RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» ҙур спорт тирәләй

06.11.2012 ҙур спорт тирәләй

Тәнәфес, бәлки, файҙаға булыр
Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының Евротурҙың беренсе этабында ҡатнашыуы сәбәпле, КХЛ беренселеге тәнәфескә туҡтаны.
Шул уңайҙан «Салауат Юлаев» хоккейсылары һуңғы осрашыуын ныҡымыш, үҙ дивизионында лидер булған «Локомотив» уйынсылары менән уҙғар­ҙы. Ғөмүмән, быйылғы миҙгелдә өр-яңынан төҙөлгән «Локомотив» традицияһын дауам итмәксе. Улар, беренселекте уңышлы башлап, әлеге мәлдә Көнбайыш конференцияһы лидерҙарының береһе булып һанала. Шуға ла осрашыу бик көсөргәнешле үтте. ҡунаҡтар иҫәп буйынса уйын буйына тиерлек өҫтөнлөк итһә лә, хужалар, үҙендә көс табып, төп ваҡытты 3:3 иҫәбенә тамамланы. Ә инде буллит серияһында, һәр ваҡыттағыса, өфөләр­ҙең мәргәнлеге аҡһаны. Шуға ҡарамаҫтан, Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре һуңғы дүрт осрашыуҙа 10 мәрәй яулап, турнир таблицаһындағы хәлен бер аҙ яҡшыртты.
Хәҙер улар 24 уйындан һуң 37 мәрәй менән үҙ дивизионында, «Авангард»­тан ҡала, «Металлург» (Нк.) һәм «Себер» менән 2 − 4-се урындарҙы бү­ле­шә. Киләһе осрашыуын юлаевсылар 14 ноябрҙә Мәскәүҙә урындағы «Спар­так» командаһы менән уҙғарасаҡ.
Дөйөм турнир таблицаһына килгәндә, әлегә Мәскәүҙең «Динамо»һы 51 мәрәй менән – лидер. «Трактор», «Металлург» (Мг.) һәм «Локомотив», 47-шәр мәрәй яулап, 2 − 4-се урын­дар­ҙы бүлешә. СКА иҫәбендә – 46 мәрәй.

Пляж футболында һынатмайҙар. Ә…

Пляж футболы буйынса Рәсәй йыйылма командаһы Континент-ара кубогын икенсе йыл рәттән яуланы.
Беҙҙекеләр финалда Бразилия виртуоздарын 7:4 иҫәбенә ҡыйратып, ошо уңышҡа өлгәште. Рәсәй футболсылары былтыр шул уҡ Бразилия командаһын өҫтәмә ваҡытта 5:4 иҫәбенә отоп, кубокты тәүгә яулағайны. Ғөмүмән, был төрҙән Рәсәй командаһы ярайһы ғына уңышҡа өлгәшеп килә. Әйтәйек, Европа кубогында быйыл һәм 2010 йылда еңеүсе булһа, 2005 йылда көмөш миҙал призеры булып таныла. Евролигала ла уңыштары бихисап. 2009, 2011 йылдарҙа – алтын, быйыл − көмөш һәм 2007, 2008, 2010 йылдарҙа бронза миҙал менән ҡәнәғәтләнә. Ә инде 2011 йылда донъя чемпионы була.
Н. ТИМЕРОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Бөгөн Өфөлә 150-нән артыҡ ауыл хужалығы хеҙмәткәрен бүләкләйҙәр

Балаһын туғыҙынсы ҡаттан ташлаған әсәгә төрмә янамай

Прививкалар үлемгә килтереүе лә ихтимал

Лотереяла отоп, миллионер булғандар

Ҡала транспортында йөрөү хүефле!

Эшҡыуар булып, эшһеҙлек буйынса пособие алып та була икән

Дүрт уйын өсөн 6,3 миллиард һум

Балалар баҡсаһына һағыҙаҡтар һөжүм иткән

Хәл иткес уйын көтөлә

Март

28.02.2014 - --- Март


Телебеҙҙе һаҡлау   кем ҡулында?

Мәҙәниәт яңылыҡтары

Чиновниктар профессияһын алмаштыра

Яңы китаптар сыҡты

Йәшлек гәзитенең онлайн-каналы!

Шихандар беренселекте бирмәй

Әсәләр проблемаһы – иғтибар үҙәгендә

Ҡолаҡ өсөн гимнастика

Яңы шәхеснамә ғәмәлгә инә

Ғаилә мәсьәләләренә арналасаҡ

Алтын тутыҡмай

25.12.2010 - --- Алтын тутыҡмай


Профсоюздар хеҙмәт ветерандарының хоҡуҡтарын һаҡлау яғында

Ер йөҙөндә иң бысраҡ  нәмә – аҡса

Тәбиғәтебеҙҙә сүпкә урын юҡ!