НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за 04.08.2018

Исемдең баһаһы төшмәнеме икән?..
Новости / Спорт // 4-08-2018, 06:30


Исемдең баһаһы төшмәнеме икән?..
Яңыраҡ Рәсәй йыйылма командаһы футболсыларына донъя чемпионатында уңышлы сығыштары өсөн дәүләт наградалары тапшырылды.
Мундиалдә һигеҙенсе урын алыу уңайынан уларҙың һәр береһенә «Атҡаҙанған спорт мастеры» исеме бирелде. Ә бит һигеҙ уйынсы беренселек буйына бер ҙә яланға сыҡмай, башҡалар рәтендә исемгә лайыҡ булды. Ошоға бәйле, күптәр үҙ фекерен белдереп, бының менән килешмәне. Йәнәһе, һигеҙенсе урын яулағандарҙы бер ҡасан да бындай юғары награда менән баһалағандары булмай. Сөнки был исем менән Олимпия уйындарында, донъя һәм Европа чемпионаттарында үрҙәр яулаған һәм ҡайһы бер айырым батырлыҡ күрһәткән спортсылар билдәләнә. Ә улар, үрҙә яҙылғанса, был критерийға бөтөнләй тура килмәй. Волейбол буйынса Олимпия уйындары призеры, ике тапҡыр донъя чемпионы Екатерина Гамова, футболсыларҙы тәнҡитләп, уларҙы ошолай баһалау исемдең бәҫен төшөрөүгә тиң, тине. Уның менән килешеп, башҡалар ҙа үҙ фекерен белдерҙе. Олимпия уйындары чемпионы, волейболсы Дмитрий Мусэрский ҙа, юғары исемдең бер ниндәй ҙә әһәмиәте ҡалманы, тине. Гамованы яҡлап, биатлон буйынса дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Александр Тихонов, конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса данлыҡлы тренер Татьяна Тарасова, ике тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Максим Траньков, билдәле футболсы Олег Мостовой, Андрей Канчельскис, Евгений Алдонин һәм башҡалар сыҡты.
Әлбиттә, уларҙы аңларға була. Сөнки спортсыларҙың барыһы ла хуплауға лайыҡ. Тик футбол буйынса беҙ күптән бындай уңышты күргәнебеҙ булманы. Күрербеҙ, тип тә уйламаныҡ. Һәм шуның өсөн дә улар ҙур батырлыҡ күрһәткәндәй тойолдо. Ә улар, ысынлап та, сенсация яһаны, шуға ла Хөкүмәт ошо исем менән баһаларға булғандыр. Тик бына ҡатнашмағандарҙы бүләкләмәһәләр ҙә булыр ине, сөнки юғары исемгә лайыҡ булмауын үҙҙәре лә аңлар ине, моғайын…
...

Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
Новости / Мәҙәниәт // 4-08-2018, 06:00


Тыуған ауылына рәхмәтле йырсы
Ғүмерҙе моңло йырға тиңләһәләр, ә уның концерттарында булыу – үҙе бер ғүмер. Йәйҙең иң йәмле кисендә, 28 июлдә, Ришат Төхвәтуллиндың бына инде туғыҙынсы мәртәбә матур изге йолаға әйләнгән хәйриә концерты барыһын да хайран ҡалдырып, талантына һоҡландырып, юғары кимәлдә үтте. Ҡарамалы-Ғөбәйгә кескенәһенән башлап олоһона тиклем яҡынса ун меңдән ашыу халыҡ йыйылды....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM