НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 16.08.2018

Яҡшы кешеләр унда ла кәрәк шул...
Яңылыҡтар таҫмаһы // 16-08-2018, 14:38


Кисә тағы бер йән әрнеткес хәбәр алдыҡ – Рәшиҙә Махийәнова апай мәрхүм булған. Инде рәхәтләнеп йәшәй башлайым, ғаиләмә, балаларыма үҙемде арнайым, тип ҡайтҡайны ул редакциябыҙҙан пенсияға сыҡҡас. Ни хәл итәһең, замандың мәкерле сире берәүҙе лә аямай шул. “Ейәнсура таңдары”, “Киске Өфө”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзиттәрендә эшләгән Рәшиҙә Йәнсур ҡыҙы үҙен һәр ваҡыт яҡшы журналист, хәстәрлекле коллега, ғаилә усағын һаҡлаусы ӘСӘ булараҡ танытты. Беҙҙе, йәш журналистарҙы, һәр саҡ ҡурсаланы, эш тәжрибәһе менән бүлеште. Районға командировкаға ҡайтҡанда төплө кәңәштәре менән ярҙам итте. Уның менән бергә эшләү тик яҡшы яҡтан ғына күңелгә уйылып ҡалған.
Яман сиргә тарығас, бирешмәне, бар көсөн һалып йәшәргә тырышты. Ауыр ваҡытта уға матди яҡтан ярҙам ҡулы һуҙған “Йәшлек” гәзите хәбәрселәренә, Рәсәй журналистар союзына рәхмәт. Тик кеше ғүмерен аҡсаға һатып алып булһасы... Рәшиҙә апайҙың ғаиләһенең, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашам. Ауыр тупрағың еңел булһын. Беҙ һеҙҙе онотмаҫбыҙ....

Лимонад
Яңылыҡтар таҫмаһы / Объявления // 16-08-2018, 07:00


Лимонад
Эҫе көндә гел генә һыу йә сәй эсеп йөрөп булмай ҙа инде. Ҡымыҙы ла һәр кемгә тәтемәй. Шуға ла ҡул аҫтындағы емеш-еләктән компот, морс эшләргә була. Түбәндә лимон менән бөтнөктән (мята) ябай ғына эсемлек.
Һигеҙ порцияға иҫәпләнгән лимонад өсөн ни бары ике лимон, алты ботаҡ бөтнөк, 125 грамм шәкәр, 2,5 литр һыу кәрәк. Лимондың һутын һығабыҙ. Әсе емештең ҡалғанын һәм япраҡтарын өҙгөләп бөтнөктө һыулы кәстрүлгә һалып, өс минут ҡайнатабыҙ. Шәкәр ҡушып болғағандан һуң, уттан алып һыуытабыҙ. Тамам һыуығас ҡына һөҙәбеҙ. Шунан лимон һутын ҡушып, йәнә болғайбыҙ. Лимонад әҙер! Теләгәнсә бал ҡушырға ла була. Эҫе көндә үҙең эшләгән һыуыҡ ҡына лимонад хәтәр тәмле....

Бай ҡатын эҙләйем
Әҙәбиәт / Юмор // 16-08-2018, 07:00


Бай ҡатын  эҙләйем
Яратҡан ҡатыным менән килешеп, татыу йәшәй алманыҡ. Өс бүлмәле фатирымдан мине ҡыуып сығарҙы. Әле ул йәш кенә ир менән тормош көтә.
Ҡулыма алып гәзит уҡып ултыра инем, бер белдереү күҙемә салынды. Мәҙәниәт йортонда өсөнсө быуын – пенсионерҙар өсөн бейеү түңәрәге асыла икән. Бик тә шәп! Урамда танышыу беҙҙең йәштә нисектер хупланмай. Былай, бәлки, үҙемә иш табып алырмын. Өйләнһәм, донъя көтөүе еңелерәк тә, күңеллерәк тә булыр.
Үҙемсә, шундай аҡыллы уйҙар менән кәрәкле урынға йүнәлдем.
Күңелде күтәреп, музыка уйнай, ҡатын-ҡыҙ быуа быуырлыҡ, ә ир-ат бармаҡ менән генә һанарлыҡ....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM