НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» Материалы за Июнь 2018 года » Страница 3

БР Башлығы грантына ғаризалар ҡабул ителә!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 22-06-2018, 15:55


БР Башлығы грантына ғаризалар ҡабул ителә!
Башҡортостанда дәүләт телдәрен, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән БР Башлығы гранттарына ғаризалар ҡабул итеү башланды.

Тулыраҡ мәғлүмәт:
https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/37270/
https://culture.bashkortostan.ru/documents/active/78171/...

Айзидә ШӘЙӘХМӘТОВА
Конкурстар / Йәшлек гүзәле // 22-06-2018, 15:01


Айзидә ШӘЙӘХМӘТОВА
Хозур тәбиғәтле Белорет ҡалаһында тыуып үҫкәнмен. Әле Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернатында уҡыйым, 10-сы класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамланым. Музыка мәктәбенең фортепиано класында белем алдым.
Иң яратҡан шөғөлөм – еңел атлетика. Ҡала, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаштым, гимназияла предмет олимпиадаларында призлы урындарым бар.
Киләсәктә мәктәпте уңышлы тамамлап, Өфө юридик институтына уҡырға инергә ниәтләйем. Илемә, халҡыма файҙалы кеше булырға хыялланам....

Баш гәзиттәргә - яңы мөхәррирҙәр!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 22-06-2018, 13:31


Баш гәзиттәргә - яңы мөхәррирҙәр!
Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары республика парламенты ултырышында Башҡортостандың төп гәзиттәренә баш мөхәррирҙәр тәғәйенләне.
"Башҡортостан" гәзитен Вәдүт Исхаҡов, "Республика Башкортостан"ды Гүзәл Нәбиева етәкләйәсәк.

Коллегаларға эштәрендә уңыш теләйбеҙ!...

Олатай иҫтәлеге
Бөйөк Еңеүгә 71 йыл / Шиғырҙар // 22-06-2018, 13:03


Олатай иҫтәлеге
Был шиғырымды Ленинград өсөн яуҙа башын һалған олатайым, 371-се уҡсылар полкы яугиры Һиҙиәт Хәйрулла улы Вәлишиндың яҡты иҫтәлегенә арнайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ике улына аталарының төҫө булып фотоһүрәте лә ҡалмай. «Үлем» хәбәрендә ерләнгән урыны ла дөрөҫ яҙылмаған була. Быны беҙ күптән түгел генә асыҡланыҡ. Өләсәйем Ғәйникамал Ноғоман ҡыҙы Вәлишина балаларының атаһын һуңғы һулышынаса көттө.
...

Ишәйҙәр кәкүк сәйенә сыҡты
Яңылыҡтар таҫмаһы // 22-06-2018, 12:10


Ишәйҙәр кәкүк сәйенә сыҡты
Халҡыбыҙ борондан йәй башында кәкүк сәйенә сыҡҡан. Тәбиғәт ҡосағында уйын-көлкө ойошторолған, сәй табыны әҙерләнгән, Күккә ҡарап, йылдың уңышлы, илдең имен килеүен һораған, теләктәр әйтелгән.
Ошондай йолалар онотолоп бара, ә был иһә халыҡ өсөн ҙур юғалтыу, шуға күрә әҙерәк артҡа ҡарап, үткәндәр тураһында уйланып, йәш быуынды тәрбиәләүҙә, һис шикһеҙ, файҙалы булған йолаларҙы тергеҙергә кәрәк.
Бындай байрам Ишембай районы Ишәй ауылында тәбиғәт ҡосағында йәмле Һәләүек буйында Ҡыҙҙар тауы итәгендә үтте. Уны үткәрер өсөн ауылдың барлыҡ балалары үҙҙәренең әсәйҙәре, өләсәйҙәре менән йыйылышып килде. Тантананы Ишәй ауылы хакимиәте башлығы Гөлнара Кәримова асты һәм байрамды ойоштороусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы....

«Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?»
Медиа // 22-06-2018, 11:31


«Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?»
“Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?” Билдәле йырҙағы был һорауға һәр кем үҙенсә яуап бирә торғандыр. Һоҡланыуҙы, ғәҙәттә, теге йәки был урындың матурлығы, тәбиғәте тыуҙыра. Хәҙерге Өфө ултырған тауҙар борон-борондан ата-бабаларыбыҙ иғтибарын төйәкләнер өсөн уңайлы булыуы менән дә, тәбиғәтенең хозурлығы менән дә арбаған....

Һарымһаҡтың иҫ киткес шифаһы
Новости / Һаулыҡ һаҡлау // 22-06-2018, 07:00


Һарымһаҡтың иҫ киткес  шифаһы
Һарымһаҡтың бүлкәтен иҙеп, өҫтөнә ҡайнатып һыуытылған бер стакан һыу ҡойоп, өс тәүлеккә ҡараңғы урынға ҡуйырға. Һарымһаҡтың үҙебеҙҙә үҫтерелгәне генә ярай, ситтән килтерелгәне бармай. Һуңынан марля аша һөҙөп алып, һыуытҡысҡа ҡуйырға, ә ҡуйыһын ташларға мөмкин. Көнөнә 8 – 10 тамсы төнәтмәгә бер балғалаҡ һалҡын һыу ҡушып, көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Һарымһаҡ төнәтмәһенең атеросклероздан, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, инфаркттан, организмды май ҡатламдарынан арындырыуҙа, матдәләр алмашыныуын яҡшыртыуҙа, күреү һәләтен тергеҙеүҙә, организмды йәшәртеүҙә файҙаһы ҙур.
Дауаланыу курсын биш йылдан һуң ҡабатларға мөмкин. Ашҡаҙан, бөйән сей яраһы, гастрит менән сирләүселәргә уны эсергә ярамай.
...

Бөгөн — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө
Яңылыҡтар таҫмаһы // 22-06-2018, 06:00


Бөгөн — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө
22 июндә Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. Тап 1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланған.
30 миллиондан ашыу совет халҡы һәләк булған, тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә меңе концлагерҙа яфа сиккән һәм тылда аслыҡтан интеккән, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы бөлгөнлөк әллә күпме кешенең ғүмерен алып киткән.

Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын.

Папко Валентин Фёдорович һүрәте - «Даже не снилось 22 июня 1941»...

Белмәй ҡалмағыҙ!
Яңылыҡтар таҫмаһы // 21-06-2018, 09:14


Белмәй ҡалмағыҙ!
Башҡортостанда дәүләт телдәрен, республикала йәшәүсе халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарҙы тапшырыу тәртибе раҫланды. Был маҡсатҡа ҡаҙнанан 50 миллион һум бүленә.

Башҡортостан Башлығы гранттарына конкурс ошо арала иғлан ителәсәк, яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ, ҡатнашығыҙ!...


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Логотибы яман, шыр хаталы булһа ла «Башҡортостан гүзәле-2018» матурлыҡ конкурсы тамамланды
  • Мең дә бер кисәнән кәм түгел (Булған хәл)
  • Ҡолаҡ һал! Дарыу урынына – һуттар
  • Әлиә БАТРАЕВА, 19 йәш,
  • «Киндер - сюрприз» һораған Рамаҙанға — конструктор
  • Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?
  • Кәүсәриә
  • Ял итергә барһағыҙ
  • «Ғүмер буйы иремә рәнйеп йәшәйем»
  • Йондоҙнамә (22-28 октябрь)



  • Радио Юлдаш FM