RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» «Илап ятҡан балабыҙ юҡ, иркенләп йырлаһаҡ та була!»

17.05.2014 «Илап ятҡан балабыҙ юҡ, иркенләп йырлаһаҡ та була!»

– Их, өҙә баҫалар ҙаһа!
– Һиңә береһе күҙ ҡыҫа түгелме?
– Күҙлек өйҙә ятып ҡалған, күрмәй генә ҡалам инде шул һылыуҙы!
– Күрмәүең хәйерле, йә күҙең төшөр, егет!
Көлә-көлә бер-береһен мәрәкәләгән сал сәсле ике «егет» бер аҙ­ҙан тынсыу залдан коридорға ашыҡты. Әллә сәхнәне дөпөлдәтеп баҫҡан гүзәл заттар елкендергән йөрәктәрен урынына ултыртырға теләнеләр, әллә үҙҙәренә сығыш яһар­ға ваҡыт етте… Бөрйән райо­нының Ҡолғана ауылынан килгән «Умыр­зая» фольклор төркөмө ағзалары Ғәлимә Шәрәфуллина (етәксе), Маһира Мөхәмәтйәнова, Кәримә Билалова, Гөлнур Исха­ҡова, Рәйлә Миндеғолова, Зилә Ғиләжева, Фәйрүзә Мөхәмәт­ҡулова, Ғилмиә Яхина, Зөлфирә Билалова, иһә, беҙгә әле сират алыҫ, тип иркен йөрөнө.
– Тыныс ҡына күренһәк тә, барыбер тулҡынландыра әле ул, – тине клуб директоры Резеда Исхаҡова. – Мәҙәниәт йылына арналған таҡмаҡтар килтерҙек, нисек ҡабул итерҙәр...
Ошо уҡ райондан Таңһылыу Нурғәлина менән Хәлиҙә Ғәҙелшина яңғыҙ йыр менән сығыш яһарға әҙерләнде: «Профессио­наль йырсы булмаһаҡ та, көсөбөҙҙө һынап ҡарайыҡ әле». Танылған йөҙөүсебеҙ Нәзимә Мәғәфүрова ла шул уҡ уй-ниәт менән сәхнәгә күтәрелде. Учалыла йәшәп тә, Меж­горье ҡалаһының данын яҡларға килгән үҙешмәкәр йырсы «Яңғыҙ миләш» йырын башҡарғас, сәхнәнән бит остары алланып килеп төштө:
– Мин тулҡынланыуҙан жюри рәйесе Айҙар Ғәлимовҡа ғына ҡарап йырланым, – тип ҡулы менән битенә елпелдәтте ул. – Шул тиклем матур итеп тыңлап ултырҙы, рәхмәт төшкөрө! Ошоғаса тик спорт ярыштарында ғына ҡатнаштым, йыр буйынса был беренсе бәйгем, килеп сыҡһа ярар ине.
Фестивалдә тағы ла бер “Умырзая” ҡалҡып, күҙгә салынды – матур ханымдар, төп-төҙ азаматтар Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан булып сыҡты (клуб директоры Зарифа Юламанова). Яңылбикә Баязитова менән Әлфиә Теләүшина етәкләгән фольклор ансамбле 1986 йылда ойошторолған. Фәрзәнә һәм Ильяс Тусалиндар, Зөбилә һәм Яңыбай Юлгилдиндар, Рима һәм Камил Рәхмәтуллиндар, Рәйлә һәм Әсҡәт Юлгилдиндар, Дилбәр һәм Сәлмән Теләүшиндар ярым-ярты йөрөмәй, ирле-ҡатынлы мәҙәниәт усағында ҡайнаша. Ишмулла Ҡуламбәтов, Зәкиә Баязитова, Рәхимә Юламанова, Ғәлиә Рәх­мәтуллина, Хәжәр Юлгилдина, баян­сылар Ғиззәт Моталлапов, Дәүләт­кирәй Нәҙерғолов, инде илап ятҡан балабыҙ юҡ, иркенләп йырлаһаҡ та була, тип шаяртты:
– Балалар үҫеп, башлы-күҙле булып бөттө, рәхәтләнеп клубтан-клубҡа ла йөрөргә мөмкин. Хәҙер ни, хет төнө буйы йырла, бейе – барыбер йоҡо юҡ!
– Минең пенсионерҙар ҙа шундай уҡ дәртле, йәштәреңә биргеһеҙ! – тип, “Күбәләк биҙәктәре” фольклор ансамбле етәксеһе Марс Сәйетғәлин Әбйәлил районының Байым ауылы артистарын маҡтаны. – Ҡасандыр Рима Таһирова (мәрхүмә) асҡан ансамблгә бөгөн Мәҙинә Ғәскәрова, Фәрзәнә Ғайсина, Таң­сулпан Заһретдинова, Фәрзәнә Вәлиева, Айһылыу Мөхәмәтдинова, Мәүлиҙә Сөнәғәтова, Фәриҙә Хөсәйенова, Рәүзәнә Исламова, Гөлнур Билалова, Мәрфүға Ғатауллина, Венера Мостафина, Рафиҡа Әғзәмова йөрөй. Аҙнаһына өс-дүрт репетиция була, ләкин ҡайһы саҡ көн дә йыйылырға тура килә. Мин булмаһам, үҙҙәре лә клуб­ҡа килеп шөғөлләнә, бер ҙә ялҡауланып тормайҙар. Фести­вал­гә “Күбәләк оҫталары” тип аталған бейеүҙе килтерҙек. Оҡшатһалар инде…
Оҡшатмай торғандары бармы?! Байымдарҙың тирәкләп бейеүҙәре тамашасы күңеленә бигерәк хуш килде, сығыштарын алҡыштарға күмделәр.
Олпат йәштәге “Күбәләк биҙәктәре”нән айырмалы рәүештә, Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа ойошторолған “Урал ҡыҙҙары” ансамбле бала ғына әле, ни бары ике генә йәш. Етәксеһе Мәҙинә Ибраһимованың һүҙе буйынса, “Мин яратам һине, тормош!” фестиваленән ҡыҙығып ҡайтҡандар ҙа, бейеү ансамбленә берләшкәндәр. Бына шундай ҙа әһәмиәткә эйә был сара: дәртләндерә, ҡыҙыҡтыра, илһамландыра!
Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондары, Сибай һәм Межгорье ҡалалары вәкилдәре – 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан фестивалдә иң оло ҡатнашыусы Йылайыр районынан Маһира Сөләймәнова ине. Туҡһан йәшлек үҙешмәкәр артист һуғыш ваҡытындағы таҡмаҡтарҙы йырлап ишеттер­ҙе. Оло йәштәге кешенең хәтеренә, дәртенә барыһы ла таң ҡалды.
– Уникаль кеше Маһира апай! – тип жюри рәйесе Айҙар Ғәлимов та тел шартлатты.
– Бында һәр кем – уникаль! Битарафлыҡтан башҡа бар нәмәне лә ғәфү итеп була, – ти жюри ағзаһы Әлфиә Юлсурина, – бөгөн битарафтар булманы, барыһының да күҙҙәре янып, аяҡтары бейеп тора. Һәр берегеҙ өсөн ысын күңелдән борсолоп та, уңышлы сығыштарығыҙ өсөн шатланып та ултырҙыҡ. Сибайҙың таланттары һоҡландыр­ҙы, йыла­йыр­ҙар ҙа шәп булды, бөрйәндәр ҙә ҡалышманы… Бер һүҙ менән әйткәндә, был сарала ҡатнашҡандар­ҙың барыһы ла еңеүселәр!
Ошондай йылы һүҙҙәр менән күңелдәргә бал, май яғып, Башҡортостандың халыҡ артисы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты һәр коллективҡа дипломдар тапшырҙы. Йомғаҡ иһә көҙгә яһаласаҡ: фестивалдең ете туры ла уҙғас, иң яҡшы үҙешмәкәр артистар 1 октябрҙә Өфөлә үтәсәк гала-концертҡа саҡырыласаҡ.

Б. ШӘРИПОВА.







Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Ялған паспорт менән – кредит

Бөгөн Өфөлә 150-нән артыҡ ауыл хужалығы хеҙмәткәрен бүләкләйҙәр

Балаһын туғыҙынсы ҡаттан ташлаған әсәгә төрмә янамай

Китәләр...

23.10.2019 - --- Китәләр...


Прививкалар үлемгә килтереүе лә ихтимал

Лотереяла отоп, миллионер булғандар

Ҡала транспортында йөрөү хүефле!

Эшҡыуар булып, эшһеҙлек буйынса пособие алып та була икән

Юлдарҙа "Бурыслы" операцияһы башланды

Дүрт уйын өсөн 6,3 миллиард һум

Балалар баҡсаһына һағыҙаҡтар һөжүм иткән

Ышан инде приставҡа

Ә беҙҙең ауылда...

Хәл иткес уйын көтөлә

Март

28.02.2014 - --- Март


Телебеҙҙе һаҡлау   кем ҡулында?

Мәҙәниәт яңылыҡтары

Чиновниктар профессияһын алмаштыра

Яңы китаптар сыҡты

Йәшлек гәзитенең онлайн-каналы!

Шихандар беренселекте бирмәй

ҙур спорт тирәләй

Әсәләр проблемаһы – иғтибар үҙәгендә