НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 23.10.2018

Әбйәлилдәр яңы етәксегә нимә бүләк итте?
Яңылыҡтар таҫмаһы // 23-10-2018, 19:53


Әбйәлилдәр яңы етәксегә нимә бүләк итте?
Әбйәлил районын ошо көндәрҙә өмөтлө, йәш етәксе үҙ теҙгененә алды. Илдар Таһир улы Нафиҡов —Ташбулат ауылы егете, урындағылар, яҡташтарын ихлас ҡаршы алды. Район Советының барлыҡ 16 депутаты ла Илдар Нафиҡовтың кандидатураһы өсөн берҙәм тауыш бирҙе.

Ә бына «Красная Башкирия» ауыл хужалығы комплексы директоры Раил Фәхрисламов яңы етәксегә үҙенсәлекле символик бүләк тә әҙерләгәйне. «Беҙҙең йәмғиәткә яңылыҡтар кәрәк. Бигерәк тә Әбйәлилдең элекке данын ҡайтарғандай, беҙҙе берләштергәндәй, халыҡтың власҡа ышанысын күтәргәндәй йәш кадрҙар. Һеҙ үҙегеҙҙе яҡшы менеджер итеп күрһәттегеҙ, «Яҡтыкүл» шифаханаһында быға тиклем булған күп проблемаларҙы хәл иттегеҙ. Әле районда ла хәл итәһе мәсьәләләр апаруҡ», — тип Раил Салауат улы Илдар Таһир улына сөйлө ултырғыс һәм һепертке тапшырҙы.
—Район башлығы креслоһы һеҙгә иҙрәп ултырырға ирек бирмәһен. Был сөйҙәр кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән проблемалар хаҡында иҫкәртеп торһон. Ә һепертке ярҙамында районда тәртип урынлаштырырһығыҙ, тип ышанабыҙ, — тине тырышлығы менән уңыш ҡаҙанған, республикала алдынғы булып танылған хужалыҡ директоры Р. Фәхрисламов....

Әпәт "пазик"...
Яңылыҡтар таҫмаһы // 23-10-2018, 14:59


Әпәт "пазик"...
Бөгөн баш ҡалала иртәнсәк ҡайһы биҫтәләрҙә йәмәғәт транспорты булманы. Юғарынан килгән ҡарарҙарға үсләшкән "маршрутка" йөрөтөүселәр көндәлек эшенә сыҡманы. Һөҙөмтәлә Сипайлово, Затон, Дим биҫтәһенән һәм башҡа урындарҙан эшкә, бараһы ерҙәренә ашыҡҡа халыҡ туҡталыштарҙа торҙо, "Башавтотранс" автобустарын штурмланы.

Һуңғы көндәрҙә "маршрутка"ларҙы ЮХХДИ ныҡлап тикшерә, юлда туҡтата, арест һала. Ҡала хакимиәтендәге бөгөнгө ултырыш мэр вазифаһын башҡарыусы Салауат Хөсәйеновтың сығышы менән башланды. Ул Өфө халҡынан барлыҡҡа килгән транспорт коллапсы өсөн ғәфү үтенде.

Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, бөгөн төш алдынан "Галле ҡалаһы" туҡталышы янында "ПАЗ" автобусы аварияға осраны.

...

Ҡырмыҫҡалы районын Әлфир Сабиров етәкләйәсәк
Яңылыҡтар таҫмаһы // 23-10-2018, 14:18


Ҡырмыҫҡалы районын Әлфир Сабиров етәкләйәсәк
Бының тураһында ҡарар бөгөн Ҡырмыҫҡалы районы депутаттары Советында сығарылды. Әлфир Фәрхәт улы вазифаһы менән районды ваҡытлыса етәкләгән Илдар Латыповты алмаштырҙы.
Сентябрь аҙағында районда 2011 йылдан бирле башлыҡ булған Фәнзил Сыңғыҙов БР Хөкүмәте вице-премьеры итеп тәғәйенләнде.
Әлфир Сабиров 1980 йылдың 12 декабрендә тыуған. Бығаса ул район хакимиәтенең район Советы секретары булып эшләне....

Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарыла
Яңылыҡтар таҫмаһы // 23-10-2018, 13:25


Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарыла
Унда Башҡортостан, Саха-Яҡут, Коми, Марий Эл, Дағстан, Ҡырғыҙстан республикалары, Ханты-Мансийск автономия округы, Мәскәү ҡалаһы вәкилдәре ҡатнаша. 25 октябрь – һайлап алыу туры, 26 октябрь – 10 сәғәттә Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт музейы залында Мөхәмәтша Буранғоловтың 130 йәшенә арналған Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтә.
Гала-концерт Башҡортостан республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт бейеү ансамбленең концерт залында уҙа.
Киске сәғәт 6-ла башлана
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347)289-66-47...

«Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
Махсус бит / Тормош юлдары ҡатмарлы // 23-10-2018, 12:40


«Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
йәки Ауырыу ҡатын кемгә кәрәк?

Сәймә апай менән осраҡлы ғына танышып киттек. Көн аша ейәнен бейеү түңәрәгенә йөрөтә ул. Ике сәғәтлек дәрес үткәнен көтөп, беҙҙең йорт янындағы эскәмйәлә ултыра. Бер көн шулай ямғырлы көндә тышта өшөп тормаһын, тип подъезға инеп торорға тәҡдим иттем. Шулай итеп танышып, һөйләшеп киттек. Хәҙер йыш ҡына өйҙә булған сағымда ул минең фатирға инеп ултырып тора....

Радий Хабиров предложил взять на особый контроль «вооруженные» семьи с детьми
Новости / Сәйәсәт // 23-10-2018, 12:37


Радий Хабиров предложил взять на особый контроль «вооруженные» семьи с детьми
В Доме Республики 23 октября врио Главы Башкортостана Радий Хабиров провёл заседание антитеррористической комиссии, посвящённое обеспечению безопасности образовательных учреждений. Одним из важных вопросов обсуждения стала ситуация с защищённостью объектов образования в Башкирии....

Рәсәй лидерҙары һәм Радий Хәбиров
Яңылыҡтар таҫмаһы // 23-10-2018, 10:43



Бөйөк Британияла йәшәгән Әбйәлил егете Илсур Сөләймәновтың видеоларын һағындыҡ ...

"Йондоҙло табын" - Тәскирә ДАЯНОВА
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 23-10-2018, 07:30


"Йондоҙло табын" -  Тәскирә ДАЯНОВА
Бөгөн үҙенең яратҡан ризыҡтарын бешерергә БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәшит Әхтәри исемендәге премия лауреаты, драматург Тәскирә ДАЯНОВА өйрәтә....

Гәзитебеҙҙе хәтерләтеп торһон!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 23-10-2018, 07:00


Гәзитебеҙҙе хәтерләтеп торһон!
“Аҙна һайын – бүләк!” конкурсында был аҙнала Асҡын районының Упҡанкүл ауылынан Венера Вәлиеваға бәхет йылмайҙы. Ул салат һауыттары йыйылмаһы отто.
“Хаттар яҙҙым ултырып,
Ҡағыҙ битен тултырып.
Хатым китә, үҙем ҡалам,
“Йәшлек”тән бүләк көтөп.
Бәлки, был юлы беҙгә бәхет йылмайыр. Төймә лә – бүләк, дөйә лә – бүләк, тигәндәй, яратҡан баҫмабыҙҙан бүләк алыу үҙе бер иҫтәлек булыр ине”, – тигән ул. Фаяз ағай менән Венера апай Вәлиевтар һигеҙенсе тиҫтәне тултыра икән. Ошо йәштә лә матбуғат баҫмаларын алдырып уҡыуығыҙға “Афарин!” тиергә ҡала. Еңеүселәргә бүләктәрен ал­ырға паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләрен килтерергә кәрәк.
Уйын дауам итә, бүләктәр эйәләрен көтә. Йәһәтерәк гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә ашығығыҙ....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • Рухлы ла ул, маҡсатлы ла



  • Радио Юлдаш FM