НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » ҺӘМ ТАҒЫ ЛА:“ҺАУМЫ, ҠАРАБОЙҘАЙ!”

ҺӘМ ТАҒЫ ЛА:“ҺАУМЫ, ҠАРАБОЙҘАЙ!”


ҺӘМ ТАҒЫ ЛА:“ҺАУМЫ, ҠАРАБОЙҘАЙ!”“Ни сыҡһа, шул ҡарабойҙайҙан сыға!” – тип әйтһәң дә, артыҡ булмаҫ – республикала ошо ярманың хаҡы ҡапыл күтәрелеп, тағы ла ығы-зығы уятты. Уның ғәйебе юҡ инде бында, ни тиһәң дә, хаҡты баҙар иҡтисады ҡанундары билдәләй. Тик шулай ҙа, бөгөн әлеге ярманың хаҡын ҡапыл ғына ике тапҡырға тиерлек арттырып ебәрерлек ниндәй һәләкәт булды һуң әле? Быйыл беҙҙә уңыш яҡшы булды, тип белә инек бит – һәр хәлдә. Мәҡәләнең исемен уҡығас, ҡайһы бер бәндәләр бутҡа ашамай икән, тип уйлап ҡуймағыҙ. Унан ваз кискән юҡ, бында икенсе мәсьәлә: 2010 йылда ла ҡарабойҙай ярмаһының хаҡы ҡапыл һәм ныҡ артып китеүе тураһында яҙғаныбыҙ хәтерҙә. Ул ваҡытта ла тик торғандан дефицитҡа әйләнгән ярма тирәһендә ығы-зығы ҡупҡайны. Ярай, ул йылда ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡты. Ә был юлы нимә булды һуң?
Теге аҙнала иң тәүҙә ярма баш ҡаланың ҡайһы бер супермаркеттарынан юҡҡа сыҡты. Бер-ике көндән, хаҡы 60 һум тирәһе ҡуйылып, тағы ла кәштәләргә теҙелде. Тик ниш­ләй­һең инде – дефициттан ҡото осҡан халыҡ уны шундуҡ ҡырып-һепереп алып та бөттө. Бер танышым: “Һигеҙ кило ҡарабойҙай алдым, етерме икән? Үҙем әллә ни ашамайым инде уны, тик бөтә тиҙәр бит”, – тип һөйләп аптыратты. Де­фицит була икән тип ҡурҡып, мәңге ашамаған аҙыҡ-түлекте запасҡа ала башлаһаң, дефицит мотлаҡ була инде ул. Үәт, ҡыҙыҡ. Әлеге лә баяғы 2010 йылда картуф та уңмағас, шул йәшелсәне башҡа ваҡыттағынан да күберәк ашағы килеп аптыратҡаны хәтерҙә. Кеше ҡыҙыҡ бит инде ул, тыйылған нәмәләргә айырыуса ныҡ ымһына.
Яҡын-тирәләге өс супермаркетта ла ҡарабойҙай, берҙән, бик аҙ, икенсенән, ныҡ ҡиммәт тойолғас, баш ҡаланың күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу иткән, халыҡ араһында “Гурьев баҙары” тип аталған баҙарына юлландыҡ. Эш сәғәте булғанлыҡтандыр инде, унда пенсия йәшендәге әбей-бабайҙар ғына күренә тиерлек. Күҙлектәрен кейеп, ҙур сумкаларын һөйрәп, хаҡтарҙы ентекле тикшерә-тикшерә йөрөп яталар. Уларға ҡушылып, хәбәрҙәрен тыңлай-тыңлай, хаҡтарҙы ҡараштырам. Бөтә аҙыҡ-түлек тә ҡиммәтләнгән тип әйтергә була. 10 килограмм һыйҙырышлы тоҡта һатылған шәкәрҙең хаҡы 370 һум тип ҡуйылған. Тары ярмаһының бер килоһы 30 һум тирәһе. Ҡара­бой­ҙайҙың килоһы 55 һумдан 65 һумға тиклем тип ҙур итеп яҙып ҡуйылған. Бер нәмәгә лә ҡытлыҡ һиҙелмәй, хаҡтарҙың ғына артыуы күренә.
– Нимә булды икән был ярмаға, нишләп хаҡы артты? – тип һорашам һатыусынан. “Белмәйем”, – ти ул. Шунан, Алтайҙа ҡарабойҙай баҫыу­ҙарының ҡар аҫтында ҡалыуы арҡаһында ярма быйыл дефицит буласаҡ, тип аңлатырға маташты. Ҡыҫҡаһы, хаҡтарҙың артыуы нимәгә бәйле булыуын аңламай инде үҙе лә. Һатыусы әйтеүенсә, ярмалар, шәкәр, он һәм үҫемлек майы ошо ике аҙна эсендә күберәк һатыла башлаған. Кешеләр, бигерәк тә оло һәм урта йәштәгеләр, аҙыҡты запас­ҡа ала, хаҡтарҙың артабан да артыуынан, дефициттан ҡурҡа икән.

Сода һәм тоҙға ла ҡытлыҡ буласаҡмы?

Мәҡәләне яҙып ултырғанда, билдәле магазиндар селтәрендә эшләүсе танышым шылтыратты: “Магазиндан аш содаһы, шырпы һәм тоҙҙо ҡырып-һепереп алып бөттөләр. Ҡарабойҙай бөттө инде, дөгөнө лә күпләп ала башланылар. Күп итеп тоҙ һәм аш содаһына заказ бирҙек, шырпыны әҙерәк алырға тура килә – магазин складында урын ҡалманы. Был ниндәй истерия ул? Уф-ф-ф, әллә кешеләрҙең башы эшләмәй инде, һуң тоҙ һәм аш содаһын Франциянан килтермәйҙәр ҙә инде – ҡайҙа булһын улар, ялҡтым заказ бирә торғас!”
Баҙарҙа кешеләр, һатыусылар менән һөйләшкәндән, танышымдың шылтыратыуынан һуң ҡәтғи ҡарарға килдем – “истерия”ны халыҡ үҙе тыуҙыра. Ҡасандыр шырпыһыҙ интеккән кешеләр “дефицит” һүҙен ишетеп ҡалыу менән башын юғалта һәм магазинға саба. Мәфтуха ун шырпы алһа, Шәмсиә ун биш ҡап итеп тултыра…
Ә бит ҡарабойҙайҙы республика баҫыуҙарынан юғалтыуҙарһыҙ, ваҡытында йыйып алдылар. Балтас һәм Дүртөйлө райондарында уңыш бер гектарынан 20 центнер самаһы булды. Ҡыҫҡаһы, уңыш насар түгел, хатта яҡшы ғына. Башҡортостан ҡарабойҙайҙы һәр ваҡыт башҡа төбәктәргә лә һатты. Тик ҡайҙа булған һуң ул? Был һорауға яуап бар, тип уйлап ҡуймағыҙ – яуап юҡ. Шул ғына билдәле: быйыл республикала ла, тотош Рәсәйҙә лә ҡарабойҙайҙың уңышы насар булманы, уның хаҡын арттырыу өсөн бер ниндәй ҙә етди сәбәп табырлыҡ түгел. Етмәһә, бер йылда үҫтерелгән ҡарабойҙайҙы шул уҡ йылда ашап та бөтөрмәйбеҙ, йылдың-йылы запасҡа ҡала бара. Халыҡ уны артыҡ күп ашай тип әйтеп тә булмай хатта. Һәр хәлдә, дөгө ярмаһы күпкә артығыраҡ һатыла.
Беҙҙең республикала “Өфө икмәк продукттары” комбинаты ҡарабой­ҙайҙы эшкәртеүсе иң ҙур предприятие булып һанала. Әлеге ваҡытта унда быйылғы уңышты туплау һәм магазиндарға ебәреү эштәре бара. Яңы уңышты артыҡ ҡиммәт хаҡҡа һатырға йыйынмайҙар.
Шуныһы ла бар: ҡарабойҙай, башҡа ярма, он һатыусы, етештереүсе ойошмаларҙы аҙыҡҡа түгел, ә яғыулыҡҡа хаҡ артыуы борсой. Хатта халыҡтың, төрлө белгестәр­ҙең йылына ике-өс килограмм ғына ашалған ҡарабой­ҙай ярмаһы өсөн төрлө тикшереүҙәр ойоштороуын, әммә яғыулыҡҡа, электр энергияһына хаҡтар­ҙың артыуына иғтибарһыҙ ҡалыуын аңламауҙарын да белдерәләр. Бер уйлаһаң, дөрөҫ инде – дүрт кешенән торған ғаилә ошо ярма өсөн йылына 1 мең һум да аҡсаһын тотонмай. Йәғни уны ни тиклем генә ҡиммәтләндер­һәләр ҙә, шул арҡала проблемаға сумасаҡ түгелбеҙ. Ә көн һайын ҡулланылған нәмәләргә хаҡ, тинләп кенә артҡан хәлдә лә, һәр кемгә зыян килтерә.

Ғәйепте Алтайҙан эҙләгеҙ!

Күмәртәләп һатыу компанияларының береһендә эшләүсе белгес аңлатыуынса, Өфөлә ҡарабойҙай­ҙың әҙәйеүенең сәбәбе ябай ғына – әлегә уны ситтән һатып алмай торалар. Йәғни быға тиклем беҙгә ҡарабойҙай һатҡан ойошмалар, был культураның уңышы Алтайҙа насар булғанлыҡтан, хаҡты ныҡ күтәргән. Яҙын уның килограмының күмәртәләп һатыу хаҡы 15 һум тип ҡуйылһа, хәҙер 40 һумға барып еткән. Хаҡ, ысынлап та, тәбиғи булмаған юл менән, тик торғанда күтәрелгән. Шуға ла күмәртәләп алыусылар хаҡтарҙың төшөүен көтөңкөрәп тора. Ә инде беҙгә булған ярманы ашап торорға тура килә.
Күптән түгел генә социаль аҙыҡ-түлеккә ҡуйылған хаҡты көйләүсе яңы закон сыҡҡайны. Унда социаль аҙыҡтарға ҡуйылған иң юғары хаҡтың сиктәре билдәләнде. Ҡарабой­ҙай ҙа социаль аҙыҡтар исемлегенә индерелгән. Ләкин был закон да беҙҙе ябай ғына аҙыҡ-түлек кәрзинен арзаныраҡ хаҡҡа тултырыуҙан ҡотҡармай. Ҡағиҙә булараҡ, Рәсәй кешеһе йылына ике-өс килограмм ҡарабойҙай ашай. Уны тоҡлап-тоҡлап алып ултыртыу нимәгә кәрәктер – аңлашылмай. Етмәһә, ҡаптарға һалынған ярма ярты йылдан да оҙағыраҡҡа сыҙамай. Шулай булғас, уны күрә тороп дефицитҡа әйләндереү дөрөҫлөккә тап килмәй һәм кемгәлер аҡса эшләү ысулы ғына булып сыға. Аптыраған көндән Пенза өлкәһендә ҡарабойҙай ҙа һатыласаҡ йәрминкә ойошторорға булғандар. Унда ярма 30 һум тирәһенә һатыласаҡ. Алыпһатарҙар шашмаһын өсөн бер кешегә һатыласаҡ ярманың күләме лә сикләнәсәк хатта.
Картуф та 100 һум булырмы?

Эксперттар фекеренсә, Яңы йыл байрамдарына тиклем Башҡортос­танда картуфтың хаҡы ике тапҡырға тиклем артасаҡ, имеш. Быныһы – минимум әле, хаҡтың тағы ла нығыраҡ күтәрелеүе ихтимал, тип фараз итеүселәр бар. Сәбәбе? Ямғыр яуҙы, йәшелсәләр уңды бит инде. Бар икән шул сәбәп – беҙҙә йәшелсә һаҡлау урындары юҡ. Мәсьәлә тағы ла Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән санкцияларға барып төртөлә. Баҡтиһәң, беҙ үҙебеҙ үҫтергән йәшелсәләрҙе йыл буйына һаҡлай алмайбыҙ. Шуға ла, картуф уңһа ла, уңмаһа ла, ситтән дә алырға тура килә. Тик хәҙер уны теләгән бер урындан алып булмай, санкциялар кәртә булып тора. Ҡыҫҡаһы, йәшелсәләрҙе бөтә республика халҡын йыл әйләнәһенә туйҙырырлыҡ итеп үҫтерә беләбеҙ, ләкин йыл буйына серетмәй генә һаҡлай алмайбыҙ. Күңелһеҙ хәл, әлбиттә. Беҙҙең илдә ҡасандыр йәшелсә базалары күпләп төҙөлгән булған да ул, ләкин хәҙер иҫкереп бөткәндәр. Яңыларын төҙөү ситтән йәшелсә алыуға ҡарағанда ҡиммәтерәккә төшкәс, был эш менән берәү ҙә шөғөлләнмәгән. 2015 йылда Өфөлә йәшелсә һаҡлау базаһын төҙөргә ниәтләйҙәр.
Мониторинг буйынса, Башҡор­тостанда сентябрь аҙағы һәм октябрь башында йәшелсәләргә һәм емештәргә хаҡ артҡан. Ситтән килтерелгән емештәрҙең хаҡы артыуын аҡыл менән аңларға мөмкин – миҙгел тамамлана, етмәһә, Европаға беҙ ҡуйған санкциялар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Улар менән бер рәттән, ит, балыҡ һәм һөткә лә хаҡ артҡан. Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте аҙыҡ-түлек баҙарында тотороҡлоҡ һаҡлау өсөн бөтә шарттарҙы ла булдырырға тырыша. Хаҡтарҙы бәйҙә тотоу менән бергә, халыҡ яратып ашаған, әммә быға тиклем ситтән индерелгән ҡайһы бер аҙыҡтарҙы алмаштырыу проблемалары ла килеп ҡушыла.
Атап әйткәндә, һуңғы айҙа бер литр һөттөң хаҡы – 50 тингә, аҡ майҙы күмәртәләп һатыу хаҡы – 13 һумға, эремсектеке 1 һумға күтәрелгән. Бик күп һорау уятҡан ҡаты сырҙарҙың да хаҡы бер урында тормай, дөйөм алғанда, 24 – 44 һумға арттырылған. Ондоң да хаҡы арта, тимәк, икмәк һәм ондан бешерелгән башҡа аҙыҡ-түлектеке лә.
Быйыл Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре ғинуарға тиклем дауам итергә тейеш, унда картуфты күпләп алырға мөмкин. Хаҡтарҙы киҫкен күтәреү өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ. Юҡҡа ығы-зығы тыу­ҙырмайыҡ, үҙебеҙгә үҙебеҙ дошман булып, хаҡтарҙың артыуына юл ҡуймайыҡ.

Наимә СИРАЕВА.

Сығыу ваҡыты 14-11-2014, 04:57 | Ҡаранылар: 890
|
  • Тәмәкегә хаҡ ҡапыл артасаҡ
  • Тауыҡ йомортҡаһы һәм төркиә ҡиммәт
  • Ҡыяр ашарғамы, әллә ҡарабойҙай бутҡаһымы?
  • Аҡсаның ҡасан еткәне бар?
  • ЙӘШӘР ӨСӨН АШАЙБЫҘ, АШАР ӨСӨН ЙӘШӘЙБЕҘ
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM