы тип аңларға кәрәк. Әлбиттә, фатир хаҡын билдәләгәндә төрлө проблемалар килеп сығыуы ихтимал. Йорттарҙың кадастр хаҡын аныҡ билдәләү практикаһы индерелгәнгә күп тә түгел әле. Шуға ла бер иш булған һәм күрше генә торған йорттарҙың да хаҡы ике төрлө килеп сығыу ихтималлығы бар. Хаҡтар һәр фатир өсөн айырым билдәләнәсәк, башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Сөнки күп ҡатлы йорттарҙа фатирҙарҙың хаҡы нисәнсе ҡатта булыуына ҡарап та үҙгәреүе бар.
Күсемһеҙ милектең кадастр хаҡын белеү өсөн төбәктең Кадастр палатаһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ күп функциялы үҙәктәр (МФЦ) һәм «Росреестр» порталы ла ярҙамға килер.

Наимә СОЛТАНОВА.

Сығыу ваҡыты 24-01-2015, 13:23 | Ҡаранылар: 800
|
  • Быйыл милек һалымы буйынса нимәләрҙе белеү мөһим
  • Ерҙең сиге бар. Билдәләгеҙ!
  • Кредитҡа батып ҡына фатир алмаһаң ...
  • Байҙарҙан аҡмаһа ла, тамһын әле…
  • Байҙар илармы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Бүләктәр – өлөшлөләргә!
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM