НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Июнь 2018 года » Страница 6

Ҙур футбол килә беҙгә, ҙур футбол...
Новости / Спорт // 13-06-2018, 14:42


Ҙур футбол килә беҙгә, ҙур футбол...
йәки Рәсәй үҙ тарихында тәүге тапҡыр бер ай буйы футбол «йондоҙ»ҙары менән йәшәйәсәк

Һәр спорт төрө матур һәм үҙәнсәлекле. Тағы килеп йылдан-йыл уларҙың иҫәбе лә артҡандан-арта. Көйәрмәндәре лә бихисап. Тик футбол уйыны элек-электән донъяла «иң-иң»дәрҙән һаналды, һанала һәм һаналасаҡ. Шуға ла донъяла хәҙер 250 миллионға яҡын кеше футбол уйнай. Шуларҙың 20 миллионы – ҡатын-ҡыҙ. Профессиональ кимәлгә килгәндә, донъяла 300 меңдән ашыу клуб беренселектә ҡатнаша. Шуныһы ҡыҙыҡ: Рәсәй профессиональ футболсылар иҫәбе буйынса Европала, немецтарҙан ҡала, икенсе урынды биләй. Беҙҙә ике миллиондан ашыу футболсы бар. Ул ғына ла түгел, футбол клубтары иҫәбе буйынса илебеҙ Европала иң алдынғы булып иҫәпләнә. Икенсе урында – Германия. Статистикаға ышанғанда, беҙ донъяла алдынғылар иҫәбендә булырға тейеш тә, тик әлегә уртансылар рәтендә лә түгелбеҙ шул...
...

Башҡортостан журналистарын ҡотлайбыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 13-06-2018, 13:47


Башҡортостан журналистарын ҡотлайбыҙ!
Кесе йомала республика журналистары үҙҙәренең һөнәри байрамын – БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләйәсәк.
Ошо дата айҡанлы бөгөн Өфөлә Матбуғат йорто алдында Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.
Был көндө Рәсәй Журналистар союзының бер быуатлыҡ юбилейына арнап иғлан ителгән «Журналистика – беҙҙең яҙмыш» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Йыл башынан – 13 ғинуарҙан (Рәсәй матбуғаты көнөнән) алып 14 июнгә (БР матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә) тиклем һөнәрҙәштәр үҙҙәренең ижад емештәрен ебәрҙе.
Беренсе урынға «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров лайыҡ булды. Икенсене “Башҡортостан юлдаш телеканалы” яңылыҡтар бүлеге хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин менән «Зианчуринские зори» гәзитенең социаль-гуманитар бүлеге мөдире Виктория Куянова (Демидова) алды. Баһалама комиссияһы өсөнсө урынды Салауат ҡалаһының «Выбор» гәзите журналисы Зәбир Исламовҡа, Благовар мәлүмәт үҙәге директоры-баш мөхәррире Лира Гафароваға һәм баш ҡала эргәһендә йәшәүсе журналистика ветераны Сәлимйән Бәҙретдиновҡа бирергә ҡарар итте.
Аҙаҡтан БР Журналистар союзы урынлашҡан яңы бүлмәне асыу тантанаһы үтте. Ҡунаҡтар һөнәри берлек идараһы эше менән танышҡандан һуң, Ш.Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында эскурсияға барҙы.
...

Бүләктәрҙе әүҙем баймаҡтар ота!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 13-06-2018, 09:27


Бүләктәрҙе әүҙем  баймаҡтар ота!
«Аҙна һайын – бүләк!» уйынында был аҙнала Салауат районының Тирмән ауылынан Фәһимә ИСХАҠОВА – стакандар йыйылмаһы, Баймаҡ районының Аҡтау ауылынан Фәүзиә ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА – сәй сервизы, Баймаҡ районының Һаҡмар ауылынан Фәүзиә ҺАҒЫНБАЕВА сәғәт отто.
Еңеүселәргә бүләктәрен килеп алғанда паспорт, СНИЛС, ИНН күсермәләрен килтерергә кәрәк.
Уйын июнь аҙағына тиклем дауам итә, бүләктәр эйәләрен көтә. Йәһәтерәк гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә ашығығыҙ!
...

«Киләсәгемә үҙем нигеҙ һалам»
Махсус бит // 13-06-2018, 09:23


«Киләсәгемә үҙем нигеҙ һалам»
Ейәнсура районының Абзан ауылы ҡыҙы инглиз телен төплө өйрәнергә лә, модель агентлығында шөғөлләнергә лә өлгөрә

Бер кемгә лә арҡаланмай, үҙ көсөнә генә ышанғандар, хыялдарын ысынбарлыҡҡа әүерелдереү өсөн үҙҙәре тырышлыҡ һалғандар тормошта ла юғалып ҡалмай. Ейәнсура районының Абзан ауылы һылыуы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының инглиз бүлегенең IV курс студенты Әлсинә Мусина ла, тырышлыҡ – уңыш нигеҙе, тип иҫәпләй. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән ҡыҙ ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашырға ла, матурлыҡ мәктәбенә йөрөргә лә, бейеү менән шөғөлләнергә лә өлгөрә....

Шешенеүҙән нимә ярҙам итә?
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 13-06-2018, 07:30


Шешенеүҙән нимә ярҙам итә?
Миңә 54 йәш. Кәүҙә ауырлығы буйыма тура килә. Әммә һуңғы ваҡытта иртән кейгән юбка-салбарымдың кискә табан ҡыҫа башлауын тоям. Иртәнсәк эсем дә эскә генә инеп тора, кискә иһә ул шешенгән кеүек. Нилектән шулай һәм унан нисек арынырға?
...

Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
Әҙәбиәт / Юмор // 12-06-2018, 07:00


Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
Ейәне өләсәһенән:
– Өләсәй, ниңә мине кәбеҫтә араһынан табып алғандар, ә ҡустымды ҡауҙы килтергән?
– Һине лә ҡауҙы килтерә ятҡан булған, яңылыш кәбеҫтә араһына төшөрөп ебәргән.
...

Бала саҡ хәтирәһе
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 12-06-2018, 07:00


Бала саҡ хәтирәһе
Көнләп түгел, сәғәт, минут һайын
Йыраҡлаша кеүек баласаҡ.
Эйе, эйе... Хэҙер баласағым
Тик хәтирә булып ҡаласаҡ.
Ҡар ирегәс, йыуа йыйырға тип,
Тау битенә кем һуң йүгерер?!
Яланаяҡ һалған һуҡмаҡтарҙан
Кемдәр үтер, кемдәр һуң йөрөр?!
Күпереп үҫкән бәпкә үләнендә
Уй - хыялға сумып кем ятыр?!
Еләк һутын, ҡарағаттың тәмен
Тәүгеләрҙән булып кем татыр?!
Ҡара сәсен елгә елберҙәтеп,
Елдәр менән кем һуң серләшер?!
Кәйелеп осҡан ҡошсоҡтарға ҡарап
Күҙен алмай кем һуң көнләшер?!
Тау битендә, минең һуҡмағымда
Килер быуын, башҡа балалар...
Ә күңелдә бары баласаҡтың
Яҡты хәтирәһе ҡалалыр.

Автор - Сәлимә Барлыбаева(Иҫәндәүләтова)...

Таптылар (Юмореска)
Әҙәбиәт / Юмор // 11-06-2018, 07:00


Таптылар (Юмореска)
Быҙау юғалған, тигән хәбәр йәшен тиҙлегендә ферманы урап сыҡты. Мөдир Низам тиҙ арала малсыларҙы йыйып алды.
– Туғандар, – тине ул, ауыр тын алып. – Әйтеүе оят, ғүмерҙә булмаған хәл, йәғни «ЧП» булды. Бөтәгеҙ ҙә ишеткәндер, моғайын, бер быҙау юҡҡа сыҡты, ер йотҡанмы ни, эҙе лә күренмәй. Ҡыҫҡаһы, шул: ҡыҙыу баштан, эште ҙурға ебәрмәй, үҙебеҙ генә хәл итеп, мәсьәләне асыҡлаһаҡ, яҡшы булыр. Кемдең ниндәй шиге бар, шул хаҡта ошонда уҡ хәбәр итһәгеҙ, егеттәрсә килеп сығыр ине....

Йондоҙнамә (11-17 июнь)
Махсус бит // 11-06-2018, 06:00


Йондоҙнамә (11-17 июнь)
Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Һәйбәт осор. Элекке танышлыҡтар һәр саҡ ярҙам итеп торор. Шулай ҙа икенсе кешеләр­ҙең йомоштарын да хәл итергә тура килер. Ҡайһы бер аҙымдарығыҙҙың бәғзеләргә оҡшамауы ла ихтимал. Кемдер үҙенең ҡарашын белдереүе лә бар.
...

«Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 11-06-2018, 05:30


«Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
Дүрт таған

Дүрт тағаным ҡапыл ғына
Төрлө яҡҡа таралды.
Үпкә һүҙҙәр шырау кеүек,
Йөрәгемә ҡаҙалды.
Анһат ҡына түгел икән,
Тағанда таяу булыу.
Таралышып юғалмаҫҡа
Кәрәк шул уяу булыу.
Тағандарым таралыуын
Туҡтатырға юҡ сара!
Көсһөҙлөктән, ғәрлегемдән
Йөрәгем һулып бара.
Беҙ түгелдер был, Илаһым,
Беҙ төптө бүтән инек!
Ауырын да, еңелен дә
Бергәләп үтә инек.
Таяныр ғына тағаным
Шығырлап ситкә тая.
Күҙ терәгән туғаным
Вайымһыҙ ситтә ҡала.
Үкенес булып ҡуймаһын
Күңелдәрҙең тарлығы.
Юҡҡа сыҡҡас, иҫкә төшөр
Таяуҙарҙың барлығы.
Яйлап ҡына дүрт таяуҙан
Яңғыҙым таған ҡорам.
Эй, бәхетле булыр инем,
Тағанды ныҡлы ҡорһам....


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM