НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 07.08.2018

Бөрйәндә урман яна
Яңылыҡтар таҫмаһы // 7-08-2018, 13:01


Өсөнсө көн рәттән Бөрйән районының Мәндәғол ауылы янында урман яна. Ағиҙел бормаланып аҡҡан урындарҙағы каньон ҡаяларына ут тоҡанған. Мәндәғол халҡы ут-төтөндө һыу аша күҙәтәбеҙ, сыҡҡан мәленән алып һүндерәбеҙ ти. Ярай, ауылды афәттән Ағиҙел ҡаплап тора, шуныһына шөкөр. Янғын һүндереүселәр көстәренән килгәнде эшләйҙәр, шулай ҙа ут ҡеүәтле "Урал"дар үтә алмаған урында, текәлә, тау-таш араһында сыҡҡан.

Ут сығыуға туристар сәбәпле тиҙәр. Баҡтиһәң йылғанан "сплав"та, кәмәләрҙә аҡҡан ҡунаҡтар шаршыны үткәндә ҡаяларға тоҫҡап салют аталар икән. Шулай уҡ һүндерелмәгән усаҡ, тәмәке төпсөгөнән, быяла ярсығынан да ялҡын таралыуы ихтимал.

Һүрәттә: ошолай итеп иртән-кисле район үҙәге Иҫке Собханғолдо төтөн баҫа. Тимер ауылы халҡы ла төтөн беҙгә етте ти....

Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 7-08-2018, 06:00


Үткәндәргә илаулап, бөгөнгөһөн юғалта күрмәгеҙ
Студент сағымда бер егет менән йөрөп алып киттем. Сәскәләр, бүләктәр, кафелар – бөтәһе лә булды. Бер нисә айҙан ауырлы икәнемде әйткәс, яратам, өйләнәм, тип йөрөгән егетем юҡҡа сыҡты. Илауҙарым, ғәрләнеүемде яҙып та тормайым. Атайым менән әсәйемә әйтеү ҡайҙа был турала, эсемде күреп ҡалмаһындар, тип ауылға ла ҡайтманым хатта. Ни генә эшләһәм дә, бала төшмәне. Бөтә тормошҡа булған пландарымдың-маҡсаттарымдың емерелеүенә баланы ғәйепләп, күрә алмай инем уны! Үҙемде һәм атаһын! Шул ваҡытта уҡ баланы дауаханала ҡалдырырға ҡарар ҡабул иткәйнем инде. Акушерға ла был турала аңғарттым, табип та белде. Улар минең менән һөйләшергә теләп, яныма килһә, ҡаты ғына итеп кире борор инем. Баланы һыҙланып тапҡас та, йөрәгем иремәне. Ике көндән бала табыу йортона ҡыҙ баланы ҡалдырып сығып киттем. Алыҫҡа. Уҡыуымды шул ҡалала дауам иттем, бер кем менән аралашманым. Бала бер нисә тапҡыр төшөмә инде, имеш, ап-аҡ күлдәктә, үҙе лә аҡ ҡына тәнле икән, сәстәре бөҙрәләнеп, шат йылмайып миңә ҡарай ине. Илап уянаһың инде, онотолмаҫ үткәндәрҙе уйлап. 25-тә кейәүгә сыҡтым, ике балабыҙ бар. Уларҙы үҫтергәндә, гел генә эстән генә теге ҡыҙ менән сағыштырыр инем, быларҙың апаһы нисек: өҫтө бөтөн, тамағы туҡмы икән, тип һыҡрар ине күңелем. Иремдән ныҡ уңдым, ышаныслы кеше ул, шуға күрә лә бөтәһен дә һөйләп бирҙем. Аңланы, ғәфү итте, эҙләп табырға тәҡдим итте. Барҙыҡ. Опека органдарына ебәрҙеләр. Барҙыҡ. Бер нәмә лә әйтмәнеләр. Ул бала күптән ғаиләлә, борсомауығыҙҙы һорайбыҙ, тинеләр. Ни тиклем инәлһәм, ялбарһам, илаһам да – яуап “юҡ” булды. Имеш, улар закон тарафынан тыйылған мәғлүмәтте кемгәлер әйтә алмай. Кемгәлер? Мин бит әсәһе, тип ҡысҡырғым килде лә... Ирем мине саҡ алып ҡайтты, ни булһа ла. Ауырымаған ауырыуым ҡалманы, һыҙланмаған ерем юҡ. Йөрәк һыҙлауы шулай алйытамы икән? Йәшлегемдә ҡылған гонаһым өсөн ошолай ҙа әсе яуап тоторомдо белһәм икән... Тормошом тормош түгел, ашағаным аш түгел. Миңә нисек йәшәргә? Опека органдары мәғлүмәт бирергә тейеш түгелме ни?
Зәлиә.
...

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, йырсы Гүзәл ӘЙҮПОВА: “Һәр көндө шөкөр итеп башлайым”
Новости / Мәҙәниәт // 7-08-2018, 06:00


Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, йырсы Гүзәл ӘЙҮПОВА: “Һәр көндө шөкөр итеп башлайым”
Тамашасылар уны күберәк комик ролдәре аша белә: “Студенттар”ҙа Рәмзиә, “Ҡыҙ урлау”ҙа Йәмлегөл, “Алты ҡыҙға бер кейәү”ҙә Фаягөл, “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ҙә Сажиҙә һәм башҡалар. 20 йылға яҡын эшләү дәүерендә артист булараҡ ул ҡыҙыҡлы образдарҙы сәхнәгә сығарҙы, йырсы булараҡ танылыу яуланы, ғаилә бәхетенә иреште. Бөгөн Гүзәл Әйүпова үҙ тормошона фоторәсемдәр аша байҡау яһай....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM