НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Июль 2018 года

«Өс таған»дың репетицияһы
Яңылыҡтар таҫмаһы // 31-07-2018, 09:43


«Өс таған»дың репетицияһы
Башҡортостанда Мостай Кәримдең повесы буйынса «Өс таған» фильмын төшөрөү башлана.
«Бөгөн беҙ Стәрлетамаҡҡа, Шихан ауылына килдек. Торатау янында кино төшөрә башлайбыҙ, йылғаға бәйле күренештәрҙе ошонда, Ағиҙелдең иҫке үҙәнендә төшөрәбеҙ. Бөгөн урын менән танышабыҙ, иртәгә эшкә тотонабыҙ», — тип белдерҙе фильмдың режиссеры Айнур Асҡаров....

Ҡарбуз тәме – тел осонда!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 31-07-2018, 07:00


Ҡарбуз тәме – тел осонда!
Ниһайәт, ҡарбуз да беште! Һәр хәлдә, тиҙҙән Ырымбурҙа ла ҡарбуз өлгөрәсәк, тип, халыҡ Ҡаҙағстандан килтерелгән тәмле дәү еләкте дәррәү алып ашай. Бер ҡараһаң, унда йүнле бер ни ҙә юҡ һымаҡ. Мәҫәлән, витаминдар бер бәс кенә. Минералдар ҙа саҡ-соҡ ҡына. Аҡһымдар тиһәң дә, “әү” тиер – 100 грамм ҡарбузда 0,7 грамм аҡһым буламы-юҡмы! Майҙың иһә бөтөнләй эҙе лә юҡ. Нимәһе ҡала һуң? Шәкәр. Ҡарбузда моносахаридтар һәм дисахаридтар хаттин ашҡан. Бынан тыш, һыуы күп (100 грамм ҡарбузда 89,5 грамм һыу)! Һәм ошо шыр һыуҙан торған шәкәрле еләктең нимәнелер дауалай алыуы шикләндерә әле ул. Ләкин, ҡарбуз дауа көсөнә эйә, тип раҫлаған табиптар бер аҙым да артҡа сигенергә уйламай, үҙ позицияһында ныҡ тора. Улар бармаҡтарын бөгә-бөгә дауалау сифаттарын һанай башлаһа, ҡарбуздың файҙаһына ышанмаҫ ереңдән ышанырһың – ысынлап та, байтаҡ проблеманан ҡотҡара икән буйлы еләк....

“Самауыр янында” йыйылығыҙ
Медиа // 31-07-2018, 07:00


“Самауыр янында” йыйылығыҙ
Йәй – шифалы үләндәр әҙерләү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Башҡортостанда үҫкән ҡырағай үҫемлектәрҙең ике йөҙҙән ашыуы халыҡ медицинаһында ҡулланылыуы билдәле.
Һуңғы осорҙа шифалы үҫемлектәр менән ҡыҙыҡһыныусылар һаны артыуын күҙәтәбеҙ. Күптәр һатыу сәйенә ҡарағанда үлән сәйҙәрен өҫтөн күрә. Йәйен самауырҙарға ла “эш” күбәйә. Сәхрәлә туғандар, дуҫтар менән йыйылып сәй эсеүҙәр ойошторола. Йырлы самауыр ихаталағы йәки баҡсалағы өҫтәлдәргә менеп ҡунаҡлай. Бер һүҙ менән әйткәндә, йәмле йәйҙе самауырһыҙ, хуш еҫле үлән сәйенән башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Йәйҙең ошо һәм башҡа йәмдәрен татып ҡалыу теләге беҙҙең тыңлаусыларҙы радионан бер аҙ ситләштерә, әлбиттә. Әммә был “Юлдаш”ты тыңламайҙар тигәнде аңлатмай. Бары тик тура эфирға шылтыратыусылар, әңгәмәлә ҡатнашыусылар һаны ғына бер аҙ кәмей. Төш ваҡытында эфирға сыҡҡан “Самауыр янында” тапшырыуында күтәрелгән темаларға ҡарата үҙ фекерен тыңлаусыларыбыҙ яҙма рәүештә WhatsApp (әйткәндәй, уның һандары: 8-937-167-54-66) аша еткереүҙе ҡулай күрә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, студия менән элемтәгә баҡсанан, юлдан, көтөүлектән, умарталыҡтан, бесәнлектән, еләклектән дә сығалар. Тоғро дуҫтарыбыҙҙың ялда ла яратҡан радиоһынан айырылмауы ҡыуандыра. Аҙнаһына биш тапҡыр, дүшәмбенән йомаға тиклем, беҙ улар өсөн “Самауыр” ҡайнатабыҙ. Төшкө табында йәйге ял, миҙгел мәшәҡәттәре менән бәйле темалар күтәрелә, ҡунаҡтар саҡырыла. Бер үҡ ваҡытта яңы ижади миҙгелгә лә әҙерлек бара.
Сентябрҙә дуҫтарыбыҙҙы “Самауыр янында” тағы ла бер алып барыусы сәләмләйәсәк. Тапшырыу буйынса теләк-тәҡдимдәр ҡабул итәбеҙ. Электрон почта: guzelzaripova79@mail.ru. Рәхим итегеҙ.

Гүзәл ЗАРИПОВА....

Минздрав Башкортостана: федеральные и региональные льготники полностью обеспечены лекарствами
Новости / Сәйәсәт // 30-07-2018, 15:28


Проблема с выделением лекарств для льготников в Башкортостане решена полностью. На еженедельном оперативном совещании в Правительстве республики руководитель регионального Минздрава отчитался о выполнении поручения Главы Башкортостана Рустэма Хамитова. Напомним, 5 июня руководитель региона провёл совещание по вопросам лекарственного обеспечения льготных категорий граждан, по итогам которого было дано поручение – к 1 июля окончательно снять вопрос об обеспечении препаратами региональных и федеральных льготников....

Йондоҙнамә (30 июль - 5 август)
Махсус бит // 30-07-2018, 10:55


Йондоҙнамә (30 июль - 5 август)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Төп эшегеҙҙә ҡайһы бер ауырлыҡтарға осрар­һығыҙ кеүек. Уларҙың артыҡ тура бәрелеүегеҙ менән бәйле булыуы ла мөмкин. Йондоҙҙар үҙегеҙҙе тынысыраҡ тоторға, ҙур һәм мөһим эштәр менән булышмаҫҡа кәңәш итә....

Үәт, ҡыҙыҡ! (27.07.2018)
Әҙәбиәт / Юмор // 30-07-2018, 10:21


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.07.2018)
* * *
Теш табибы – пациентҡа:
– Тешегеҙҙе дауалап бөттөм. Ике сәғәт тирәһе ашамай тороғоҙ!
– Ике сәғәт ти... Һеҙҙәге хаҡтар менән ярты йыл ашамай йөрөйәсәкмен әле.
* * *...

Емешле сәғәтте Сулпан ҮҘӘНБАЕВА отто!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 30-07-2018, 09:53


Емешле сәғәтте Сулпан ҮҘӘНБАЕВА отто!
Хөрмәтле дуҫтар!
"Йәшлек" гәзите төркөмө иғлан иткән конкурсты - емеш-еләк төшөрөлгән стена сәғәтен уйнатыуҙы түҙемһеҙлек менән көткәнһегеҙҙер.

29 июндән алып, репост ярышы тураһындағы яҙманы 324 кеше дуҫтарына һөйләгән, 532-е лайҡылдаған, 33 мең кешенең күҙенә салынған.

Бәйгене йомғаҡланыҡ! Осраҡлы һан генераторлы махсус сайт аша еңеүсе - Сулпан ҮҘӘНБАЕВА билдәләнде!
Еңеүсенең беҙҙең менән бәйләнешкә инеүен һорайбыҙ!

Ошо арала тағы ла репост конкурсына старт биреләсәк....

Тыныс йоҡла, йырсы...
Яңылыҡтар таҫмаһы // 30-07-2018, 09:20


Тыныс йоҡла, йырсы...
27 июлдә Ҡазан ҡалаһының Яңы татар зыяратында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхинең һуңғы төйәгенә ҡәбер ташы ҡуйылды....

Пион сәскә атһын өсөн
Экономика / Үҙ эшеңде башла! // 29-07-2018, 07:00


Пион сәскә  атһын өсөн
Баҡсалағы пиондарым сәскә атмай. Бының нилектән булыуы мөмкин?
Р. Вәлиева.
Иглин районы.

Пиондар күләгәле, артыҡ дымлы урынды яратмай. Шуға уларҙы ҡыйыҡ башынан һыу төшөп торған стена буйҙарына ултыртмағыҙ. Был сәскәне бүлеп ултыртһағыҙ ҙа, ул 1 – 2 йылдан һуң ғына сәскә атасаҡ.
Иҫке тамырҙан улар оҙаҡ көс йыя. Ултыртҡандан һуң 4 – 5 йыл теймәгеҙ. Азотлы ашламалар менән йыш туҡландырып торһағыҙ ҙа сәскә атыуҙан туҡтаясаҡ. Әсе тупраҡты ла яратмай. Йыл ҡоро йәки ямғырлы килгәндә лә үҫемлек сирләй. Сысҡандар тамырын зарарлаһа ла, үҫә алмаясаҡ....

Ҡупшы һәм хәүефле, файҙалы ла!
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 28-07-2018, 07:30


Ҡупшы һәм хәүефле, файҙалы ла!
Һүҙ тырҡыш (мухомор) тураһында бара. Был ағыулы бәшмәкте бәләкәй балалар ҙа таный һәм урап үтә. Ә бит псориаз, экзема, һөйәк һәм быуын сире, табан һәм тырнаҡтарҙың бәшмәк ауырыуын, артрит, артроз, остеохондрозды дауалар өсөн унан файҙалы дарыу ҙа эшләргә мөмкин. Тик йыйғанда ағыулы икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ!...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Аҡ күлдәк (Хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (21.09.2018)
  • Министром молодежной политики и спорта Республики Башкортостан назначен Руслан Хабибов
  • Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән осрашты
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.09.2018)
  • Үткәндәрҙе ебәрергә өйрәнегеҙ
  • Совет Башҡортостанына бағышланған значок: "Башкирия"
  • Ралина БУРАНҒОЛОВА
  • РЕСПУБЛИКА КӨНӨ МЕНӘН, ВАТАНДАШТАР!!!
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM